Алта | |
Нигеҙләү датаһы | 1963 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Алта |
Дәүләт | Норвегия |
Административ-территориаль берәмек | Алта |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 9 фут |
Хеҙмәтләндереүсе | Avinor[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1963 |
Пассажирҙар ағышы | 329 203[1] |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Алта һәм Алта[d][2] |
Рәсми сайт | avinor.no/en/airport/alt… |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 11/29 |
ИАТА аэропорты коды | ALF |
ИКАО аэропорты коды | ENAT |
Алта Викимилектә |
Алта аэропорты (норв. Alta lufthavn; (IATA: ALF, ICAO: ENAT)) — Норвегияның Алта ҡалаһындағы халыҡ-ара аэропорт.
Алтала аэропорт Норвегияның немец оккупацияһы ваҡытында вермахт тарафынан төҙөлә. Осоу-ултырыу һыҙаты Эльвебаккенда 1943 йылда төҙөлгән[3]. 1944 йылда аэропортты сигенеүсе немец ғәскәрҙәре емереп китә. 1945 йылда Король норвег хәрби-һауа көстәре гидросамолетта Алтала туҡтап китеп, Төньяҡ Норвегия яры буйлап маршрутты файҙалана. Әммә икенсе йәйҙә лә маршрут тергеҙелмәй[4]. Осоштар Буктала һыу аэродромы аша башҡарыла. Башта пассажирҙар самолетҡа кәмәлә илтеп ҡуйыла, әммә бер нисә йылдан һуң йөҙмәле док төҙөлә. Хеҙмәтләндереү тик май айынан сентябрь айына тиклем генә ҡаралған. Ҡалған ваҡытта Алтаның авиабәйләнеше булмай[5]. Ослоға юл, күбеһенсә карапта, алты көн биләй[6]. 1954 йылда Widerøe Тромсёнан Алта аша Хаммерфест, Киркенес һәм Вадсёға осоштар башлай[7]. 1957 йылда Буктала йылына 2000 пассажир була[8], 1960 йылдан осоштар көн һайын башҡарыла башлай[5].
Алта аэропортын төҙөү буйынса ҡарар 1961 йылда ҡарар ҡабул ителә. Төҙөлөш Банак һәм Киркенес аэропорттары менән бер үк ваҡытта алып барыла. Төҙөлөш 1962 йылдың февраль айында башлана һәм 3,2 млн норвег кронына торошло була[9]. Осоу-ултырыу һыҙаты шул уҡ йылдың көҙөндә тамамлана. 1963 йылдың апреле аҙағына янғын һүндереү ҡорамалдары булмай, ә ер өҫтө командаһы етерлек әҙерлек үтмәгән була. Шуға ҡарамаҫтан, проблемалар хәл ителә, 1963 йылдың 4 майында аэропорт асыла. Шулай уҡ Лаксэльв һәм Киркенес аэропорттары ла шул көндә асыла. Диспетчер вышкаһы һәм пассажирҙар терминалы 1964 йылға тиклем тамамланмай, шуға күрә тәүҙә терминал сифатында япма ҡулланыла[8].
1990 йылда Алта аэропорты туранан-тура Ослоға рейстар менән Финнмаркта берҙән-бер аэропорт була[10]. 1989 йылдан 1990 йылға тиклем Алтала осоштар һаны 7711 алып 10 035 тиклем арта[11].
2007 йылдың февралендә Avinor аэропортты модернизациялау тураһында иғлан итә, яңы пассажир терминалы, диспетчер вышкаһы төҙөлә, Реконструкция суммаһы 300 миллион норвег кронаһы тәшкил итә[12]. 2009 йылдың 23 октябрендә яңы терминал сафҡа индерелә һәм шул уҡ йылдың 25 сентябрендә рәсми рәүештә асыла[13].
5000 м. кв майҙанды биләгән терминал бинаһы халыҡ-ара рейстарҙы хеҙмәтләндерә. 2253 Х 40 м ҙурлыҡтағы осоу-ултырыу һыҙаты 11/29 курсы буйынса урынлашҡан. Осоу-ултырыу һыҙаттары I категория приборҙары буйынса ултырыу сиситемаһына эйә. Аэропорт диңгеҙ кимәленән 3 м бейеклектә урынлашҡан.
2018 йылда аэропорт 386 662 пассажирҙы хеҙмәтләндергән, 10940 осоу/ултыртыу башҡарған.
Norwegian Air Shuttle, Scandinavian Airlines һәм Wideroe авиакомпаниялары даими рейстар башҡара. 2019 йылдың февраленә ҡарата аэропорт түбәндәге авикомпанияларҙың рейстарын хеҙмәтләндерә[14]:
Авиакомпанияһы | Тәғәйенләнеш пункттары |
---|---|
Norwegian Air Shuttle | Осло, Тромсё |
Wideroe; | Вадсё, Киркенес, Сёркйосен, Тромсё, Хаммерфест |
Airlines Scandinavian | Осло, Тромсё |
Aegean Airlines | Йәйге чартер: Ханья |
Аэропорт Алта үҙәгенән 4 км алыҫлыҡта Эльвебаккенда урынлашҡан. Автобустар ҡала үҙәге менән аэропортты тоташтыра[15]. 520 машина урынына паркинг, автомобилдәр прокаты һәм такси хеҙмәте бар. Алтанан Хаммерфестҡа тиклем тиҙ йөрөшлө паром һәм автобустар йөрөй[16]. Хаммерфестҡа юлдағы ваҡыт ике сәғәт тәшкил итә[17].