Архентина Диас-Лосано | |
исп. Argentina Díaz Lozano | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Гондурас |
Тыуған көнө | 15 декабрь 1912[1] или 5 декабрь 1909 |
Тыуған урыны | Санта-Роса-де-Копан[d], Гондурас |
Вафат булған көнө | 1999 или 13 август 1999 |
Вафат булған урыны | Тегусигальпа[d], Гондурас |
Атаһы | Manuel Bueso Pineda[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Испан теле |
Һөнәр төрө | журналист, хоҡуҡ яҡлаусы, дипломат, суфражистка |
Уҡыу йорто |
Университет Сан-Карлос[d] Academy of the Holy Names[d] |
Жанр | проза |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Архентина Диас-Лосано Викимилектә |
Архентина Диас-Лосано (исп. Argentina Díaz Lozano), төп Архентина Буэсо-Мехиа (исп. Argentina Bueso Mejía; 15 декабрь 1912 йыл, Гондурас, Санта-Роса-де-Копан — 13 август 1999 йыл, Тегусигальпа, Гондурас) — Гондурас журналисы һәм яҙыусыһы — феминизм темаларына ҡатын-ҡыҙ романдары авторы. 1974 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына номинацияланған Үҙәк Американың беренсе яҙыусыһы.
Архентина Буэсо- Мехиа 1912 йылдың 15 декабрендә Санта-Роса-де-Копан ҡалаһында (шулай уҡ 1909, 1910[2] һәм 1917[3] йыларҙы ла атайҙар) эшҡыуар Мануэль Буэсо Пинеда һәм йорт хужабикәһе Тринидад Мехиа-Пердомо ғаиләһендә тыуған[4][5][6]. 1925—1928 йылдарҙа Тегусигальпала христиандар колледжында уҡый. Флорида штатының Тампа ҡалаһында Изгеләр Академияһында урта белем ала. 1929 йылда Порфирио Диас-Лосаноға кейәүгә сыға[7] һәм псевдоним сифатында ике фамилияны ла ала. Гватемаланың Сан-Карлос университетында журналистика факультетын тамамлай.
Университетта уҡыған осоронда уҡ «Диарио де Сентроамерика», «Ла-Ора», «Эль-Импарсиаль» һәм «Пренса Либре» баҫмалары өсөн мәҡәләләр яҙа. Бер нисә баҫмала бер үк ваҡытта «Литературные четверги»[8] исеме аҫтында аҙналыҡ колонка алып бара. Яҙыусының беренсе китабы «Жемчужины моего розария» хикәйәләр йыйынтығы 1930 йылда баҫылып сыға. 1944 йылда уның «Паломничество» романы «Фэррэр и Райнхард» нәшриәте һәм Панамерика союзы ойошторған конкурста беренсе Латин Америка әҙәби премияһын ала. Роман испан телендә һәм «Энрикетта и я» исеме аҫтында инглиз телендә нәшер ителә. Китап шулай уҡ Европа тәнҡитселәре һәм уҡыусылары араһында танылыу ала[3]. 1945—1955 йылдарҙа Диас-Лосано Сан-Карлос университеты ҡарамағындағы Антропология һәм тарих институтының китапханаһында эшләй[9]. Ул феминистик хәрәкәттең әүҙем ағзаһы була, Тегусигеальпа һәм Сан-Педро-Сулала Тыныслыҡ һәм азатлыҡ эштәре буйынса комитеттан Беренсе Америка-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресы коференцияһының эшендә ҡатнаша[10].
1951 йылдар тирәһендә яҙыусы беренсе ире менән айырылыша, уның фамилияһын псевдоним сифатында һаҡлап ҡала. 1952 һәм 1954 йылдар араһында Гватемала дипломаты Дарио Моралес-Гарсиаға кейәүгә сыға. 1956 йылда Диас-Лосано икенсе ире менән Бельгияға сыға, унда ире Гватемаланың Антверпен ҡалаһында консуллыҡ вазифаһын биләй. Был ваҡытта ул Утрехт университетының сәнғәт ғилеме факультетына уҡырға инә һәм үҙенең бер нисә китабын француз телендә баҫтырып сығара. Уның «Особняк в тумане» китабын Лихия Берналь де Самайоа сәхнә өсөн яраҡлаштыра. 1964 йылда был Гватемаланың юғары наградаһы —Кетцалдең ордены Ҙур Тәре кавалеры исеменә лайыҡ була[11]. Шул уҡ йылда ул Гватемалаға ҡайта һәм Гондурастың илселегендә мәҙәниәт буйынса атташе вазифаһын биләй.
1967—1968 йылдарҙа ул Гватемаланың вице-президенты Клементе Маррокин-Рохастан бер нисә интервью ала. Яҙыусы уның сәйәсәте менән һәр ваҡытта ла ризалашмаһа ла, ул уны ҡыҙыҡлы шәхес тип иҫәпләй. 1968 йылда Диас-Лосано уның биографияһын баҫтырып сығара, һәм уның өсөн Рамон Роса исемендәге Милли әҙәби премия ала һәм Гондурас тел академияһының ағзаһы була[9]. Шул уҡ йылда Бразилияның юғары наградаһы Көньяҡ Тәре орденының Ҙур тәре кавалеры исеменә лайыҡ була[3]. 1971 йылда «Ревиста Истенья» журналына нигеҙ һала һәм уны етәкләй һәм Суки Йота псевдонимы аҫтында «Ваше время» романын нәшер итә. Ошо уҡ романды 1986 йылда «Красное дерево и орхидеи» исеме аҫтында баҫтырып сығара. 1973 йылда яҙыуысының «Этот красный год» романы сыға, был роман өсөн шул уҡ йылдың июнь айында әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына кандидат итеп тәҡдим ителә. Тәҡдим ҡабул ителә, һәм Диас-Лосано премияға 1974 йылдан рәсми кандидат була. Ул Үҙәк Америкала әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына рәсми кандидат булған беренсе һәм берҙән-бер яҙыусы ҡатын-ҡыҙ була[12][13].
Гватемалала ер тетрәүҙән һуң Диас-Лосано 1976 йылда тағы Антверпенға килә. Шул ваҡыттан алып ул Бельгия һәм Гватемала араһында даими сәфәрҙә була. Яҙыусының һуңғы китабы 1990 йылда сыға. 1999 йылдың февралендә тыуған иленә Гондурасҡа барырға ҡарар итә[9]. Архентина-Диас-Лосано Тегусигальпала 1999 йылдың 13 августында вафат була[2].
Күп һанлы бүләктәр һәм әҙәби премиялар лауреаты, шул иҫәптән Рамон Роса (Гондурас) исемендәге Милли әҙәби премия лауреаты. 1968 йылдан Гондурас тел академияһы ағзаһы.