Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ансарҙар (ғәр. أنصار — Пәйғәмбәр ярҙамсылары[1][2]) — Мәҙинәнең ерле ырыуҙары Бәнү Әүс һәм Хәҙрәж кешеләре, улар Ислам ҡабул иткән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Сәхәбәләре (ярҙамсылары) тип атала башлай. 622 йылдағы Мәккә мосолмандарының Һижрәте осоронда ансарҙар мөһәжирҙәргә үҙ йорттарында урын биргән.
Шуғаса дошманлашып йәшәгән әүс һәм хәҙрәж ҡәбиләләре 622 йылда Мөхәммәт Пәйғәмбәргә тоғролоҡ анты бирә, уны үҙҙәренең юлбашсыһы һәм имамы тип таный. Улар Мәккә мосолмандарын яҡлашырға, ҡабул итергә һәм матди ярҙам күрһәтергә ант итә. 623 йыл башында ансарҙар һәм мөһәжирҙәр мөнәсәбәттәре йәнә бер килешеү менән нығытыла, ул элекке бурыстарҙы ла эсенә ала. Был ваҡиғалар Ҡөрьән Кәримдә бар[3] Был килешеүҙәр Ғәҡәбәләге Беренсе һәм Икенсе килешеүҙәр тип Ислам тарихына инеп ҡалған[4].
Ансарҙар һәм мөһәжирҙәр Мәҙинәнең мосолман йәмәғәтен тәшкил иткән һәм унда мосолман дәүләтселеге барлыҡҡа килеүгә килтергән. Һижрәттән һуң Мәккә мөшриктәре менән һуғыштар башланған. Ансарҙар башта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәккәгә һәм мөшриктәр яҡлыларға ҡаршы яуҙарында ҡатнашмаған. Бәҙер һуғышынан алып ансарҙар мосолман ғәскәренең төп өлөшөн тәшкил итә башлаған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәнимәт малын (трофей) бүлгәндә улар мөһәжирҙәрҙән һуң икенсе булған[4]. Улар ярҙамында Мәҙинә дәүләтселеге көндән-көн нығына барған. Мәккә мөшриктәрен еңеп, ҡалаға ингәс Мөхәммәт Пәйғәмбәр унда ҡалырға теләмгән, ә Мәҙинәгә кире ҡайтҡан [4].
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң ансарҙар мосолман дәүләтселегенең киләсәге өсөн борсола башлай, тиҙ генә кәңәшмәгә йыйылып хәлифә итеп Сәғд ибн Ғүбәдә әл-Ансариҙы (ғәр. سعد بن عبادة һайлап ҡуялар. Ике ырыу араһындағы ҡаршлыҡтар арҡаһында улар бер фекергә килә алмайҙар. Һөҙөмтәлә, бәхәстәрҙән һуң ансарҙар үҙ ҡарарын үҙгәртеп, хәлифә итеп Әбү Бәкерҙе һайлап ҡуялар . Аҙаҡтан улар хакимлыҡҡа дәғүә итмәйҙәр[1].
Ансарҙар Хәлифәтттең ижтимағи-сәйәси тормошонда күренекле роль уйнай. Улар диндән баш тартҡандарға ҡаршы һуғыштарҙа, Византия һәм Персия яуҙарында ҡатнаша. Хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб ансарҙарға юғары эш хаҡы түләй, шул арҡала күптәре эре ер биләүселәргә әйләнә. Ансарҙарҙың күп өлөшө Ғәрәп яуҙары осоронда Хәлифәттең төрлө яҡтарына таралып ултыра. Ғәрәптәрҙең эре ҡасаба-ҡалаларында хакимиәт әһеле тирәләй ансарҙар айырым биҫтәләр барлыҡҡа килтерә[1].
Мәҙинә ансарҙары берҙәм була һәм динде хаҡ һаҡлаусылар тип һанай. Улар йыш Бәнү Үмәйә хәлифәләренә ҡаршы сыға[1]. Миләди 683 йылда улар һуңғы тапҡыр көслө баш күтәрә, уларҙы баҫтырғанда 270-тән кәм булмаған ансар үлтерелә[4].
Ансарҙар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бик күп хәҙистәрен тапшырған һәм ислам традицияларын тоғро һаҡлаған. Ансарҙар ислам фәненә һәм методологияһына нигеҙ һалған. Уларҙың бик юғары әһәмиәткә эйә икәне бик күп хәҙис йыйынтыҡтарында билдәләнә. «Мәнәҡиб әл-ансар» һәм «Фәдәил әс-сәхәбә» йыйынтыҡтары — шуға миғал[4].
Ансарҙар Викимилектә |