Амбрас ҡәлғәһе

Амбрас ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Австрия[1][2]
Административ-территориаль берәмек Инсбрук
Архитектура стиле Яңырыу архитектураһы[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1511932?
Мираҫ статусы объект архитектурного наследия Австрии[d][1]
Адрес Schloßstraße 20[1]
Рәсми сайт schlossambras-innsbruck.at
Страница учреждения на Викискладе Ambras Castle
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Ambras Castle[d]
Карта
 Амбрас ҡәлғәһе Викимилектә

Амбрас ҡәлғәһе - (рус. Замок Амбрас), (нем. Schloss Ambras) — Австриялағы Инсбрук ҡәлғә-музейы[3].

Ҡаланың күренекле урындарының береһе.

Бөгөн Амбрас — туристар араһында популяр урындарҙың береһе, Инсбрук боронғо музыка фестивалендә төп концерт үткәреү майҙансығы булып тора

Тәүге мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инсбрук ҡалаға әүерелгәнгә тиклем үк, 10-сы быуат документтарында Омрас йәки Амрас тигән һылтанмалар булған. Был Баварияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге нығытмала Истрия маркграфтары граф Андехтар резиденцияһы булған, һуңғараҡ Андехтар ҡыҫҡа ғүмерле Мерания империя дәүләтендә 1180 йылдан 1248 йылға тиклем герцогтар булып торғаны билдәле. Был тәүнығытмалар 1133 емерелгән, унан бер ниндәй эҙ ҙә тороп ҡалмаған, мәгәр 1248 йылда тәүге ҡоролма материалдарының күпмелер өлөшө хәҙергә тиклем ҡалған бинаны һалғанда ҡулланылған. Был ваҡытта ҡәлғә харабалары һәм мөлкәте мираҫ буйынса граф IV Альбертҡа күскән булған.

Хәҙерге ҡәлғә эрцгерцог Фердинанд II (1529-1595) тарафынан төҙөтөлгән, ул император I Фердинандтың (1529-1595) икенсе улы булған[4]..

Фердинанд II 1563 йылда Тироль тарихи өлкәһе провинцияһында суверен булып киткәс, итальян архитекторҙарҙы яллап, урта быуат ҡәлғәһен ренессанс осорона ярашлы итеп үҙгәртеп ҡорорға ҡушҡан. Был эштәрҙе ул йәшерен генә өйләнгән ябай сығышлы ҡатыны Филиппина Вельзерға (1527-1580) бағышлаған.

1547 йылда Фердинанд II Чех королелегенең идара итеүсе губернаторы итеп тәғәйенләнә һәм Прагала йәшәй, 1567 йылда Инсбрукҡа күсенеп килә. 1589 йылда ул өҫтәмә бина төкөтмә эшләтә, унда ул тәүге тарихи коллекцияларын урынлаштыра. Бында Филиппинаның резиднцияһы һәм II Фердинандтың ҡорал, һуғыш ҡорамалдары, портреттар, тәбиғәт объекттары, шулай уҡ раритеттар һәм ҡиммәтле предметтар һаҡлау урыны була. Бөгөн Инсбрук Амбрас сәнғәттәр тарихы музейы (Schloss Ambras Innsbruck) Вена Сәнғәттәр тарихы музейының бер өлөшө булып тора.

Филиппина иһә ябай сығышлы булһа ла, Тироль ҡалаһында хәйриә эштәре менән абруй ҡаҙана, кешеләргә ярҙам күрһәтә.

1595 йылда Фердинанд вафат була, уның икенсе улы Маркграф Карл Бургауға Амбрас ҡәлғәһе мираҫ булып күсә. Атай малына битарафлығы арҡаһында ҡәлғә бөлөнә, Карл уны мөлкәте менән 1606 йылда император II Рудольфҡа һата. Прагала йәшәгән император ағаһының коллекцияһын Амбрас ҡәлғәһендә ҡалдыра, сөнки үҙе Габсбуртар коллекцияһын йыйыу менән шөғөлләнә.

Артабанғы йылдарҙа Амбра ҡәлғәһе рәсми резиденция статусына эйә булмай, һәм уның һирәк йәшәйҙәр. Насар һаҡлау сәбәпле юғалтыуға килтерә ҡиммәтле китаптар, ҡулъяҙмалар һәм ҡараламалар юғала, һарай бөлгөн хәлгә килә. XVII быуатта император Леопольд I (1640-1705) иң ҡиммәтле коллекцияларҙың ҡайһы берҙәрен Венаға күсереп ала (башлыса китаптар һәм манускриптар), уларҙы әле лә Австрия милли китапханаһында күрергә мөмкин.

1805 йылда Француз империяһы Австрияны баҫып алыу сәбәпле Амбрастағы коллекция юҡҡа сыға яҙа. Бәхеткә күрә, Наполеон (1769-1821) рөхсәте менән коллекция Венаға алып барыла.

1855 йылда эрцгерцог Карл Людвиг һарайҙы йәйге резиденцияһы итеп ала. Был ваҡыт эсендә һарайға һәм паркҡа үҙгәрештәр индерелә.Парк инглиз стиленә үҙгәртелә. Эрцгерцог Карл Людвиг мираҫтан баш тартҡас, һарай яңынан ташландыҡҡа әйләнә.

1880 йылда ул музейға әйләндерелә һәм артабан төҙөкләндерелә.

1919 йылда, Австро-Венгрия империяһы тарҡалғас, Амбрас ҡәлғәһе Австрия Республикаһы милке булып ҡала.

1950 йылда Сәнғәттәр тарихы музейы ҡәлғәне, коллекцияларын тотоуҙы үҙ өҫтөнә ала.

1970-се, 1980-се йылдарҙа комплекслы реставрация эштәре үткәрелә.

  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=at&srlanguage=de&srid=100164 — 2017.
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Ambras Castle Elevation and Location[1] 2019 йыл 8 апрель архивланған.
  4. "The History of Ambras Castle". Schloss Ambras. [2]