Альдерсбах монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1120 |
---|---|
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Альдерсбах[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1803 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1830887? |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Адрес | Klosterplatz 5 |
Рәсми сайт | aldersbacher.de/brauerei… |
Головной монастырь | Эбрах монастыры |
Изге ҡурсалаусы | Взятие Пресвятой Девы Марии в небесную славу[d] |
Страница учреждения на Викискладе | Kloster Aldersbach |
Альдерсбах монастыры Викимилектә |
Альдерсбах монастыры[1] (нем. Kloster Aldersbach) — элекке ирҙәр цистерциан аббатлығы. Ул Баварияның Альдерсбах (Түбәнге Бавария) общинаһы территорияһында урынлашҡан һәм Пассау епархияһы ҡарамағында тора. Монастырь Мәрйәм Ана хөрмәтенә төҙөлгән. Уны элекке августин монастыры (1120 йыл) урынында 1146 йылда Эбрахтағы монастырь кеүек ярҙамсы монастырь итеп төҙөгәндәр.
Пассау епискобы булып 875—899 йылдарҙа Энгельмар торған саҡта — Альдерсбахта бер монастырь булған, ул VIII быуат уртаһындағы Мондзе (Мондзее) монастыры документтарында телгә алына. Яҡынса 1120 йылда урындағы лордтар бында августин монастырын төҙөй. Ул төҙөлөп бөткәндән һуң, был территорияға электән үк хоҡуғы булғанепископ Бамберг I Отто 1146 йылдың 2 июленән һуң элекке августин монастырына Эбрахтан цистерциан монахтарын йәшәргә күсереп килтерә. Уларҙың йолаһы буйынса монастырь Мәрйәм Ана хөрмәтенә изгеләндерелә.
1147 йылда монастырь Изге Тәхет тарафынан — папа III Евгенийҙан — яҡлау ала һәм монастырға тәүге хоҡуҡтар бирелә. Артабан император монастыры статусына күтәреү, үҙгәрештәр индереү, азатлығын һәм хоҡуғын арттырыу — аббат Зигфрид (1146—1182) һәм Эберхард (1182—1209) идаралығы осоронда була. Әммә Альдерсбах император аббатлығына эйә була алмай, сөнки ул Виттельсбах ырыуының герцогтары буйһоноуында торған була. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең иҡтисади базаһын даими киңәйтә, бүләктәр ала, ерҙәр һатып ала һәм алмаша: уның килем килтереү сығанағы булып ашлыҡ, шарап һәм тоҙ менән сауҙа итеү тора. Өҫтәмә өҫтөнлөктәрҙе Дунайҙан йөктәр ташыу бирә — был монахтар йәмғиәтенең финанс хәлен нығыта. Монастырҙың Урта быуаттарҙа сәскә атыуына данлыҡлы ювелир сәнғәте, шулай уҡ ҡиммәтле ҡулъяҙма китаптар булдырыу булышлыҡ итә.
Альдерсбах монастырының иҡтисади һәм рухи үҫешенә император Людвиг Баварскийҙы яҡлауы ҡамасаулай, ләкин XV быуат уртаһында хәл яҡшыра. Артабан инде Альдерсбах бөтә католик ордендар менән бергә дөйөм бөлгөнлөккә төшә: 1514—1544 йылдарҙағы монастырь руханийы Вольфганг Мариус яңыртыуға ынтылып үҙгәртепҡараһа ла, ҙур уңышҡа ирешә алмай. Аббат Варфоломей Мадауэр (1552—1577) үҙе ересь (сафсата) арҡаһында шик аҫтына эләгә һәм үҙенең посын ташлап китергә мәжбүр була, монастырь менән идаралыҡ итеү вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса монастырь администраторына тапшыра. Һөҙөмтәлә, ғалимдар әйтеүе буйынса, был Реформация осоронда монастырҙа барлығы бер монах ҡына тороп ҡалған.
Монастырҙың яңынан сәскә атҡан осороконтрреформация ваҡытына тура килә: рухи һәм иҡтисади күтәрелеш Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында һәм монастырҙа монахтарҙы күпләп һыйындырыуы һәм туҙҙырыуҙан һаҡланып ҡалыуы менән бәйле була. Альдерсбах аббаттары Бавария сиркәү провинцияһының генераль викарийы вазифаһын даими биләп килә. (Был сиркәү провинцияһына ете ирҙәр һәм Зелигенталдағы ҡатын-ҡыҙҙар монастыры ҡараған була). XVIII быуатта мәғариф һәм фән өлкәһендәге монастырҙың бейеклеген раҫлаусы дәлил булып аббат Маллахия Нидерхофер (1669—1683) нигеҙ һалған бындағы фәлсәфә һәм теология үҙ мәктәбе тора. (1669—1683). Цистерцианец белем биреү үҙәген төҙөү планы Бавариялағы секулярлаштырыу арҡаһында тормошҡа ашырылмай ҡала. Тикшереүселәр монастырҙың музыка үҫешенә лә ҙур йоғонто яһауын һәм үҙ өлөшөн индереүен билдәләй: уның бер нисә руханийы һәм монахтары музыкант һәм композитор булараҡ билдәле. Монастырҙа ҙур оркестр эшләй һәм музыкаль архивы бик бай һәм киң була, ул күп һанлы баҫма һәм ҡулъяҙма музыкаль әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала, шул иҫәптән 58 симфонияны.
Монастырҙы таратыу тураһында указ иғлан ителгән 1803 йылдың 21 мартында уны аббат Тремель Урбан (1797—1803) етәкләгән була, ә община 42 монахтан торған.