Анн Лакатон

Анн Лакатон
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Франция[2]
Тыуған көнө 2 август 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3] (69 йәш)
Тыуған урыны Сен-Парду-ла-Ривьер[d]
Һөнәр төрө архитектор
Уҡыу йорто Университет Бордо[d]
Ойошма ағзаһы Берлин сәнғәттәр академияһы[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Чикаго сәнғәт институты[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Анн Лакатон Викимилектә

Анн Лакатон (2 август 1955 )[5] — педагог һәм француз архитекторы. Жан-Филипп Вассаль менән бергә Lacaton & Vassal архитектура бюроһы етәксеһе. Пар 2021 йылда берлектә Притцкер премияһына лайыҡ була.[6]

Анн Лакатон Сен-Пард-ла-Ривьер 1955 йылдың 2 авгусында тыуған[7]. Бордо ҡалаһында Архитектура һәм ландшафттың милли мәктәбен тамамлаған һәм 1984 йылда Бордо университетында ҡаланы планлаштырыу буйынса магистр дәрәжәһе ала[8][9]

Архитектура практикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда Лакатон Жан-Филипп Вассаль менән бергә Lacaton & Vassal компанияһына нигеҙ һала[10]. Башта компания Бордо ҡалаһында урынлаша, ә 2000 йылда Парижға күсә[11] Lacaton & Vassal әҙерәк сығымдар менән төҙөлөшкә туплана[12]. Күп проекттар заманса төҙөлөш концепциялары һәм төрлө технологиялар араһында гибридтарҙан, төҙөлөш подрядсыларының стандарт эш алымдарынан китеүҙән ғибәрәт.[13]

Фирма Париждағы 2001 йылда тамамланған Palais de Tokyo хәҙерге сәнғәт галереяһын тергеҙә. Ар-деко стилендәге ярым емерек бинаны рекультивациялаған әлеге проект 2003 йылда ЕС Mies Award премияһына номинациялана[14]

2005 йылда компания Lacaton & Vassal компанияһы һәм архитектор Фредерик Дрюо 1957 йылда архитектор Раймон Лопес проектлаған Tour Bois le Prêtre реконструкциялау өсөн Париждың төньяҡ ситендә 17 ҡатлы башняны һайлап ала. Команда йыуан фасад панелдәренең күп өлөшөн ҡырҡып ала, уның урынына балкондар һәм фатирҙарға тәбиғи яҡтылыҡ тәьмин итеүсе асылмалы тәҙрәләр урынлаштыра. Юниттар шулай уҡ киңәйтелә һәм асыла, фирма яңы сантехника, ванналар, вентиляция һәм электр системалары ҡуя. Был проект 2013 йылда Бөйөк Британияның Дизайн музейы конкурсында икенсе урын ала, «Архитектура» категорияһында беренсе урынға лайыҡ була[15].

Копания шулай уҡ Нантта Архитектураның юғары милли мәктәбендә; Дюнкеркта FRAC Nord-Pas de Calais сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы проект өҫтөндә; Кап Ферре торлаҡ йортон[16] һәм Бордола Ҙур паркта (Фредерик Дрюо һәм Кристоф Хютен менән) эшләй. Проекттарҙың һуңғыларының береһе 2019 йылда Европала иң яҡшы заманса архитектура өсөн EU Mies премияһы лауреаты була.[17]

Lacaton & Vassal компанияһы Фредерик Дрюо менән бергә Plus исеме аҫтында 1960 йылдарҙағы иҫке социаль биналарҙы яңынан уйлап үҙгәртеп тотороҡло торлаҡ төҙөлөшө проекттары өҫтөндә эшләй[14] Plus — был иҫке социаль йорттарҙы уңайлыраҡ торлаҡ биналарға яңыртыу буйынса башланғыс. Улар проект буйынса әҙәбиәт баҫтырып сығара.

Академик карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лакатонды Мадридтың архитектураның юғары техник мәктәбенә (2007—2013 йылдарҙа);[18] Швейцария федераль технологиялар институты (EPFL Lausanne ) (2004, 2006 һәм 2010—11); Флорида университетына (2012 й.); Буффалоның Нью-Йорк Дәүләт университетына (2013 г.); Парижда Pavillon Neuflize OBC-Palais de Tokyo (2013—2014); һәм Гарвард университетына профессор итеп саҡыралар[13] . Лакатон 2017 йылда ETH Zurich архитектураның һәм дизайндың адъюнкт-профессоры итеп тәғәйенләнә.[19]

Уның академик уҡытыуы архитектураға идеология һәм социаль-сәйәси ҡарашта туплана. Анн Локатондың дизайн һәм конструкциялары кеше файҙаһына йүнәлтелгән. Уның проекттары файҙаланыусыларҙың, мәҫәлән реконструкция үтәсәк райондағы халыҡты ҡатнашыуға дәртләндереүгә йүнәлтелгән.[13]

  • Des Jeune Architecture de la Lauréats Albums, Франция — 1991
  • Jeune Talent милли архитектураһы гран-прийы, Франция — 1999
  • Эрих Шеллинг премияһы — 2006
  • Эрих Шеллинг фонды, «Торлаҡ өлкәлә тотороҡло үҫеш һәм инновациялар» Карлсруэ премияһы, Мадрид, 2006 г.
  • Британия архитекторҙарының Король институты Халыҡ-ара стипендияһы 2009 йыл.[20]
  • 2008 йылдың милли архитектура гран-прийы[21]
  • Париж, Equerre d’Argent премияһы (Дрюо менән Фредерик) — 2011
  • Paris Daylight & Building Components Award премияһы — 2011
  • Йыл дизайны, архитектура категорияһы (Дрюо Фредерик менән берлектә) — 2013
  • 2014 йылда визуаль сәнғәт өлкәһендә Рольф Шок премияһы[22]
  • Бөтә ғүмере эсендәге ҡаҙаныштары — Trienal de Arquitectura de Lisboa — 2016
  • Académie de l’Architecture France — Алтын миҙал — 2016
  • Архитектура өлкәһендәге Саймон премияһы / Миса Ван дер Роэ Фонды — Тере урындар (Фредерик Дрюо менән) — 2016[23]
  • 2016 йылда Генрих Тессенов миҙалы[24]
  • Глобаль өсөн архитектура наградаһы-тотороҡло (Дрюо Фредерик менән берлектә) 2018 йылда булған[25][26]
  • 2019 йылда Миса ван дер Роэ премияһы[16]
  • Притцкер премияһы 2021 йыл[6]
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. RKDartists (нидерл.)
  3. Anne Lacaton // Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. https://www.adk.de/de/akademie/mitglieder/?we_objectID=55703
  5. Albert.Anne Lacaton, Jean-Philippe Vassal et les clés de la maison Latapie(фр.)(неопр.) ?.www.LeMoniteur.fr(2 February 2012).Дата обращения: 7 марта 2017.
  6. 6,0 6,1 Wainwright. 'Sometimes the answer is to do nothing': unflashy French duo take architecture's top prize, The Guardian (16 March 2021). 17 март 2021 тикшерелгән.
  7. Albert. Anne Lacaton, Jean-Philippe Vassal et les clés de la maison Latapie (фр.) (неопр.) ?. www.LeMoniteur.fr (2 February 2012). Дата обращения: 7 марта 2017.
  8. Jungblut. Pritzker-Preis 2021 für Anne Lacaton und Jean-Philippe Vassal (нем.) (16 март 2021). 2021 йыл 17 март архивланған.
  9. Lacaton (нем.).
  10. Anne Lacaton – Clarkson Chair in Architecture. University at Buffalo (19 март 2013). 2016 йыл 9 октябрь архивланған.
  11. Pritzker Architecture Prize awarded to Paris-based duo (16 март 2021).
  12. Jean-Philippe Vassal.(недоступная ссылка)
  13. 13,0 13,1 13,2 Anne Lacaton | LafargeHolcim Foundation for Sustainable Construction.
  14. 14,0 14,1 Krasny (November 2008). «Plus: Mehr als das Existenzminimum. Anne Lacaton und Frédéric Druot im Gespräch / Plus: More than the bare minimum Anne Lacaton und Frédéric Druot in conversation».
  15. Chalcraft. Design of the Year Awards category winners announced  (инг.), Dezeen (10 April 2013). 17 март 2021 тикшерелгән.
  16. 16,0 16,1 Hanselmann. Pritzker-Preis 2021: Architekturpioniere Lacaton & Vassal gewinnen (нем.) (16 март 2021).
  17. Niall Patrick Walsh. Grand Parc Bordeaux Wins 2019 EU Prize for Contemporary Architecture - Mies van der Rohe Award (11 май 2019).
  18. Master in Collective Housing – Departamento de Proyectos Arquitectónicos (20 июль 2017). Дата обращения: 17 март 2021.
  19. INFO – STUDIO ANNE LACATON. Дата обращения: 17 март 2021.
  20. Lacaton & Vassal Architectes. 2017 йыл 12 март архивланған.
  21. Le Grand Prix national de l'architecture (фр.).
  22. Anne Lacaton and Jean-Philippe Vassal – the Visual Arts. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  23. Lacaton and Vassal CV.
  24. Anne Lacaton.
  25. Winners by years.
  26. Global Award for Sustainable Architecture.