{{{Исеме}}} | |||
Антон Николов Дончев | |||
Дебют: |
«Пробуждение» романы | ||
---|---|---|---|
Премиялары: |
Димитров премияһы | ||
Наградалары: |
| ||
Антон Николов Дончев (болг. Антон Николов Дончев; 14.09. 1930, Бургас), болгар прозаигы һәм сценарисы, Болгария Фәндәр академияһы академигы[1].
Яҙыусының иң билдәле романы — «Час выбора (болг.)баш.»[2].
1930 йылдың 14 сентябрендә Бургаста почта хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуа. Бала сағында уҡ өләсәһе Сребра аша халыҡ йырҙары һәм риүәйәттәре менән таныша[3].
Ғаилә ҡаланан ҡалаға күсенеп йөрөй, ғаилә башлығы отставкаға сыҡҡас, Велико-Тырново ҡалаһында төпләнә[4]. Бында Антон 1948 йылда гимназия тамамлай, шунан изге Климент Охридский исемендәге София университетының юридик факультетын тамамлай. Уҡығанда автомобиль һәм тимер юлдар төҙөлөшөндә лә эшләй. Университетты тамамлағас, 1953 йылда Велико-Тырновола бер нисә ай судья булып эшләй. Эштән киткәс, үҙен тулыһынса яҙыусылыҡ эшенә арнай[4][5].
Ике тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны, шахматистка Эвелина Троянская, 2000 йылда һәләк була. Беренсе никахтан улы Никола тыуа.
79-сы йәшендә 64 йәшлек Райна Василеваға өйләнә[6].
Мәктәп йылдарында уҡ шиғыр яҙыу менән мауыға, тәүге ике романын яҙа. Димитр Мантов менән берлектә яҙған «Пробуждение» (1956 йыл) тигән тарихи әҫәр баҫылып сыҡҡан тәүге романы була[4][7].
Үҙ аллы яҙған тәүге китабы — «Сказание о времени царя Самуила» (1961 йыл), уға Болгар яҙыусылары союзының премияһы бирелә.
Өс йылдан, 1964 йылда, Дончевҡа донъяла билдәлелек килтергән «Час выбора» романы нәшер ителә (болг. Време разделно)[5].
Артабан Дончев кинематографистар, телевидение менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, сценарийҙар яҙа, шул иҫәптән үҙенең романдары буйынса ла[3].
1998 йылда «Странный рыцарь Священной книги» романы өсөн Балканика (болг.)баш. халыҡ-ара әҙәби премияһы менән бүләкләнә.
Яҙыусының башҡа романдары араһында — «Калоян» (1963 йыл), «Сказание о хане Аспарухе, князе Славе и жреце Тересе» (4 том, 1968—1992 йылдар), «Девять лиц человека» (1989 йыл), «Три жизни Кракры» (2007 йыл)[3][5], «Тень Александра Великого» (2016 йыл)[8].
Бер нисә тапҡыр әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына тәҡдим ителә[1].
Антон Дончев хәтерләүенсә, «Час выбора» романын ул 41 көндә яҙған[5].
Китаптағы хәл-ваҡиғалар XVII быуатта Родоп тауҙарында Болгарияны Ғосман империяһы баҫып алғандан һуң бара; был осорҙа болгарҙарҙы исламға күсереү бара[9]. Романда власть, көсөргәнешле тарихи осорҙарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың бер нисә быуат буйы бөтә халыҡ яҙмышына йоғонто яһауы мәсьәләләре күтәрелә; шәхси һәм дини ҡиммәттәр бәрелеше һүрәтләнә. Геройҙарҙың эш-ғәмәлдәре ҡаһармандарса һәм фажиғәле итеп тасуирлана; килеп тыуған ҡармарлы мораль-этик мәсьәләләр тынғынан яҙҙыра, роман һәләкәткә дусар булғанлыҡ идеяһы менән һуғарылған[10].
Романдағы ваҡиғалар ике персонаж исеменән һөйләнелә: болгар христиандары яғынан — афон монахы Алигорко атаҡай, ғосман мосолмандары яғынан — Венецияның Кандия ҡәлғәһе өсөн алышта әсирлеккә алынған һәм ислам ҡабул иткән Венецианец ҡушаматлы француз дворяны исеменән. Һәр береһенең тормошо драматик төҫ ала, шулай ҙа — яҙмыш һәм менталитет төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан — ахырҙа уларҙың ҡараштары оҡшашҡа әйләнә[10].
Китап ҡат-ҡат нәшер ителә[3], 25-тән ашыу телгә тәржемә ителә, ә 1987 йылда режиссёр Людмил Стайков уның буйынса «Время выбора (болг.)баш.» тигән фильм төшөрә[11].