Альберт Сент-Дьёрдьи | |
мадьярса Szent-Györgyi Albert | |
![]() | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
22 октябрь 1986 (93 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Ғилми етәксеһе | |
Награда һәм премиялары |
|
Автограф | |
![]() | |
Альберт Сент-Дьёрдьи (мадьярса Szent-Györgyi Albert, 16 сентябрь 1893 йыл, Будапешт — 22 октябрь 1986 йыл, Вудс-Хол) — Венгрияла тыуған биохимик, С витаминын беренсе булып таба һәм биологик окисләнеү һәм мышцалар эшмәкәрлеге өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә, АҠШ ғалимы. 1937 йылда Сент-Дьёрдьиға биологик окисләнеү (яныу) буйынса эштәре өсөн Нобель премияһы бирелә, 1954 — йөрәк һәм ҡан тамыры сирҙәрен тикшеренеүгә индергән ҙур өлөшө өсөн «фундаменталь медицина тикшеренеүҙәре өсөн Альберт Ласкер премияһы» бирелә.
Альберт Сент-Дьёрдьи Будапештта 1893 йылдың 16 сентябрендә тыуған . Атаһы- эшҡыуар Миклош Сент-Дьёрдьи, әсәһе- талантлы музыкант Йозефина Сент-Дьёрдьи. Әсәһенең ағаһы, физиолог, Будапешт университеты профессоры Михай Ленхошшек (Lenhossék) йоғонтоһонда малай фән менән ҡыҙыҡһына башлай.
Альберттың фән менән ҡыҙыҡһыныуын башта Михай Ленхошшек хупламай, сөнки ул бик насар уҡый. Альберт Сент-Дьёрдьи ун алты йәштә генә уҡыу менән ысынлап мауығып китә, һәм ул мәктәпте тик яҡшы билдәләр менән генә тамамлағас ҡына, Михай Ленхошшек ризалығын бирә.
1911 йылда Сент-Дьёрдьи Будапешттағы медицина мәктәбенә (юғары мәктәп) уҡырға инә. Оҙаҡламай ул был курстарҙы ташлап, бабаһының анатомия лабораторияһына күсә. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылда ул табип булараҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Сент-Дьёрдьи һуғышта яраланғас, Будапештҡа ҡайтарыла, медицина мәктәбен тамамлап, 1917 йылда магистр исемен ала. Шул уҡ йылда Венгрияның почтаһы министры ҡыҙы Корнелия («Нелли») Демениға өйләнә. Ҡатыны Сент-Дьёрдьи менән бергә Төньяҡ Италияға, яңы хеҙмәт итеү урынына китә. Уларҙың ҡыҙҙары Корнелия 1918 йылда тыуа.
Һуғыштан һуңғы Венгриялағы хаостан ҡотолор өсөн Сент-Дьёрдьи Пожонь ҡалаһында фармакология менән шөғөлләнә башлай. 1919 йылдың сентябрендә Пожонь яңынан булдырылған Чехословакия дәүләтенә бирелә, венгрҙарға ҡаланы ҡалдырып китергә ҡушыла. Бер нисә ай Будапештта, һуңыраҡ Берлинда, Гамбургта һәм Лейденда йә биохимия, йә медицина менән шөғөлләнә. 1922 йылда уны Нидерландтағы Гронинген университетына саҡыралар. Дүрт йыл Сент-Дьёрдьи көндөҙ физиология лабораторияһында, кисен биохимия буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә. Егермеләп мәҡәлә баҫтыра. Сент-Дьёрдьи бигерәк тә күҙәнәктең тын алыуы менән ҡыҙыҡһына, күҙәнәктең аҙыҡты нисек энергияға әйләндереүен өйрәнә[1].
Сент-Дьёрдьи үҫемлектәрҙең тын алыуын тикшерә, уны бигерәк тә йәрәхәтләнгән үҫемлектәр ҡыҙыҡһындыра. Ул пероксидазалы үҫемлектәрҙең (мәҫәлән, кәбеҫтә йәки цитрустар) ҡараймағанын билдәләй, улар менән тәжрибәләр үткәрә[2].
1924 йыл аҙағында уны инглиз физиологы Генри Дейл үҙ лабраторияһында эшләп алырға саҡыра. Бында А. Сент-Дьёрдьи файҙалы кешеләр менән таныша. Гронингенда уның кураторы Гамбургер вафат була, 1926 йыл урталарында А. Сент-Дьёрдьи инде фәндән баш тартырға уйлай. Ләкин ошо ваҡтта Стоккгольмға Халыҡ -ара физиологтар йәмғиәтенең конференцияһына бара. Билдәле инглиз биохимигы сэр Фредерик Голанд Хопкинс үҙ сығышында Сент-Дьёрдьи эштәрен бер нисә тапҡыр маҡтап иҫкә ала. Конференциянан һуң Сент-Дьёрдьи Хопкинс менән таныша, һәм Хопкинс уны Кембридж университетына эшкә саҡыра.
Кембриджда Сент-Дьёрдьи бөйөр өҫтө биҙенән, кәбеҫтәнән һәм цитрустарҙан бер аҙ күҙәнәкте яңынан тергеҙеүсе матдәне айырып алыға ирешә. Ул был матдә шәкәр кислотаһы булырға тейеш тип уйлай (химик соcтавы С6Н8О6[3]). Уны ғалим гексурон кислотаһы тип атай. Гексурон кислотаһын алған өсөн Сент-Дьёрдьиға 1927 йыл аҙағында биохимия фәндәре кандидаты дәрәжәһе бирелә.
Кембридж осоро Сент-Дьёрдьи өсөн иң бәхетле һәм уңышлы осор була. Был осорҙа ул донъя кимәлендә билдәле ғалим булып китә. 1929 йылда ул тәүге тапҡыр АҠШ-та була, Бостон ҡалаһында Халыҡ-ара физиологтар конгрессында ҡатнаша. Америкала Рочестер ҡалаһының Майо клиникаһында гексурон кислотаһы менән тәжрибәләрен ары дауам итергә тәҡдим ала. Ул лабораторияла айырып алған матдәне Хоуорс тигән ғалимгә тикшерергә ебәрә, ләкин Хоуорс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның составын билдәләй алмай.
Сент-Дьёрдьи 1928 йылда Венгрияның Сегед университетына медицина факультетының деканы вазифаһына саҡырыла, һәм ғалим 1931 йылда Венгрияға ҡайта. Ул бында уҡытыу һәм административ эштәр менән шөғөлләнә.
1931 йылда Сент-Дьёрдьи төркөмөнә Американан ғалим Джозеф Свирбел (Питтсбург университетынан) килә. Сент-Дьёрдьи уға Майо клиникаһында тәжрибәләр аша алған «гексурон кислотһын» бирә, зәңге (цинга) йоҡторолған диңгеҙ сусҡаһы менән эксперименттар үткәрергә ҡуша. Бер нисә эксперимент был матдәнең С витамины икәнен дәлилләй[4] (Сент-Дьёрдьи был турала алдан белеп, уйлап йөрөй, тик хайуандар менән тәжрибә ҡиммәткә төшкәнгә был тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнмәй тора). Свирбели был эштәр тураһында үҙенең етәксеһе Кингҡа яҙа, 1932 йылдың 1 апрелендә Science журналында Кингтың С витаминын асыуы тураһында мәҡәлә баҫылып сыға. Сент-Дьёрдьи менән Свирбели үҙҙәренең докладын Nature журналына ебәрә, шулай итеп С витаминын Кинг асмауын фашлайҙар[5]. Ғалимдар араһында ауыр көрәш башлана.
Был көрәштән тыш Сент-Дьёрдьи алдында тағы бер ауыр мәсьәлә тора — «гексурон кислотһын» нисек итеп табырға? 1932 йылдың көҙөндә ул бороста С витамины бик күп икәнен асыҡлай[6]. Сегед— Венгрияның борос үҫтереү үҙәге, Сент-Дьёрдьи хеҙмәткәрҙәренә паприканан С витамины алырға ҡуша, өс фунттан артыҡ (бер килограмм ярым тирәһе) таҙа кристалл матдә алына. Патент алыу урынына Сент-Дьёрдьи был матдәне ғалимдарға ебәрә, шул иҫәптән Норман Хоуорсҡа ла, ул был матдәнең структураһын асыҡлай, шунан Сент-Дьёрдьи менән берлектә уны аскорбин кислотаһы тип атай, сөнки ул зәңге (scorbutus) аурыуынан ҡотҡара.
Бер нисә йыл Сент-Дьёрдьи Европа буйлап «С витамины культын таратып» (үҙе әйткәнсә) йөрөй. Ләкин С витамины бөтә сирҙәрҙән дә дауа була алмай, ә Сент-Дьёрдьи башҡа фәнни эштәренә кире ҡайта.
1930 йыл башында Сент-Дьёрдьи үҙенең элекке үҫемлектәрҙең тын алыу биохимияһы буйынса тикшеренеүҙәренә кире әйләнеп ҡайта[2], мускул күҙәнәктәрендә барған окисләнеүҙе өйрәнә. Фумар, алма һәм гәрәбә кислотаһының үҫемлектәр тын алыуында мөһим роль уйнағаны билдәле була. Сент-Дьёрдьи ваҡланған мускулдарға ошо кислоталарҙы бер аҙ өҫтәһәң, окисләнеүгә кәрәк булғандан артығыраҡ кислород йотолғанын асыҡлай[7]. Ғалим кислоталар был осраҡта энергия сығанағы итеп түгел, ә катализатор булараҡ, яныу реакцияһына һис бер үҙгәрешһеҙ тотонола икәнен аңлай. Һәр бер кислота күҙәнәктә булған углеводтың окисләнеүенә булышлыҡ итә. Был бөтөнләй яңы идея була.[8][9].
1937 йылда Сент-Дьёрдьиға физиология һәм медицина өлкәһендәге "биологик окисләнеүҙе, айырыуса С витаминын һәм фумар кислотаһын асҡан өсөн" Нобель премияһы биреләсәген хәбәр итәләр. Нобель премияһын алыу Сент-Дьёрдьиҙы милли геройға әйләндерә: ул был премия лауреаты исеме бирелгән дүртенсе венгр ғалимы була.
В его честь названа Премия Сент-Дьёрдьи за прогресс в исследовании рака[en] вручаемая с 2006 года.
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |