Антиб (франц.Antibes, окс. Antíbol) — Францияның көньяҡ-көнсығышында Прованс — Альп — Зәңгәрһыу яр төбәгендәге коммуна, Диңгеҙ буйы Альптары департаменты, Грас округы, Антиб-1, Антиб-2 һәм Антиб-3 кантондары[11].
Коммунаның майҙаны — 26,48 км², халҡы — 75 820 кеше тәшкил итә[12][13] (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән: 75 568 кеше[14] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 2854,0 кеше/км² тәшкил итә.
Антиб — Францияның Зәңгәрһыу Ярындағы ҙурлығы буйынсы икенсе курорт ҡалаһы (Ниццанан һуң). Урта диңгеҙҙең Гаруп морононда Канны һәм Ницца ҡалалары араһында урынлашҡан. Төбәктә иң ҙур яхта порты. Антиб мороно (франц. Cap d'Antibes) Жюан-ле-Пен кварталы (франц. Juan-les-Pins) менән бергә бер адимнистратив берәмекте тәшкил итә.
Ҡалаға Антиполис (ҡаршыла урынлашҡан ҡала) исеме аҫтында беҙҙең эраға тиклем VI быуатта грек сәйәхәтселәре тарафынан нигеҙ һалына. Атамаһы ҡаланан бухта аша Никея (Ницца) ҡалаһы урынлашыуы менән бәйле була. Антиполис Массалия (хәҙерге Марсель) колонияһы кеүек барлыҡҡа килә. Рим империяһы ваҡыттарында ҡала Римдән Галлия юлында мөһим пункт була һәм төбәктең иң эре ҡалаларының береһенә әүерелә. Оҙаҡ ваҡыт ул яр буйында Марселдән алып Италияға тиклем нығытылған берҙән-бер ҡала була.
II быуатта ҡалала епископ кафедраһы ойошторола һәм ул Антигуль тип атала башлай, ә ваҡыт үтеү менән — Антиб тип атала. Урта быуаттарҙа ҡала Савойяға, ә 1481 йылдан — Францияға ҡарай.
2011 йылда халыҡ һаны — 75 176 кеше[15], ә 2012 йылда — 75 568 кеше[14].
1962 | 1968 | 1975 | 1982 | 1990 | 1999 | 2006 | 2011 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
35439 | 47547 | 55960 | 62859 | 70005 | 72412 | 75820 | 75176 | 75568 |
Халыҡ һаны динамикаһы[12][16]:
Туристик индустрия һәм күңел асыу индустрияһы ныҡ үҫешкән. Антиб 25 километрлыҡ ҡомло һәм ҡырсынлы пляждарға эйә. Ҡалала тимер юлы вокзалы бар.
Бынан тыш парфюмерия етештереү үҫешкән.
Шулай уҡ балыҡ эшкәртеү сәнәғәте һаҡланып ҡалған, һуңғы тиҫтә йылдарҙа ул һиҙелерлек кәмегән.
Антибта Зәңгәрһыу Ярҙың ҙур яхта порты (дөйөм тоннаж буйынса) урынлашҡан. Порт XX быуаттың алтмышынсы йылдарында рим гаваненың бер урынында төҙөлгән. Ғәмәлдә, бер порт түгел, биш порт — Вобан, Галис, Крутон, Оливетт, Салис порттары бар.
Антибтан алыҫ түгел София-Антиполис (ингл. Sophia-Antipolis) ғилми-тикшеренеү үҙәге, француз Силикон үҙәне аналогы урынлашҡан. Үҙәк 1969 йылда төҙөлгән.
2010 йылда 45 303 эшкә яраҡлы йәштәге кешеләрҙән (15 йәштән 64-кә тиклем) 33 823 иҡтисади яҡтан әүҙем, 11 480 — әүҙем булмаған кешеләр (әүҙемлек күрһәткестәре 74,7 процент, 1999 йылда — 69,4 процент). 33 823 әүҙем эшкә яраҡлы кешеләрҙән 29 866 кеше эшләгән (14 441 ҡатын-ҡыҙ һәм 15 425 ир-егет), 3957 эшһеҙ иҫәпләнгән (1896 ир-егет һәм 2061 ҡатын-ҡыҙ). Әүҙем булмаған эшкә яраҡлы граждандар араһында 4078 уҡыусы йәки студент, 3548 — хаҡлы ялда, ә тағы 3854 — башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙем булмағандар[17][18].
2010 йыл дауамында коммунала һалым түләүсе 37 115 йорт хужалығы иҫәпләнә, унда йәшәгән кешеләрҙең һаны 75 956,5. Шул уҡ ваҡытта килем медианаһы бер һалым түләүсегә 20 546 евро тәшкил итә[19].
2004 йылдың июнендә ҡалала беренсе водителһеҙ такси маршрутының эксперименталь линияһы эшләй башлай[20].
Ҡалала иҫтәлекле урындар күп. Улар араһында:
Антиб менән бер нисә билдәле яҙыусылар исеме бәйле. Бында Жак Одиберти тыуған, Фрэнсис Скотт Фицджеральд үҙенең «Ночь нежна» романында Cap Eden Du-Roc ҡунаҡханаһын һүрәтләгән. Яҙыусы Никас Казантзакис Антибта йәшәгән һәм «Алексас Зорбас» романын ижад иткән, был әҫәр буйынса 1964 йылда Голливудта фильмы төшөрөлгән. Үҙ ғүмеренең һуңғы сиреген (1966 йылдан 1991 йылға тиклем) Антибта инглиз яҙыусыһы Грэм Грин үткәргән. Билдәле кешеләр араһында, ҡунаҡханаға төрлө ваҡытта килгәндәр араһында Марлен Дитрих, герцог һәм герцог ҡатыны Виндзорскийҙар, Вуди Аллен, Карл Лагерфельд, Тим Бертон, Джонни Депп була[24]
Антиб мороно диңгеҙҙә 4 километрға һуҙылған. Эксклюзив ял зонаһы һанала, бында бик күп хәҙерге заман бай кешеләренең виллалары урынлашҡан. Шулай уҡ моронда иҫтәлекле урындар күп.
Курорт ҡалаһына XIX быуат аҙағында нигеҙ һалынған. Административ яҡтан Антиб составына инә. Гольф-Жюан ҡултығында, Антиб һәм Круазетта морондары араһында урынлашҡан.
Был урынды курорт сифатында популярлаштырыу королева Викторияның улы — герцог Олбануиға ҡайтып ҡала.
Яр буйында 1815 йылда Эльба утрауынан һөргөндән үҙенең йөҙ көнлөк хакимлығына Парижға ҡайтып барғанында Наполеондың булып китеүе тураһында иҫтәлекле билдә ҡуйылған (см. Дорога Наполеона).
1883 йылдан ҡалала үҙенең тимер юл вокзалы була.
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Өҙөмтә хатаһы: <ref>
тег дөрөҫ түгел: «INSEE-06» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Өҙөмтә хатаһы: <ref>
тег дөрөҫ түгел: «INSEE-12» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Антиб Викимилектә | |
Антиб Викигид |
Ҡалып:Коммуны департамента Приморские Альпы Ҡалып:Лазурный Берег