Ата-әсә — кешенең иң яҡын туғандары, улар уның ғаиләһенең нигеҙен тәшкил итә[1].
Ата-әсәләрҙең балаға ҡарата роле ҡатмарлы һәм тәрән характерҙа ул мәҙәниәт, дин һәм халыҡҡа бәйле тирбәлә. Ата-әсә, тәрбиәсе булараҡ, шулай уҡ балаһының йәмғиәттәге тәртибе өсөн яуаплы.[2] Шулай итеп, ата-әсә опекаһының һәм бала тәрбиәләүҙең этик нормалары һәр кешенең, шулай уҡ тотош йәмғиәттең именлеге һәм тәртибе нигеҙендә ята. Ата-әсәһенән мәхрүм ителгән бала етем тип билдәләнә.
Беренсе быуын ата-бабалары ата-әсә тип иҫәпләнә. Биологик ата-әсәләр — ауырға ҡалған һәм бала тыуҙырған ата-әсә, тәрбиәгә алған ата-әсә (уллыҡҡа алыусы) — бала тәрбиәләүсе, әммә уның биологик ата-әсәһе булмаған ата-әсәләр.
Медицина өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштары арҡаһында ике биологик ата-әсә булыуы мөмкин була.[3][4][5] Өс биологик ата-әсәнең миҫалына суррогат әсәлек осраҡтары йәки яралғының генетик материалын үҙгәрткән ярҙамсы репродуктив процедура ваҡытында ДНК өлгөләрен күрһәткән өсөнсө кеше ҡатнашлығында ауырға ҡалыу осраҡтары инә.[6]