Аниме

Википе-тан — Википедия маскоты, аниме стилендә яһалған

Аниме (['anʲɪmə, ənʲɪ'mɛ], япон. アニメ  [anʲime], ингл. animation — анимация[1]) — япон анимацияһы[2]. Балалар өсөн яһалған башҡа илдәр йәнһүрәттәренә ҡарағанда, аниме күп осраҡта үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн ҡаралған, шуға күрә донъяла киң билдәле[3]. Персонаждарҙы һәм тирә-йүнде үҙенсәлекле итеп төшөрөү менән айырыла[1]. Телесериалдар, киң тамашасы өсөн фильмдар рәүешендә сығарыла[4]. Сюжеттары күп төрлө персонаждарҙы ҡылыҡһырлап, урындары, дәүерҙәре, жанр һәм стилдәре менән айырыла[1].

Аниме-сериалдар өсөн сығанаҡ итеп манга (япон комикстары)[5], ранобе (лайт-новел), йәки компьютер уйындары (йыш ҡына «визуал новел» жанрында) алына[6]. Экранлаштырғанда төп нөсхәнең график стиле һәм башҡа үҙенсәлектәре һаҡлана. Һирәгерәк башҡа сығанаҡтар, мәҫәлән, классик әҙәбиәт әҫәрҙәре алына. Шулай уҡ тулыһынса үҙенсәлекле сюжетлы аниме ла була (был осраҡта үҙе аниме китап һәм манга сығанағы була ала). «Аниме» термины мәғәнәһе контекстҡа ҡарап үҙгәрә[7]. Көнбайыш илдәрҙә аниме мәҙәниәтсе, социолог, антрополог ғалимдары — Эри Изава, Скотт Маклауд, Сьюзан Напьер, Шерон Кинселла һ.б. — тарафынан өйрәнелә[8].

«Аниме» һүҙе инглиз теленән animation һүҙенән (япон. アニメーションアニメーション [animēshon], рус. «анимация») килеп сыға, тамырҙары бер[1][9]. Япон транскрипцияһында animation һүҙе оҙон, әйтелеше ауыр, шуға күрә уңайлы «аниме» һүҙе менән алмашына. Икенсе аңлатмаһы ла бар: япондар animation һүҙен (ингл. йәнләндереү) «аниме» һүҙенә алмаштыра, сөнки латин тамыры anima (башҡ. «йән») яҡыныраҡ. Хәҙерге ваҡытта «аниме» термины халыҡ-ара һүҙлегенә ингән[9]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа «аниме» һүҙе француз әйтеменән dessin animé («мультипликация») килеп сыҡҡан, тигән фекер йөрөй[10][11], әммә был фекер бәхәсле[12]. Япон телендә «аниме» һүҙе стиле, сығарған иленә ҡарамай, бар анимацияны аңлата[13][14]. 1970-се йылдарға тиклем «манга-эйга» термины йөрөгән («кино-комикстар»)[15].

Урыҫ телендә «аниме» һүҙе урта затта ҡулланыла, буйһонмай.

Аниме тарихы XX быуатта башлана, япон кинорежиссёрҙары Көнбайышта уйлап табылған мультипликация техникаһы менән тәүге тәжрибәләрен башлай[16]. Иң тәүге һаҡланған япон анимацияһы — Katsudo Shashin 3 секунд бара[17]. Тәүге аниме 1917 йылғы ике минутлыҡ комедия фильмы «Namakura-gatana» була[18][19]. Япон мультипликацияһында беренсе юл һалыусы Шимокава Отен, Джуничи Кочи һәм Сейтаро Китаяма була[20]. Билдәле һәм анһат ысул булып киҫелгән анимация тора, уны Санае Ямамото, Ясуджи Мурата, Ноборо Офудзи аниматорҙары ҡуллана. Һуңынан ҡорама һымаҡ ҡорау техникаһы тарала[21]. Шулай уҡ Кензо Масаока, Митсуйо Сео аниматорҙары уңыш ҡаҙана, улар анимация фильмдарын тәрбиәүи һәм пропагандалау маҡсаттарында төшөрә[22]. Тәүге тауышлы Chikara to Onna no Yo no Naka анимеһын Масаока 1933 йылда төшөрә[23][24]. Тәүге тулы метражлы анимацион фильмды Momotarou: Umi no Shinpei Митсуйо Сео 1945 йылда төшөрә, спонсорлыҡ ярҙамды Японияның император флоты күрһәтә[25].

Хәҙерге аниме ғәҙәттәрен Осаму Тезука индерә. Мәҫәлән, Тезука Диснейҙан хистәрҙе күрһәтеү өсөн күҙҙәрҙе ҙурайтыу ысулын ала; нәҡ уның етәкселеге аҫтында башланғыс анимеға ҡараған әҫәрҙәр килеп сыға[26]. Тезукиның тәүге эше — Shintakarajima мангаһы. Һуңынан Tetsuwan Atomu (Astro Boy) мангаһын сығарып, уңыш ҡаҙана[27]. 1970-се йылдарға манга билдәлелек яулай, Тезукуны «легенда»[28], «манга һәм аниме аллаһы» тип атайҙар[29][30].

Бер быуатлыҡ тарихы эсендә аниме ҙур үҫеш юлын үтә. Йылдар үтеү менән аниме сюжеттары ла ҡатмарлана, күтәрелгән мәсьәләләр етдиләнә.

Ун дүрт йәштән өлкән үҫмерҙәр өсөн аниме-сериалдар килеп сыға, улар оло йәштәгеләргә лә оҡшай.

Бөгөнгө көндә аниме айырым мәҙәни ҡатлам тәшкил итә, эсенә балалар өсөн сериалдар (кодомо жанры), үҫмерҙәр һәм оло йәштәгеләр өсөн әҫәрҙәр — шонен (егеттәр өсөн аниме), шоджо (ҡыҙҙар өсөн аниме), тик «өлкәндәр» өсөн аниме (сейнен, джосей) инә[31].

Анименың юғары нөктәһендә режиссёр Хаяо Миязаки эштәре урын алған. Уның «Шәүләләр алып киткән» анимация фильмы Берлин кинофестиваленең «Иң яҡшы фильм» премияһын беренсе һәм берҙән-бер алыусыһы[32]. Шулай уҡ Миязакиҙың «Минең күршем Тоторо», «Порко Россо», «Принцесса Мононоке», «Йөрөй торған замок», «Калиостро һарайы» эштәре билдәле. 2014 йылдың ноябрендә кинематографтағы күренекле хеҙмәте өсөн «Оскар» маҡтаулы премияһына лайыҡ була. Шул уҡ йылда «Фәнни фантастика дан залына» индерелә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Bould, Mark. The Routledge Companion to Science Fiction. — Routledge, 2009. — С. 118. — 576 с. — ISBN 041545378X.
  2. Иванов, 2001, с. 8, 230
  3. «Breaking The „Rules“: The Transmission Of Japanese Culture In The Age Of Globalization». 2006 йыл 9 февраль архивланған.
  4. an‧i‧me. Longman English Dictionary Online. Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  5. MacWilliams, 2008, p. 6
  6. Иванов, 2001, с. 148
  7. Brown, 2006, p. 7
  8. Choo, Kukhee. Visual Evolution across the Pacific: The Influence of Anime and Video Games on US Film Media (инг.) // Post Script : журнал. — 2009. — Vol. 28. — № 2.
  9. 9,0 9,1 Катасонова, 2012, с. 106
  10. Schodt, Frederik L. Manga! Manga!: The World of Japanese Comics. — Kodansha International, 1986. — 260 с. — ISBN 9780870117527.
  11. anime (n.). Online Etymology Dictionary. Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  12. Anime. Anime News Network. Дата обращения: 29 март 2013.
  13. What is Anime? (ингл.). Bellaonline. Дата обращения: 28 октябрь 2007. Архивировано 22 август 2011 года.
  14. Tezuka: The Marvel of Manga - Education Kit. Art Gallery New South Wales (2007). Дата обращения: 28 октябрь 2007. Архивировано 22 август 2011 года.
  15. Иванов, Борис Что такое аниме и манга? Аниме и манга в России. Дата обращения: 14 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  16. Schodt, Frederik L. Manga! Manga!: The World of Japanese Comics. — Kodansha International, 1986. — 260 с. — ISBN 9780870117527.
  17. Oldest Anime Found (7 август 2005).
  18. Japan’s oldest animation films. ImprintTALK (31 март 2008). Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 2 апрель 2008 года.
  19. Historic 91-year-old anime discovered in Osaka. HDR Japan (30 март 2008). Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 2 апрель 2008 года.
  20. Katsunori Yamaguchi. Nihon animēshon eigashi. — Yūbunsha, 1977. — С. 8–11.
  21. Pioneers of Japanese Animation at PIFan – Part 1. Midnight Eye (23 сентябрь 2004). Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  22. Katsunori Yamaguchi. Nihon animēshon eigashi. — Yūbunsha, 1977. — С. 26–37.
  23. Baricordi, Andrea. Anime: A Guide to Japanese Animation (1958-1988). — Protoculture Inc., 2000. — С. 12. — 311 с. — ISBN 9782980575907.
  24. Japan: An Illustrated Encyclopedia. — Kodansha, 1993. — 1924 с. — ISBN 9784062064897.
  25. Official booklet, The Roots of Japanese Anime, DVD, Zakka Films, 2009
  26. O'Connell, Michael. A Brief History of Anime. Otakon 1999 program book. Дата обращения: 2 апрель 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  27. Zagzoug, Marwah. The History of Anime & Manga. Northern Virginia Community College. Дата обращения: 2 апрель 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  28. Zagzoug, Marwah. 5 missing manga pieces by Osamu Tezuka found in U.S. Asahi Shimbun (5 ноябрь 2006). Дата обращения: 2 апрель 2013. Архивировано 20 май 2006 года.
  29. Tezuka, Dr. Osamu. The Anime Encyclopedia. Дата обращения: 2 апрель 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  30. Gravett, Paul. Osamu Tezuka: The God of Manga. Asahi Shimbun (5 ноябрь 2006). Дата обращения: 2 апрель 2013. Архивировано 31 декабрь 2007 года.
  31. Иванов, 2001, с. 184
  32. Антон Карелин Шагнуть в распахнутые окна. Место аниме в мире фантастики (рус.). — 2004. — № 8.
урыҫ телендә
  • Иванов, Б. А. Введение в японскую анимацию / Б. А. Иванов. — 2-е изд. — М. : Фонд развития кинематографии : РОФ «Эйзенштейновский центр исследований кинокультуры», 2001. — 336 с. — ISBN 5-901631-01-3.
  • Катасонова, Е. Л. Японцы в реальном и виртуальном мирах : Очерки современной японской массовой культуры / Е. Л. Катасонова. — М. : Восточная литература РАН, 2012. — 357 с. — ISBN 978-5-02-036522-3.
инглиз телендә
  • Brown, S. T. Cinema Anime / S. T. Brown. — Palgrave Macmillan, 2006. — 248 p. — ISBN 978-1-40-397060-2.
  • Clements, J. The Anime Encyclopedia : A Guide to Japanese Animation Since 1917 / J. Clements, H. McCarthy. — Stone Bridge Press, 2001. — 545 p. — ISBN 978-1-933330-10-5.
  • Drazen, P. Anime Explosion! The What? Why? & Wow! Of Japanese Animation / P. Drazen. — Stone Bridge Press, 2002. — 369 p. — ISBN 978-1-8806-5672-3.
  • MacWilliams, M. W. Japanese Visual Culture : Explorations in the World of Manga and Anime / M. W. MacWilliams. — M.E. Sharpe, 2008. — 352 p. — ISBN 978-0-76-561602-9.
  • McCarthy, H. Anime! A Beginner's Guide to Japanese Animation / H. McCarthy. — L. : Titan Books Ltd, 1993. — 64 p. — ISBN 978-1852864927.
  • Napier, S. J. Anime from Akira to Princess Mononoke : Experiencing Contemporary Japanese Animation / S. J. Napier. — Palgrave Macmillan, 2001. — 311 p. — ISBN 0-312-23863-0.