Андрианов Николай Ефимович (14 октябрь 1952 йыл — 21 март 2011 йыл) — совет гимнасы, Олимпия уйындары тарихында төрлө спорт төрҙәре буйынса яуланған миҙалдар һаны буйынса (15) өсөнсө урынды биләй, уларҙың 7-һе алтын миҙал. Күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм СССР чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1972), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
1979 йылдан КПСС ағзаһы, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ағзаһы һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты бюроһына ағзалыҡҡа кандидат (1978—1982).
Никола́й Ефи́мович Андриа́нов 1952 йылдың 14 октябрендә Владимир ҡалаһында тыуа. Бала сағынан гимнастика мәктәбендә шөғөлләнә[3].
Спорт гимнастикаһында Николай Григорьевич Толкачев Андриановтың тәүге һәм даими тренеры була. Николайҙың бала сағы ихатала үтә, әсәһе биш баланы яңғыҙы үҫтерә, күп эшләй. Бер ваҡыт Николай Андрианов спорт гимнастикаһы мәктәбенә барып эләгә һәм Николай Толкачев менән таныша. Тәүҙә мөнәсәбәттәре ҡатмарлы була: күнекмәләрҙе башлағандан һуң бер ай үткәс, Андрианов гимнастиканы ташларға ҡарар итә һәм күнекмәләргә йөрөүҙән туҡтай. Әммә тренер уны кире ҡайтырға күндерә. Николай Толкачев хатта уға өйгә эштәрен эшләргә лә ярҙамлаша башлай. Андриановтың тәүге сығыштары әллә ни уңышлы булмай, спортсы төшөнкөлөккә бирелә — әммә тренерының психологик өгөт-нәсихәтенән һуң Андрианов гимнастиканы ташламаҫҡа була[4]. Николай Андрианов ауырып киткәс, ә әсәһенең уны тәрбиәләп ултырырлыҡ мөмкинлеге булмағас, тренерҙың ғаиләһе уны үҙ өйөнә йәшәргә саҡыра. Николай Толмачев мәктәпкә тәрбиәләнеүсеһенең ата-әсәләр йыйылыштарына ла үҙе йөрөй[5].
Андрианов Мәскәүҙәге Олимпиадала спортсылар исеменән Олимпия антын әйтеү хөрмәтенә лайыҡ була.
Олимпия миҙалдарынан тыш, Николай Андриановтың башҡа наградалары ла бик күп. Ул күпбәйгелә (1978) һәм ике тапҡыр ҡулсала (1974, 1978) донъя чемпионы. Күп тапҡырҙар Европа чемпионы (1971—1975). 1975—1977 йылдарҙа Донъя кубогы ярыштары еңеүсеһе. Күп тапҡырҙар СССР чемпионы. 2001 йылда Оклахома-Ситиҙағы Гимнастика буйынса Дан залына индерелә[6]. 2008 йылдың авгусына тиклем Андрианов олимпия наградалары һаны буйынса (15) ирҙәр араһында абсолют рекордсы була, Америка йөҙөүсеһе Майкл Фелпс 16-сы миҙалын яулағас, рекорд уға күсә.
Спорт карьераһын тамамлағас, Николай Андрианов балалар тренеры була. 1994—2002 йылдарҙа Японияла Мицуо Цукахараның хосуси гимнастика клубында эшләй, 2002 йылда Владимирҙа спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә[7].
Ҡатыны совет гимнасы, команда ярышында ике тапҡыр олимпия чемпионы (1968, 1972) Любовь Бурда була.
Николай Андрианов 2011 йылдың 21 мартында оҙайлы ауырыуҙан һуң (оливопонтоцеребелляр атрофия[8]) 59-сы йәшендә Владимир ҡалаһында вафат була[9][10][11].
Мәрхүм менән хушлашыу 2011 йылдың 24 мартында Владимир Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. Ҡаланың Улыбышево зыяратында Почёт аллеяһында Олимпия уйындары һәм донъя чемпионы саңғысы Алексей Прокуроров һәм гимнаст Юрий Рязанов менән йәнәш ерләнгән.
2011 йылдың 14 октябрендә Владимирҙа Н. Г. Толкачев исемендәге Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе бинаһына Николай Андрианов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла. 2012 йылдың 14 авгусында Владимирҙа «Андрианов скверы» граждандар инициативаһы иғлан ителә, сара скверға һәм спортсы йәшәгән йорт эргәһендәге йәмәғәт транспорты туҡталышына Н. Е. Андрианов исеме бирҙереү маҡсатын ҡуя. 2013 йылдың 5 июлендә Владимир ҡалаһының топонимика комиссияһы инициатива менән ризалаша. Оло Түбәнге Новгород урамындағы скверға «Андрианов скверы» тигән исем бирелә. 2013 йылдың 25 декабрендә Владимир ҡалаһының халыҡ депутаттары советы Оло Түбәнге Новгород урамы 34-се йорт эргәһендәге скверға «Андрианов скверы» тигән исем биреү тураһында ҡарар сығара.
2014 йылдың 15 мартында Владимир ҡалаһы хакимиәте «Спорт мәктәбе» туҡталышының исемен «Николай Андрианов скверы» туҡталышы тип үҙгәртә[12].
2015 йылдың 21 октябрендә Николай Андрианов һәйкәле проектына конкурсҡа йомғаҡ яһала. Уны Андрианов скверына ҡуйырға йыйыналар. Н. Е. Андриановтың улы һәм һеңлеһе ҡатнашлығындағы йәмәғәт бюроһы скульптор Илья Шанин эшен һайлай.
2016 йылдың 29 сентябрендә Владимир ҡалаһының Андрианов скверына Н. Е. Андриановтың һәйкәле ҡуйыла. Авторы — Илья Шанин. Скульптура Смоленск өлкәһендә ҡойола, ә гранит постаменты Ленинград өлкәһендә эшләнә. 2016 йылдың 12 октябрендә монумент тантаналы асыла.