Астанова Лола | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 30 июль 1982 (42 йәш) |
Тыуған урыны | Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | пианист, музыкальный продюсер, композитор |
Уҡыу йорто |
Университет Райса[d] П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Электрон почта | info@lolaastanova.com |
Рәсми сайт | lolaastanova.com |
Сайт официального магазина | lolaastanova.com/shop |
Астанова Лола Викимилектә |
Астанова Лола (ингл. Lola Astanova; 3 июль 1982 йыл) — Үзбәкстан һәм АҠШ пианисы һәм фортепианисы. Башлыса Фредерик Шопен, Ференц Лист һәм Сергей Рахманинов әҫәрҙәрен төп нөхсәлә лә, үҙенең шәхси интерпретацияһында ла башҡарыусы.
Лола Астанова 1982 йылдың 3 июлендә Ташкентта уҡытыусы һәм инженер ғаиләһендә тыуа[1]. Башта әсәһе ҡыҙының музыкаль карьераһына ҡаршы була, сөнки был һөнәрҙе бик ҡатмарлы тип һанай, әммә атаһы музыкаль белем алыуын талап итә. Алты йәшендә ҡыҙҙы В. А. Успенский исемендәге һәләтле балалар өсөнмәктәптә (хәҙер — Үзбәкстан Дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы һәләтле балалар өсөн Академик лицей) уҡытҡан профессор Тамара Поповичҡа алып баралар. Уҡыу йылдары дауамында Лола даими рәүештә Мәскәүгә килеп, «классик музыкаға килгәндә, Лола Астанова гениаль тойоу һәләтенә эйә»[2] тип белдергән Лев Наумовта дәрестәр ала.
Астанова һигеҙ йәшенән пианист сифатында гастролдәргә йөрөй башлай. Германия, Франция, Австрия, Италия һәм Рәсәйҙә яүғыҙ ҙа, оркестрҙар составында ла сығыш яһай. 1996 йылда Мәскәүҙә үткән Йәш пианистарҙың Шопен исемендәге II Халыҡ-ара конкурсында лауреаты була[2].
Ташкентта музыка мәктәбен тамамлағандан һуң Лола Астанова 2003 йылда АҠШ-ҡа күсенә һәм Хьюстонда Райс университетына уҡырға инә. Ҡыҙ льготалы шарттарға һәм ҡыҙҙар стипендияға лайыҡ була, һөҙөмтәлә ул үҙенең музыкаль карьераһында Америка этабын башлауға өлгәшә. 2004 йылдың май айында ул тәүге тапҡыр АҠШ-та — Вашингтондың Джон Кеннеди исемендәге Башҡарыу сәнғәте үҙәгендә сығыш яһай. 2005 йылда Райс университетының Шеферд музыка мәктәбен тамамлай. Уны Джон Кимура Паркер менән Роберт Ро уҡыта.
2007 йылдың октябрендә Лола Астанова АҠШ-та етәксеһе Валерий Гергиев етәкселегендә Мария театрының Симфоник окрестры сығышы сиктәрендә «Классик суперйондоҙҙарҙың фантастик концерты» (Classical Superstars Fantasy Concert) йондоҙҙарҙың береһе тип таныла[3].
2012 йылдың 19 ғинуарында Астанова беренсе тапҡыр Дональд Трамп етәкселегендә Владимир Горовиц хөрмәтенә ойошторолған махсус концертта Карнеги-холда сығыш яһай. Концерттан килгән барлыҡ килем Америка онкология йәмғиәтенә күсерелә[1][4]. Шул уҡ йылдың 30 майында Астанова пианистың профессиональ эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн премия менән бүләкләнеү тантанаһында Байрон Дженис менән Линкольн-үҙәктә дуэтта уйнай[5].
2014 йылда Астанова Кливленд оркестры менән Мар-а-Лагола (Палм-Бич) берлектәге концерт бирә[6].
Астанова сығыш ваҡытында үҙенең ҡиәфәтенә һәм стиленә ҡарата талапсан булыуы менән билдәле. Бик йыш бейек үксәле аяҡ кейемендә һәм кутюрьеларҙыү эксклюзив күлдәктәрендә сығыш яһай. Пианист әйтеүенсә, ул «күлдәктәренең сағыу һәм гармониялы» булыуын теләй, сөнки улар ҙа тамашаның бер өлөшө[7].
Уның был үҙенсәлеге бик йыш модаға арналған арналған Vogue[8], People[9] һәм башҡа журналдарҙа сағылыш таба.