Арберештар

Арберештар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 260 000 самаһы, тамырҙары булған кешеләр һаны 2,000,000[1]
Италия (башлыса Калабрия)

Тел

Арбереш теле, Итальян теле

Дин

Итальян-албан католик сиркәүе, Арбереш православие сиркәүе

Туғандаш халыҡтар

Арнауттар, албандар, гректар

Көньяҡ Италияла албандарҙың төпләнеүен тасуирлаған  1859 йылғы этнографик карта 

Арберештар йәки Итальян албандары (алб. Arbëreshët, Арбёрешёт, итал. Arbereschi, Арберески) — Урта быуаттарҙа Балкандағы албан этносынан айырылып сыҡҡан албан (иллирий) тамырлы  ике эре  субэтник эксклав төркөмдөң  береһе.  Албандарҙың икенсе эксклав төркөмө  — арнауттар. Хәҙерге арберештар башлыса Италия Республикаһы ауылдарында, айырыуса илдең көньяғында күпләп йәшәй. Диндәре буйынса — католиктар.  Арбереш үҙаңын һаҡлаған кешеләрҙең һаны —  40—80 мең (2008 йыл, баһалау буйынса).  Италияла тулы йә өлөшләтә албан арберешы сығышлы  кешеләрҙең дөйөм һаны — 2 миллиондан ашыу кеше, улар нигеҙҙә илдең көньяғында һәм ҙур ҡалаларҙа йәшәй.  Туған телдәре — арбереш теле, халыҡтың күпселеге ике телле, итальян телен һәм уның төбәк диалекттарын файҙалана. 

XIII—XVI быуаттарҙа Балкандағы шаулы сәйәси ваҡиғалар  — тәре  яуҙары,  православиелы Византия империяһының көсһөҙләнеүе, мосолман Ғосман империяһының нығыныуы арҡаһында ҡатмарлы миграция хәрәкәттәре барышында  албан  этносынан ике эре субэтник эксклав төркөм айырылып сыға, улар яйлап үҙ аллы халыҡтар булып үҫешә һәм әлеге ваҡытта тарихи ватандары менән ныҡлы бәйләнмәгәндәр. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • Арнауттар (арваниттар) —  Грецияның  (Пелопоннес, Аттика, Беотия, Афины, Эвбея, Андрос утрауҙары һ. б.) православиелы албандары. Туған телдәре — арнаут теле, күпселек ныҡлы эллинлашҡан. 
  • Арберештар һуңғараҡ барлыҡҡа килә. Улар  Италияға XIV—XVII быуаттарҙа миграциялаған. 1453 йылда Константинополдең ҡолауы, Скандербег ихтилалы һәм ҡайһы бер албандарҙың исламға күсеүе менән ризалаша алмау Италияға күсенеүгә сәбәпсе булған. Айырыуса страдиот албандар (Венеция ялланмалары) һәм Латин империяһында итальян теле һәм мәҙәниәте менән даими бәйләнештә булған арнауттар Италияға күпләп ағылған. Италияла күптәре  православиенан католиклыҡҡа күскән.

Албандар башлыса Көньяҡ Италияла һәм Сицилияла ауыл ерҙәрендә төпләнә. Быуаттар буйына арберештар ғөрөф-ғәҙәтен, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлай. Ләкин уларҙың ҡалаларға күскән тоҡомдары ныҡлы итальянлашыуға бирелә. Арберештарҙың Италияла күптән төйәкләнеүен төбәктең күп ауылдарындағы ике телле (итальян-албан) топонимика дәлилләй. Арбереш теле әлеге ваҡытта башлыса өйҙә ҡулланыла,  федератив кимәлдә уның статусы ил конституцияһында нығытылмаған, ләкин төбәк кимәлендә, сикләнгән булһа ла, рәсми танылған ҡулланылыш алған.