Алғы Азия | |
---|---|
Географик төбәк | |
29°10′00″ с. ш. 47°36′00″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
Халҡы | 296 392 034 кеше (2023)[2] |
Алғы Азия Викимилектә |
Алғы Азия, шулай уҡ Көнбайыш Азия, Көньяҡ-Көнбайыш Азия — географик ҡараштан үҙ эсенә Кесе Азия (Кесе Азия ҡалҡыулығы) һәм Ғәрәбстан ярымутрауҙары, уларға сиктәш Урта диңгеҙ (Левант) көнсығыш яр буйы биләмәләрен, Кавказ (Кавказ аръяғы), Әрмән һәм Иран таулыҡтарын[3], һәм Месопотамия уйһыулыҡтарын; ә сәйәси ҡараштан өс төбәкте — Яҡын Көнсығышты (Африка өлөшөнән башҡа), Урта Көнсығышты һәм Кавказ аръяғын (өлөшләтә) үҙ эсенә алған көньяҡ-көнбайыш Азиялағы географик төбәк.
(Төркиәнән һәм Кавказ илдәренән тыш) үҙ эсенә ала.
Был төбәк телдәрендә ул түбәндәгесә атала: әрм. Առաջավոր Ասիա, ғәр. جنوب غرب آسيا, әзерб. Ön Asiya, фарс. جنوب غربی آسیا, йәһ. דרום-מערב אסיה, греч. Δυτική Ασία, груз. დასავლეთი აზია, төр. Güneybatı Asya, Ҡалып:Lang-kur.
Көнбайыш Азияның күпселек өлөшө Көньяҡ Европаның тау сылбырын дауам иткән Альп геосинклиналь өлкәһенең тау ҡоролмалары менән тулған. Рельефында улар сағыштырмаса күтәрелгән ситке сылбырҙары һәм түбән төшкән эске яҫы таулыҡтар рәүешендә сағыла. Көньяҡта уларға Африка платформаһының бер өлөшөн тәшкил иткән Ғәрәбстан-Сүриә ҙур киҫәге ҡушыла. Ғәрәбстан өлкәһе Азияға ҡарағанда бар яҡтан да Төньяҡ Африкаға яҡыныраҡ.
Киң таралған сүллек (Руб-эль-Хали, Оло Нефуд, Дехна, Сүриә сүллеге, Тихама), ярымсүллек һәм ҡоро далалар, оло һыуһыҙ өлкәләр өҫтөнлөк иткән аридлы ландшафтар Алғы Азияның дөйөм характеристикаһы булып тора. Күпселекте оҙонлоғо йөҙәр километрға еткән (Эр-Румма — 900 км) ҡороп кипкән тарлауыҡтар һәм үҙәндәр (вади) буйлап эпизодик һәм миҙгел аҡмалары тәшкил итә. Месопотамияла Шат-эль-Ғәрәп дөйөм тамағында ҡушылған Тигр һәм Евфрат кеүек даими транзит йылғалары аға. Шулай уҡ Левант - Иордан йылғалары һәм башҡалар даими ағымға эйә. Оазиста ҡоҙоҡтар һәм ер аҫты галереялары — кяриз тибындағы феледж (ғәр. فلج) сығарған ер аҫты һыуҙарының әһәмиәте бик ҙур. Левантта сөсө аҡмалы күлдәр билдәле. Ошонда уҡ уникаль Үле диңгеҙ тоҙло күле урынлашҡан[5]. Урта диңгеҙ, Ҡара диңгеҙҙәре, Каспий диңгеҙенең көньяғы, шулай уҡ Ғәрәбстан ярымутрауының көньяҡ-көнбайышы һәм ҡайһы бер таулы райондар иң яҡшы дымлылыҡ менән айырылып тора.
Төбәк нефткә бай (башлыса, Фарсы ҡултығы һәм Каспий диңгеҙе бассейнында).
Алғы Азияның күпселек илдәренең ауыл хужалығында көтөүлек биләмәләре булыуы мөһим роль уйнай, был бында малсылыҡтың (күпселек райондарҙа - күсмә) үҫешен билдәләй.
Иң яҡшы дымлылыҡ менән Урта Ер, ҡара, Каспий диңгеҙҙәренең көньяғы, шулай уҡ Ғәрәбстан ярымутрауы көньяҡ-көнбайышы һәм ҡайһы бер таулы райондар айырылып тора.
Төбәк нефткә бай (башлыса, Фарсы ҡултығы һәм Каспий диңгеҙе бассейнында).
Алғы Азияның күпселек илдәренең ауыл хужалығында көтөүлек биләмәләре булыуы мөһим роль уйнай, был бында малсылыҡтың (күпселек райондарҙа - күсмә) үҫешен билдәләй.
Грузия һәм Әзербайжан кеүек Кавказ аръяғы илдәре ҡайһы бер биләмәләре менән өлөшләтә Көнсығыш Европаға ҡарай (ҡара: Европа менән Азия араһындағы сик). Алғы Азия төбәгенә ҡараған Әрмәнстан, Грузия һәм Әзербайжан - Европа Советына, ә Кипр Евросоюзға инә[6][7][8].
Әлеге ваҡытта был төбәк эсенә түбәндәге дәүләттәр ҡарай:
|
Төбәк биләмәһендә донъяның өлөшләтә танылған дәүләттәренең күбеһе урынлашҡан:
Шулай уҡ тағы бер танылмаған дәүләт:
Төбәктең төп этник төркөмдәре:
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар етмәй. |
[[Категория:Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалары булмаған мәҡәләләр Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел]]