Антонов Алексей Иннокентьевич (15 (27) сентябрь 1896 йыл — 18 июнь 1962 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, армия генералы, Баш командование ставкаһы ағзаһы, 1945—1946 йылдарҙа Генераль штаб начальнигы, Варшава Килешеүе Ойошмаһы илдәренең Берләшкән Ҡораллы Көстәре штабының беренсе начальнигы. Һәләтле штаб офицеры булараҡ дан ала. 1942 йылдың декабренән совет ғәскәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы барлыҡ тиерлек мөһим операцияларын эшләүҙә ҡатнаша[4]. Союздаштарҙың Ялта һәм Потсдам конференцияларында ҡатнаша.
«Еңеү» ордены менән бүләкләнгән һәм орден кавалеры булып та Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәгән генерал дәрәжәһендәге берҙән-бер совет хәрби етәксеһе.
Өс тапҡыр — Ленин ордены, дүрт тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
1896 йылдың 27 (15) сентябрендә Гродно ҡалаһында (Белоруссия) капитан, офицер-артиллерист Иннокентий Алексеевич Антонов (1859—1908) һәм хужабикә Тереза Ксавериевна Антонова (1862—1915) ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса — керәшен татары[5]. Антоновтың олатаһы — Алексей — шулай уҡ офицер, Мәскәүҙең Александр хәрби училищеһын тамамлаған. Тереза Ксаверьевна — полька, 1863—1864 йылдарҙағы Польша ихтилалында ҡатнашҡаны өсөн Себергә һөргөнгә ебәрелгән кешенең ҡыҙы. Иннокентий Антонов Генераль штаб академияһына имтихандарҙы уңышлы тапшыра, әммә ҡатыны католик булыу сәбәпле, уҡыуға ҡабул ителмәй, уға ҡатынының православие динены күсеүен шарт итеп ҡуялар[6]. Был тәҡдимдән баш тартҡас, Антоновты Гродно ҡалаһында урынлашҡан 26-сы артиллерия бригадаһына ебәрәләр, шунда улы Алексей тыуа. Алексей ғаиләлә икенсе бала була, апаһы — Людмила. Бала сағында Алексей рус телен дә, поляк телен дә белә[7].