Ара Шираз | |
әрм. Արա Շիրազ | |
Исеме: |
Арамазд Ованесович Карапетян |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: | |
Наградалары: | |
Работы |
Ара Шираз (әрм. Արա Շիրազ), ысын исеме Арамазд Карапетян Ованесов (әрм. Արամազդ Հովհաննեսի Կարապետյան; 8 июнь 1941, Ереван — 18 март 2014 (72 йәш), Ереван) — әрмән рәссам-скульпторы, Әрмән ССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1979), Әрмәнстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2009)[1], Әрмәнстан Республикаһы Президенты премияһы лауреаты[2].
Шағирә Сильва Капутикян һәм шағир Ованес Шираздың (Карапетян) улы[2]. 9 йәшендә, мәктәптәге художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәгенә яҙылып, скульптура йүнәлешен һайлай. 1966 йылда Ереван дәүләт художество-театр институтын тамамлай. Республика, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара кимәлдәге йәш рәссамдарҙың күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1968 йылдан алып Әрмәнстан Рәссамдар союзы ағзаһы, Мәскәүҙә, Ленинградта һәм Тбилисиҙа күргәҙмәләр ойоштороусы. «Урартуҙан хәҙергегә» әрмән сәнғәте фестивале (Париж, 1970) ҡатнашыусыһы. 1977 йылда — Әрмәнстандың атҡаҙанған рәссамы, 1979 йылда «Двин» ҡунаҡханаһы ҡыйығында «Бөркөттәр» барельефы өсөн Дәүләт премияһына лайыҡ була (Ереван, 1978).
Шираз скульптура портреттары авторы (Сароян Вильям, Пабло Пикассо, Кочар Ерванд, Шираз Ованес, Галстян Вруир һәм башҡалар) булараҡ билдәле, әрмән мифологияһынан, эпостарҙан һәм әкиәттәрҙән персонаждар, шулай уҡ сәнғәт эшмәкәрҙәре образдары менән әүҙем ҡыҙыҡһына. Шираздың эштәре Еревандағы Хәҙерге сәнғәт музейында һәм Әрмәнстандың Милли галереяһында[2], Третьяков галереяһында һәм Мәскәүҙә Көнсығыш халыҡтарының Дәүләт сәнғәт музейында ҡуйыла.
1987 йылдан Әрмәнстан Рәссамдар союзы президенты, СССР Рәссамдар союзы Секретариаты ағзаһы. Шираз авторлығы менән картиналар һәм скульптуралар Мәскәү, Санкт-Петербург, Тбилиси, Ереван, Бейрут, Париж, Лондон, Нью-Йорк, Лос-Анджелес, Чикаго, Детройт, Монреаль һәм донъяның башҡа ҡалаларында бар[3].