Астауров Борис Львович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 14 (27) октябрь 1904 или 27 октябрь 1904[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 21 июнь 1974[1] (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | биолог, энтомолог |
Эшмәкәрлек төрө | биология һәм генетика |
Эш урыны | Институт биологии развития им. Н. К. Кольцова РАН[d][3] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d][4] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы[3][4] һәм Всесоюзное общество генетиков и селекционеров[d][3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Астауров Борис Львович Викимилектә |
Астауров Борис Львович (14 октябрь (27) 1904 йыл, Мәскәү — 21 июнь 1974 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың ғалим-биологы (цитогенетик, эмбриолог-экспериментатор), СССР Фәндәр академияһы академигы (1966 йылдың 1 июленән; 1958 йылдан ағза-корреспонденты).
Борис Львович Астауров 1904 йылдың 14 (27) октябрендә Мәскәүҙә тыуған. 1927 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, 1927—1930 йылдарҙа Фәндәр академияһының тәбиғи етештереүсе көстәр комиссияһында эшләй.
1955 йылда ул «Өс йөҙ хатына» ҡул ҡуя.
1966—1972 йылдарҙа — Н. И. Вавилов исемендәге генетиктар һәм селекционерҙар йәмғиәте (ВОГиС) президенты.
1967 йылдан Үҫеш биологияһы институтына (уның инициативаһы буйынса яңыртылған Кольцов эксперименталь биология институты) етәкселек итә.
Эксперименталь генетика һәм үҫеш биологияһы өлкәһендәге фәнни әҫәрҙәр йыйылмаһы өсөн И. И. Мечников исемендәге алтын миҙалға лайыҡ була (1970).
Астауров эксперименталь рәүештә төр билдәләре мираҫында ядроның ҙур ролен раҫлай һәм беренсе тапҡыр тут ебәге күбәләгендә 100 % бер енестәге затты маҡсатлы рәүештә алыу ысулдарын эшләй, шул рәүешле енесте айға һалыу теорияһына нигеҙ һала. Борис Львович беренсе булып ебәк күбәләгендә рентген нурҙары һәм гамма нурҙары килтереп сығарған мутацияны күҙәтә. Б. Б. Л. Астауровтың һәм уның хеҙмәттәштәренең яһалма партеногенез ысулдарын эшләүҙә ирешкән иҫ киткес уңыштары үҫеш биологияһының бер нисә актуаль проблемаларын хәл итергә яҡынлашырға мөмкинлек бирә, һәм шулай уҡ ебәкселек сәнәғатендә ҡулланылалар[5].