Асена Дуйгу | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 19 апрель 1946[3][4] |
Тыуған урыны | Истанбул, Төркиә |
Вафат булған көнө | 30 июль 2006[5][3][4] (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Истанбул, Төркиә |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | рак мозга[d] |
Ерләнгән урыны | кладбище Зинджирликую[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, актёр, активист, уҡытыусы, алып барыусы |
Эшмәкәрлек төрө | журналист[d] |
Уҡыу йорто | Истанбул университеты[d] |
Сәйәси идеология | Феминизм |
Асена Дуйгу Викимилектә |
Дуйгу Асена (тур. Duygu Asena; 19 апрель 1946 йыл — 30 июль 2006 йыл)[6] — төрөк журналисы, яҙыусы, автор һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары буйынса йәмәғәт эшмәкәре[7]
Дуйгу Асена Истанбулда, Төркиәлә 1946 йылда тыуа. Һеңлеһе Инчи Асена (төр. İnci Asena) төрөк шағирәһе һәм нәшриәтсеһе, 1966 йылда Төркиә һылыуҡайы[8]. Уның олатаһы Ататөрктөң шәхси секретарь була[9]. Ҡадыкөйҙә ҡыҙҙар өсөн шәхси колледжды тамамлағандан һуң, уҡыуын дауам итә һәм Истанбул университетын педагогика һөнәре буйынса тамамлай. Һуңынан ике йыл балалар поликлиникаһында, Хасеки дауаханаһында һәм Истанбул университетының балалар йортонда педагог сифатында эшләй.
Журналист булараҡ, Дуйгу Асена 1972 йылда яҙа һәм баҫтыра башлай. Уның беренсе мәҡәләһе "Хюрриет» гәзитендә баҫылып сыға. 1976 йылдан 1978 йылға тиклем реклама агентлығында копирайтер булып эшләй. 1978 йылдан нәшриәттә мөхәррир булып эшләй, «Kadınca», «Onyedi», «Ev Kadını», «Bella», «Kim» һәм «Negatif» кеүек ҡатын-ҡыҙҙар журналдары өсөн яуаплы була[7]. 1980-се йылдарҙа Дуйгу Асена Төркиәлә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм уларҙың хәле өсөн хәрәкәт лидеры була. Киң мәғлүмәт сараларында ул никах, ҡатын-ҡыҙҙар тигеҙһеҙлеге һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу тураһында яҙа. Үҙ ваҡытында эштәге коллегаһына ғашиҡ булып, ул эш урынын юғалта. Шул уҡ ваҡытта ул төрөк иренең шундай уҡ шарттарҙа бер ҡасан да эштән бушатылмаясағын аңлай[7]. Үҙенең беренсе «Kadının Adı Yok» («Исемһеҙ ҡатын) китабында ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәберләүҙе һәм уларҙың мөхәббәтһеҙ мәжбүри никахын ҡырҡа тәнҡитләй. Роман 1987 йылда баҫылып сыға һәм бестселлер булып китә. 1998 йылда, 40 тапҡыр баҫтырылғандан һуң, китап хөкүмәт тарафынан тыйыла, сөнки унда әҙәпһеҙлектәр, балалар өсөн уны тотоу ҡурҡынысы һәм никах нигеҙҙәрен ҡаҡшатыу күҙәтелә, тип иҫәпләнә. Ике йыл суд процестарынан һуң романға тыйыу алына. Был китаптың тәржемәһе Германия һәм Нидерландта сыға[7]. Китап Грецияла бестселлер булып китә. Уның икенсе китабы «Aslında Aşk Yok, беренсеһенең дауамы тип ҡаралырға мөмкин. Ул шулай уҡ сит телдәргә тәржемә ителә һәм сит илдәрҙә нәшер ителә. Уның артабанғы бөтә китаптары ла шулай уҡ бестселлер була.
1992 йылдан 1997 йылға тиклем яҙыусы дәүләт ТРТ 2 каналында программа алып бара. Журналист булараҡ, ул «Миллиет», «Джумхуриет» һәм «Ярин» гәзиттәрендә эшләй. Дуйгу Асена шулай уҡ «Umut Yarıda Kaldı» («Өмөт өҙөлә»), «Yarın Cumartesi» («Иртәгә шәмбе) һәм Bay E (Господин E) тип аталған өс фильмда роль уйнай.
Дуйгу Асена баш мейеһе яман шешенән вафат була, сир менән Истанбулда Америка госпиталендә ике йыл дауамында көрәшә. Зинджирлик зыяратында ерләнә[6].