Алтай тауҙары

Алтай тауҙары
Характеристикалар
Майҙаны741 569 км²
Оҙонлоғо1833 км
Киңлеге1182 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеБелуха 
Бейек нөктәһе4506[1] м
Урынлашыуы
48°45′ с. ш. 89°36′ в. д.HGЯO
 Алтай тауҙары Викимилектә

Алта́йские го́ры (көн. алт. Алтай туулар, ҡаҙ. Алтай таулары, ҡыт. ябайл. 阿尔泰山脉, пиньин: Ā'ěrtài shānmài, палл.: Аэртай шаньмай, монг. Алтайн нуруу) — йылға үҙәндәре һәм тау араһындағы уйпатлыҡтар менән айырылап торған Себерҙәге иң бейек тауҙар системаһы. Тау системаһы Рәсәй, Монголия, Ҡытай һәм Ҡаҙағстан сигендә урынлашҡан. Көньяҡ алтай (Көньяҡ-Көнбайыш), Көньяҡ-Көнсығыш Алтай һәм Көнсығыш Алтай, Үҙәк Алтай, Төньяҡ-Көнбайыш Алтайға бүлеп йөрөтәләр.

Алтай, Катун ҡурсаулығы һәм Укок яҫытаулылығы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегендә «Алтай — Алтын тауҙар» исеме менән индерелгән.

Белуха тауы — Алтайҙағы һәм Себерҙәге иң бейек нөктә

«Алтай» атамаһы боронғо һәм уның килеп сығышы тураһында гипотезалар төрлө. Бер фараз буйынса, монгол телендәге «алтай» һүҙе «бейек тауҙарҙағы йәйләү, Альп болондары булған таулы ил» тигәндә аңлата. Был терминдың икенсел булыуы, йәғни тау исеменән килеп сығыуы ихтимал. Г. Рамстедт фаразы буйынса «Алтай» һүҙе монгол телендәге «алтан» һүҙенән килеп сыҡҡан һәм алтын тигәнде аңлата. Был дәлилде ҡытай телендәге атама дәлилләй.

Ҡытайҙар элегерәк Алтайҙы «Цзиньшань» — «алтын тауҙар» тип йөрөткән. Был термин монгол теленән калька булыуы мөмкин.[2][3].

Геологик төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геологтар, тауҙар Каледон осоронда барлыҡҡа килгән, һәм мезозой һәм кайнозой осоронда формалашҡан тип иҫәпләй.

Көслө вулкандар атылыуы лаваны өҫкә сығарып тауҙар яһаған. Шулай таулы ил барлыҡҡа кигән. Мезозой эраһында тауҙар ҡояш, ел һәм башҡа тәбиғәт тәьҫирендә емерелгән. Миллион йылдар буйында таулы ил ҡалҡыулыҡтары булған тигеҙлеккә әйләнгән.

Хәҙерге ваҡытта тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтай тауҙарының барлыҡҡа килеүе хәҙерге ваҡытта ла бара: быны 2003 йылдағы Чуй ер тетрәүе һәм унан һуңғы ер аҫты тетрәүҙәре раҫлай[4]. Бының һөҙөмтәһендә көньяҡ һырттар йылына уртаса сантиметр ярым-ике сантиметр күтәрелә[5]. Шуның менән бергә Алтайҙа әүҙем вулкандар юҡ (тик төрлө ваҡыттағы боронғо вулкандар ғына бар)[5].

Геологик ваҡиғаларҙың төп сығанағы — Һиндостандың Евразия континенты менән бәрелеше[5]. Көньяҡ-көнсығыш Алтайҙа өс ҡеүәтле ер тетрәү табылған (7 һәм унан да юғары магнитудалы), улар 5500, 3400-3100 һәм 1300 йыл элек булған [6].

Алтайҙа өс төр рельеф айырыла: боронғо пенеплен ҡалдығы өҫтө, Альп боҙлоҡло юғары таулы рельеф һәм урта бейеклектәге таулы рельеф.

Боронғо пенеплен өҫтәре тигеҙләнгән һәм текә түбәләр менән бейек тауҙарҙан ғибәрәт. Уларҙа сағыштырмаса 200—400 м артығыраҡ ҡаты тоҡомдарҙан торған түбәләр һәм ҙур булмаған һырттар күтәрелә.

2000 м бейегерәк пенеплендың ҡалдыҡ тауҙары боронғо боҙлоҡтар арҡаһында үҙгәргән — карҙар менән йырғыланған, унда мореналы убалар һәм күлле соҡорҙар күп.

Боронғо пенеплендың тигеҙләшкән өҫтәре Алтайҙың бөтә территорияһының 1/3 өлөшөн биләй. Был башлыса тау өлкәһенең көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондары — Укок яҫытаулығы, Чулышман ҡалҡыулығы, Улаган яйлаһы. Пенеплен участкалары (Коргон, Тигирец, Теректин һырттарында) урта бейеклектәге тауҙарҙа ла, тәпәш таулыҡта ла осрай.

Альп рельефы Алтайҙа боронғо пенеплен өҫтөнән күтәрелә һәм Катунь, Чуй, Ҡурай, Сайлюгем, Чихачев, Шапшал, Көньяҡ Алтай, Һарымсыҡты һырттарының юғарыраҡ участкаларын биләй. Альп рельефы боронғо пенеплен өҫтөнә ҡарағанда аҙ таралған. Рельефтың Альп формалары менән һырттар — был уларҙың иң юғары күтәрелгән күсәр өлөштәре (4000-4500 м тиклем), улар эрозия һәм һалҡын елдәр менән ныҡ йырғыланған. Рельефтың төп формалары булып бында осло тау түбәләре һәм карлингтар, карҙар, күлле соҡорҙар менән трог үҙәндәр, мореналы һырттар, өйкөмдәр, ишелмәләр, һибелмәләр, ҡарлы-солифлюкциялы ҡатламдар тора.

Урта таулы рельеф 800 м алып 1800—2000 м тиклем юғарылыҡта һәм Алтайҙың яртыһынан да күп территорияһын биләй. Рельеф бында бейек булмаған һырттарҙың шыма һәм йомро формалары менән характерлана, улар йылға үҙәндәре менән айырыла. Йылға үҙәндәренең тәрәнлеге 300—800 м тиклем етә. Урта таулы рельеф Алтайҙың башлыса төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш өлөштәрҙә таралған. 1000 м алып 2000 м бейеклектәр аралығында ул текә битләүҙәр өҫтөнлөк иткән ҙур ҡаялы тау ҡырластары һәм тар V-рәүешле йәки йылға үҙәндәре менән характерлана. 500—1200 м бейеклек аралығында һырт битләүҙәренең өҫкө өлөштәре йомшағыраҡ һәм тигеҙерәк. Үҙәндәр яҡшы һыу баҫар туғайҙар һәм йырҙалар менән киңерәк.

Спутниктан күренеш

Алтайҙа тигеҙ рельеф айырыла, ул тау өлкәһенең перферик өлөшөн үҙ эсенә ала һәм тау алды тигеҙлеге менән урта таулы арауыҡты биләй. Абсолют бейеклек 400 м алып 800 м тиклем тирбәлә, ә айырым түбәләрҙә ул 1000 м етә. Тәпәш таулы рельеф яҫы аралдар һәм һөҙәк делювиаль битләүҙәр менән характерлана.

Алтай рельефынынң үҙенсәлекле һыҙаты булып төрлө юғарылыҡта тау соҡорҙарының киң таралыуы тора. Был Чуй үҙәне, Ҡурай далаһы, Джулукуль соҡоро, Бертек, Самохин, Уймон, Абай тау эсе соҡорҙары. Ҡайһы берҙәре уларҙың ныҡ бейектә урынлашҡан һәм шуға күрә рельеф барлыҡҡа килтереүсе боронғо боҙлоҡтар аҫтына эләгә.

Алтайҙың континенталь климаты йылы һәм ямғырлы йәй, тау алдарында һалҡын һәм аҙ ҡарлы ҡыш менән, тауҙарҙа йыш һәм ҡарлы ҡар ҡатламы менән ҡылыҡһырлана[7].

Һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләренә Алтайҙың алтын тауҙары тип аталған 5 объект инә:

  • Алтай ҡурсаулығы,
  • Телец күле тирәләй һаҡланылыусы һыҙат,
  • Катунь ҡурсаулығы,
  • Белуха тәбиғәт паркы,
  • Укок тәбиғәт паркы[8].

1998 йылдан Алтайҙың алтын тауҙары Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Бер нисә рәт заказниктар төҙөлә. Тәбиғәт ландшафттары һәм тәбиғәт ҡомартҡылары шулай уҡ Маркаколь ҡурсаулығында һаҡлана[8].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтын тауҙар флораһы күп төрлө, урмандар өлкәнең дөйөм территорияһының 45% биләй, башлыса пихта, ҡатнаш, кедр урмандарынан тора. Алтай ҡурсаулығында планетаның иң ҡарт кедрҙары һаҡланған, уларҙың йәше 600 йылға етә һәм диаметры яҡынса 2 метр тәшкил итә. Флораһында 2000 үҫемлек иҫәпләнә, уларҙың 20 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән, 49 төрө Алтай Ҡыҙыл китабына теркәлгән. Шулай уҡ бында 132 төр бәшмәк, 300 төр лишайник (7-һе уларҙың Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына ингән), һәм 700 яҡын ылымыҡ үҫә. Алтай алтын тауҙарында күп эндемиктар һәм реликттар: күрән, кәмәяпраҡ, дендрантема, себер кандыгы үҫә[9]

Алтайҙа күп төрлө сәскәләр үҫә:

төрлө төҫтәге ҡәнәфер сәскәләре

ләлә сәскәләренең төрлө сорттары

аҡ сәскәләр

һары лютиктар

Күп төрлө һөтимәрҙәр араһында барысты, йәки ибристе әйтмәй булмай, ул донъяла бесәй һымаҡтарҙың иң матур вәкиле, юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында тора. Шулай уҡ Алтай тау тәкәһе аргалиҙың поплуяцияһы сиктән тыш аҙ. Ирбис та, аргали ҙа Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Төньяҡ боланға йыш һунар итеүҙән уның популяцияһы ла ныҡ зыян күргән. Алтай крайының администрацияһы тарафынан 8 төр ярғанаттар һаҡ аҫтына алынған. Ҡоштарҙың 34 төрө Алтай Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән (Алтай шоңҡары, Ҙур аҡ селән, Бәләкәй аҡсарлаҡ һ.б.). Ҡоштарҙың 33 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән (Буш боғаҙ, Бөркөт, Бөҙрә пеликан һ.б.), 2 төрө халыҡ-ара кимәлдә һаҡлана (сапсан һәм диңгеҙ бөркөтө). Бай үҫемлек донъяһы күп һанлы йәнлектәргә һәм ҡоштарға йәшәргә мөмкинлек бирә. Эре йәнлектәр араһында һоро айыуҙы, мышыны, ҡононы атарға мөмкин, уртаса һәм ваҡ йәнлектәрҙән аҫ, әлгәнйәк, һеләүһен, ҡуян, кеш, һуҡыр сысҡан, тейендәр йәшәй. Тигеҙлектәрҙә бүреләр һәм төлкөләр, алйырҙан һәм ялмандар осрай. Күлдәрҙә һәм йылғаларҙа ҡондоҙ һәм ондатра, күп һанлы балыҡтар йәшәй. Ҡоштарҙан ҡаҙҙар, аҡҡоштар, өйрәктәр, аҡсарлаҡтар,һаралйын һәм торналар бар[10]. Тарихсылар мәғлүмәттәре буйынса, Алтай тауҙары алдында XIX быуатҡа тиклем юлбарыҫтар осраған[11].

Фотоһүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Peakbagger.com
  2. Алтай // Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. Поспелов Е. М. 2001. // Географическая энциклопедия [электронный ресурс]
  3. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 1. — С. 72.
  4. "Горячая пора": на Алтае зафиксировали очередное землетрясение. altapress.ru. Дата обращения: 14 март 2016.
  5. 5,0 5,1 5,2 О современном ландшафте Горного Алтая. Новости сибирской науки (31 август 2016). Дата обращения: 20 февраль 2017. 2017 йыл 21 февраль архивланған.
  6. Ученые нашли следы мощных древних землетрясений недалеко от будущего газопровода на Алтае. ТАСС. Дата обращения: 7 апрель 2017.
  7. Борисов А.А. Климаты СССР. — Москва: Учпедгиз, 1948. — 224 с.
  8. 8,0 8,1 Буланов, 2005
  9. Золотые горы Алтая
  10. природа Республики Алтай
  11. правды», Марина КОЧНЕВА | Сайт «Комсомольской. Львы и тигры обитали на Алтае?  (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (23 ғинуар 2017). 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.