Арно Бабаджанян Առնո Հարությունի Բաբաջանյան | |
| |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Үлгән | |
Инструменттар | |
Жанрҙар |
песня, академическая музыка |
babajanyan.ru | |
![]() | |
Арно Бабаджанян (әрм. Առնո Հարությունի Բաբաջանյան; 22 ғинуар 1921 йыл — 11 ноябрь 1983 йыл) — СССР һәм Әрмәнстан композиторы, пианист, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1971)[6]. III дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951).
Арно́ Арутю́н улы Бабаджаня́н 1921 йылдың 22 ғинуарында (ҡайһы бер башҡа сығанаҡтар буйынса — 21 ғинуарҙа[7] (Арноның атаһы метрикала улының тыуған көнөн, 1924 йылда В. И. Ленин үлгәндән һуң, ошо көндөң йыл һайын траур көнө булып билдәләнгәненән сығып, үҙгәртергә мәжбүр булған[7]) Эриванда (хәҙер — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереван) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
Уның атаһы флейтала уйнаған, Арноның музыкаль һәләте бәләкәйҙән асылған: ул өс йәшендә иҫке гармоникала уйнай башлаған. Быны Арам Хачатурян күреп ҡала.
1928 йылда Ереван консерваторияһы эргәһендәге һәләтле балалар төркөмөнә алына. Туғыҙ йәшендә "Пионер марш"ын яҙа, ә ун ике йәшендә йәш музыканттар конкурсында, Людвиг ван Бетховендың "Дүртенсе сонет"ын һәм Ф. Мендельсондың «Рондо капричиоззо»һын башҡарып, үҙенең тәүге призын ала. Консерватория эргәһендәге музыкаль мәктәпте тамамлағас, Ереван консерваторияһында уҡый. 1936 йылдан башлап В. Г. Тальян һәм С. В. Бархударяндан дәрестәр алған.
1938 йылда Мәскәүгә күсеп килә һәм шунда уҡ Гнесиндар исемендәге Музыкаль училищеһының һуңғы курсына уҡырға инә, Е. Ф. Гнесинала фортепиано класында һәм В. Я. Шебалинда композиция класында уҡып, уны тамамлай. Училищенан һуң П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында (Б. М. Берлиндың махсус фортепиано класы) уҡый. 1942 йылда Ереванға ҡайта һәм консерваторияла уҡыуын дауам итә. 1946 йылда йәш композиторҙар менән Мәскәүгә белемдәрен камиллаштырырға киләләр. 1947 йылда экстернат менән Ереван консерваторияһының композиция факультетын (В. Г. Тальяндың композиция класын), 1948 йылда — Мәскәү консерваторияһын (класс фортепиано К. Н. Игумновтың фортепиано класын) тамамлаған. 1946—1948 йылдарҙа композиция буйынса белемен Мәскәүҙәге Әрмән ССР-ы Мәҙәниәт йортонда Г. И. Литинскийҙа камиллаштыра.
Үҙенең ынтылыштары менән уның ижады А. Г. Арутюнян, Э. М. Мирзоян, Л. М. Сарьян әҫәрҙәре менән ауаздаш.
1950—1956 йылдарҙа Ереван консерваторияһында фортепиано класын уҡытҡан (1956 йылдан — доцент).
1956 йылдан башлап Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән.
Бабаджанян йырсы-композитор булараҡ ҙур популярлыҡ яулай, шағир Роберт Рождественский һәм йырсы Мөслим Мағомаев менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән [1](«Матурлыҡ королеваһы», «Зәңгәр тайга», «Йылмай», «Минең эргәмдә бул», «Көтмәгәндә», «Осрашыу», «Хәтирә», «Саҡыр мине», «Теләк уйла», «Рәхмәтлемен һиңә», «Туй» тигән йырҙары). Евгений Евтушенко («Ашыҡма», «Шайтан тәгәрмәсе», «Һинең эҙҙәрең»), Андрей Вознесенский («Мөхәббәт йылы», «Мәскәү-йылға», «Миңә музыканы кире ҡайтар»), Леонид Дербенёв («Донъяның иң яҡшы ҡалаһы») менән авторлыҡта яҙған йырҙары ла феноменаль уңышҡа өлгәште . «Беренсе мөхәббәт йыры» һәм «Ереван» тыуған ҡалаһына гимн күек ҡабул ителә. «Ноктюрн» йыры бик киң танылыу алған.
Композитор тарафынан инструменталь джаз өлкәһендә, музыкаль-театраль жанрҙарҙа күп эш башҡарылған. Ул «Багдасар бабай», «Төньяҡтан кәләш», «Тауҙарҙа минең йөрәгем» мюзиклдарын ижад иткән. Уның фольклор элементтары сериялыҡ менән новаторҙарса берләштерелгән, рельефлы образлылыҡ, экспрессив, сағыу миллилек менән айырылып торған фортепиано менән оркестрға тәғәйенләнгән «Героик баллада»һы (1950), Фортепиано триоһы (1952), скрипка һәм фортепиано өсөн сонатаһы (1959), «Алты музыкаль картина»һы (1965), шулай уҡ рояль өсөн яҙылған башҡа пьесалары репертуарҙарҙан төшкәне лә юҡ. «Поэма» әҫәре П. И. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстың программаһына мотлаҡ башҡарыла торған әҫәр булараҡ индерелгән. Уның Г. Арутюнян («Әрмән рапсодияһы», «Байрамса» — һуҡма инструменттар өсөн) менән авторҙаш булараҡ, ике рояль өсөн яҙылған баҙыҡ һәм виртуоз әҫәрҙәре бөтөн донъяла популярлыҡ алды. Бабаджанян С. В. Рахманиновтың, А. И. Хачатуряндың ижади тәжрибәһен артабан үҫтерҙе. Ғүмеренең аҙағында ижадында рационализмға күберәк иғтибар итте.
Уның академик музыкаһын башҡарыусылар: М. Л. Ростропович, Э. Г. Гилельс, Д. Ф. Ойстрах, Л. Н. Власенко, Ж. Тер-Меркерян, Д. А. Ханджян, Riga piano duo, Firenze piano duo. Йыш ҡына төрлө ҡалалар сәхнәләрендә пианиносы сифатында үҙенең әҫәрҙәрен бына тигән башҡарыусы булараҡ сығыш яһаған. Уның башҡарыуҙары кинотаҫмаларға төшөрөлгән, аудиодискыларҙа таралған. Арно Бабаджанян — «Әрмән ҡөҙрәтле өйөрөнөң» (төркөмөнөң) бер ағзаһы.
1943 йылдан — СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1956 йылдан КПСС ағзаһы.
Арно Бабаджанян 1983 йылдың 11 ноябрында Мәскәүҙә лейкемия өҙлөгөүенән вафат була (башҡа сығанаҡтар буйынса — Ереванда[8]). Ереванда Тохмах зыяратында ерләнгән[9].