Андрей Рублёв | |
рус. Андрей Рублёв | |
![]() | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 1360-сы[1] |
Тыуған урыны | Бөйөк Мәскәү кенәзлеге |
Вафат булған көнө | 29 ғинуар 1430[2][3][4] |
Вафат булған урыны | Андроников монастырь[d], Таганский район[d], Центральный административный округ[d], Мәскәү, Бөйөк Мәскәү кенәзлеге[5] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | чума[d] |
Ерләнгән урыны | Андроников монастырь[d] |
Һөнәр төрө | рәссам, иконописец, иллюминатор рукописей |
Кемдә уҡыған | Феофан Грек[d] |
Статус канонизации | преподобный[d] |
Праздник святого | 4 июль |
Жанр | иконопись[d] һәм миниатюра[d] |
Рәсми сайт | andrey-rublev.ru |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] һәм Государственный Русский музей[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Файлы артиста по адресу | Frick Art Research Library[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Andrej Rublëv |
![]() |
Андре́й Рублёв (яҡынса 1360[6] — 17 октябрь 1428, Мәскәү) — XV быуатта Мәскәү икона яҙыу, китап һәм монументаль һынлы сәнғәт мәктәбенең яҡшы танылған һәм хөрмәт ителгән урыҫ икона яҙыусыһы. Урыҫ православие сиркәүе тарафынан, изгеләр араһына индерелеп, ҡанунлаштырылған.
Рублёв тураһындағы биографик мәғлүмәттәр бик наҡыҫ: моғайын, ул Мәскәү кенәзлегендә тыуған (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Бөйөк Новгородта), 1340-сы йылдар аҙағында булырға тейеш[6][7], ҡушаматы «Рублёв» («рубель» һүҙенән — тире эшкәртеүҙә ҡулланылған эш ҡоралы) булғанға, ул һөнәрселәр ғаиләһенән, тигән фараз бар[8]. Андроник Московский эргәһендәге Андроник монастырендә Андрей исеме менән монашлыҡҡа сәсен ҡырҡтыра; донъяуи исеме билдәһеҙ (ул ваҡыттағы йола буйынса үҙ исеме лә «А» хәрефенә башланырға тейеш). «Андрей Иванов Рублёв улы» тип яҙылған икона һаҡланған; ул — һуңғы осорҙа төшөрөлгән икона, ҡултамға ла күсереп яҙылғандыр, бәлки, рәссамдың атаһының исеме, ысынлап та, Иван булыуы ихтимал.
Рублёвтың ижады Мәскәү кенәзлегенең художество традициялары нигеҙендә үҫә; ул славян художество тәжрибәһе менән дә таныш. Тик 1405 йылда ғына йылъяҙмала Андрейҙың исеме атап үтелә, унда Мәскәү Кремелендәге Благовещен соборы диуарҙарындағы дини темаға арналған картиналарҙың Феофан Грек, Прохор ҡарт һәм монах Андрей Рублёв яҙыуы тураһында әйтеп үтелә. 1405 йылда Андрей икона яҙыуҙа ныҡ оҫтара, бигерәк тә был яуаплы эште Феофан Грек тарафынан бирелеүе уның өсөн мәртәбә була. Андрей йылъяҙмала икенсе тапҡыр 1408 йылда иҫкә алына. Владимир ҡалаһының Успения соборының диуарҙарын Даниил Чёрный менән биҙәргә тура килә уға. Өс йыл үткәндә инде Андрейҙың ярҙамсылары һәм уҡыусылары унан күп нәмәгә өйрәнә, өҫтәүенә ҡәләме лә баҙыҡлана бара, үҙенә генә хас яҙыу стиле лә барлыҡҡа килә. 1420-се йылдарҙа Андрей йылъяҙмаға өсөнсө тапҡыр теркәлә: ул Троицк-Сергиев монастыренең Троиск соборындағы эштәргә Даниил Черный менән бергә етәкселек итә. Ул һүрәттәр беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. 1411 йәки 1425—1427 йылдарҙа ул үҙенең шедеврын — «Изге Өсәү» («Святая Троица») картинаһын яҙа.
Рублёв 1428 йылдың 17октябрендә, Мәскәүҙә үләт таралған мәлдә, 1428 йылдың яҙында Андроник монастырендә йылъяҙмаларҙа дүртенсе тапҡыр аталған эшен үтәгәндә — Спасс соборы фрескаларын яҙғанда вафат була. Андроник монастыре колоколняһы янында (Спасс соборы) ерләнә. 1993 йылда археологик ҡаҙыныу эштәре алып барылғанда Спасс собороның боронғо престолы (өҫтәле) һәм изге мәйет табыла. Ҡайһы бер авторҙар был табылдыҡты Андрей Рублёвтыҡы тигән хата фекер белдерә[9].
Рублёвтың донъяға ҡарашы формалашыуға әхләҡи һәм рухи мәсьәләләргә тәрән ҡыҙыҡһыныу хас булған XIV быуаттың икенсе яртыһы — XV быуаттың башында күҙәтелгән мәҙәни күтәрелеш атмосфераһы ҙур йоғонто яһай. Урта быуат иконографияһы сиктәрендә Рублёв үҙенең әҫәрҙәрендә кешенең рухи матурлығын һәм әхләҡи көсөн яңыса, бөтә камиллығында аңлауҙы кәүҙәләндерә. Рублёвтың ижады урыҫ һәм донъя мәҙәниәтенең иң юғары түбәләренең береһе[10].
1408 йылда Рублёв Даниил Чёрный һәм башҡа оҫталар менән бергә үҙенең теүәл датаһы ҡуйылған берҙән-бер һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған эшен — Владимир ҡалаһындағы Успения соборы фрескаларын яҙа (яҙыу өлөшләтә һаҡланған). Рублёвтың Успения соборындағы фрескаларынан «Ҡот осҡос суд» композицияһы бигерәк мөһим, унда ҡурҡыныс күренеш кешенең рухи ҡиммәтен раҫлаусы тантананың сағыу байрамына әйләнеүе кәүҙәләндерелә. Рублёвтың Владимирҙағы эштәре ул ваҡытта уның үҙе булдырған һынлы сәнғәт мәктәбенең башында торған өлгөргән оҫта булыуын иҫбатлай.
Йылъяҙмаларҙа раҫланыуынса, 1425—1427 йылдарҙа Рублёв Даниил Чёрный һәм башҡа оҫталар менән бергә Троицк-Сергиев монастырынның Троицк соборы диуарҙарын биҙәй һәм уның иконостасы иконаларын яҙа. Күбеһенсә артель эшселәре яҙған тип иҫәпләнгән иконалар беҙҙең көндәргә килеп еткән; улар төрлө алым менән яҙылған һәм художество сифаттары буйынса бер төрлө генә баһаланмай. Күрәһең, «Изге Өсәү» («Святая Троица») иконаһы тап шул иконостасҡа ингәндер — Рублёвтың икона яҙыу жанрында һаҡланған берҙән-бер эше. Традицион библия сюжетын Рублёв тәрән дини йөкмәтке менән байытҡан.
Тикшеренеүселәрҙең күбеһе, «Владимирская Богоматерь» (яҡынса 1409, Успения соборы, Владимир) иконаһын һәм «Евангелия Хитрово» миниатюраларының бер өлөшөн (яҡынса 1395 йыл, Рәсәй дәүләт китапханаһы, Мәскәү) Рублёв яҙған, тигән фекерҙә.
XX быуатта Андрей Рублёв яҙған тип иҫәпләнгән башҡа иконалар һәм фрескаларҙы, хәҙерге ваҡытта тикшеренеүселәрҙең күбеһе мәктәп (артель) йәки оҫтаның замандаштары яҙған, тигән фекерҙә[11][12].
Урыҫ православие сиркәүенең поместный соборы 1988 йылда Андрей Рублёвты, изгеләр рәтенә индереп, ҡанунлаштыра.
Православие календаренә ярашлы[13][./Андрей_Рублёв#cite_note-11 [11]][13], изге йәнде йылына өс тапҡыр иҫкә алалар:
Аэрофлот самолеттарының береһе — Airbus A320 VP-BTJ Андрей Рублёв хөрмәтенә уның исеме менән атала.