Элленор Андреа Андреен (швед. Ellenor Andrea Andreen, 11 июль 1888, Эрбю — 20 апрель 1972) — медицина фәндәре докторы (1933), Стокгольм клиник госпиталенең баш табибы, Швеция халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик хәрәкәте эшмәкәре, тыныслыҡ өсөн көрәшсе. «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Сталин премияһы лауреаты (1953).
1930 йылдан алып Андреен Андреа Швеция ҡатын-ҡыҙҙарының Һул союзын етәкләй (CSV). 1952 йылда КХДР-да һәм ҠХР-да бактериологик һуғыш факттарын тикшереүҙә ҡатнашҡан. 1953 йылдан — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы вице-президенты.
Швецияла радикал пацифизм хәрәкәте вәкиле, тыныслыҡ һаҡлауға, атом һуғышы янауына ҡаршы йүнәлтелгән ҙур ижтимағи-сәйәси эш алып бара .
Ике тапҡыр кейәүҙә була. Беренсе ире — швед физик-химигы, Швед Фәндәр академияһы ағзаһы, 1926 йылда химия буйынса Нобель премияһы лауреаты Теодор Сведберг (1884—1971) менән никахтан (1909—1915) ике балаһы тыуа: Хиллеви Сведберг (1910—1990), архитектор, һәм Элиас Сведберг (1913—1987), дизайнер.