Амин | |
йәһ. אָמֵן ғәр. آمِين бор. грек. ἀμήν арам. ܐܵܡܹܝܢ арам. 𐡀𐡌𐡉𐡍 | |
Алдағы | Әл-Фатиха һәм Доға |
---|---|
Һештег | amen |
Амин Викимилектә |
Амин, әмин (бор. грек. ἀμήν, амен/амин, бор.-йәһ. אמן, амен — « шулай буласаҡ»; Көнбайыш Европа традицияһында лат. Ámen; сирк.-слав. бꙋди, уян; ғәр. آمين, әмин; рус. ами́нь) — ғәҙәттә исламда, йәһүдилектә, христианлыҡта доғаларҙы һәм дини мәҙхиәләрҙе тамамлауҙы аңлатҡан формула. Киң таралған (айырыуса көнбайыш христиан конфессияларының ғибәҙәт ҡылыуында) аккламацияларҙың береһе. Халыҡ-ара һүҙ.
Рабби Ханина — Талмуд заманы аҡыл эйәһе (Шаббат 119 б), «амен» һүҙенең килеп сығышы эль мелех нээман фразаһының акростихы, уны әйтеүсе теге донъяла өлөшкә лайыҡ буласаҡ тип һанаған[1].
Мосолмандар (آمين ʾĀmīn) «әмин» һүҙен намаҙ уҡығанда Ҡөрьәндәге беренсе сүрә — Әл-Фатиханы тамамлаған саҡта йәһүдилектәге һәм христианлыҡтағы кеүек үк мәғәнәлә ҡуллана[2][3]. Башҡорттар доғанан, намаҙҙан һуң әйтеп тамамлап ҡуя, көнкүрештә был һүҙҙе теләк теләгәндә «амин» йә «әмин» рәүешендә йыш ҡуллана. Ашап бөткәндән һуң ҡул күтәреп доға ҡылыу — «амин тотоу» тигән күренеш тә таралған[4].
Башҡорт халҡында шулай уҡ «әмин» һүҙенән барлыҡҡа килгән ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре лә бар[5], улар топонимикаға ла инеп киткән[6].
Ғәҙәттә ул боронғо рус әҙәби әҫәрҙәрендә грек телендә «ҡабул булһын», «шулай булһын» мәғәнәһендә ҡулланылған[7]. Формула халыҡ көнкүреше һәм фольклоры өлкәһенә күскән һәм йыш ҡына арбауҙарҙа, ялбарыуҙарҙа ҡулланыла[8]