Антарктика

Поляр база

Анта́рктикаЕр шарының көньяҡ ҡотобондағы өлкәһе, Антарктида һәм уға сиктәш Атлантик океан, Һинд океаны һәм Тымыҡ океан өлөштәрен үҙ эсенә ала (ҡайһы ваҡыт океандарҙың был өлөштәре айырым бер Көньяҡ океан итеп иҫкә алалар). Антарктика сиге 48–60° к.к. үтә. Дөйөм майҙаны 52 Мм² тирәһендә.

Тангра тауы

Антарктика — һауа температураһы түбән, көслө елдәр, борандар һәм томандар булған Ерҙең иң ҡаты климатлы өлкәһе. Антарктида китғаһы һәм яҡын утрауҙар өҫтөндә боҙ ҡатламы ята. Субантарктика райондарында иң йылы айҙың урта температураһы +10 °C, иң һыуыҡ айҙың урта температураһы 0° C -тан алып −10 °C –ҡа тиклем була.

Һалҡын Антарктика һыуҙары крилгә (ваҡ ҡыҫала һымаҡтар) һәм балыҡҡа бай. Бында күп тюлень, котик һәм кит йәшәй. Яр буйында поморник һәм альбатрос кеүек диңгеҙ ҡоштары, шулай уҡ пингвиндарҙың һигеҙ төрө бар. Утрауҙарҙа тундра үҫемлектәре, күп ҡош бар.

Нунатак Калоян

Ҡалып:Региондар