Ата зат

«Ҡалҡан һәм һөңгө» — ир заты, шулай уҡ Марс планетаһы һәм шул исемдәге илаһ символы

Ата зат (ир енесле) — ваҡ ҡына, хәрәкәтсән гаметалар — сперматозоидтар етештереүсе тере организм формаһы. Ата заттар бер генә булһа ла түл күҙәнәге булмай тороп, үрсей алмай.

Енес сперматозоид йәки түл күҙәнәге етештереү тибына ҡарап билдәләнә.

Ата зат менән инә зат араһындағы айырма — енси диморфизм хайуандарҙа ғына осрамай. Улар үҫемлектәрҙә лә, спорофиттарҙа ла була.

Хайуандар батшалығында ата заты инә затынан енси системала айырманан тыш тышҡы ҡиәфәте менән дә айырыла.

  • Абсолют күпселек биологик төрҙә инә зат ата заттан ҙурыраҡ була, һөтимәрҙәрҙә күп осраҡта — киреһенсә.
  • Мускулдары үҫешкән булыуы һәм кәүҙә ҙурлығы ата затҡа үҙен һаҡларға һәм генофондын күберәк таратырға мөмкинлек бирә.
  • Ата заттарҙа артыҡ сағыу тышҡы ҡиәфәте уҙаҡлашырға күберәк мөмкинлек бирә, миҫал — тауис, уларҙың ата заты сағыу ҡауырһынлы, ә инәһе күҙгә ташланмай, һоро ҡауырыйлы.
  • Биологик ҡулайлама. Мөгөҙ, һуҡҡы һәм башҡа шундай ағзалары ата затҡа инә зат өсөн алышырға һәм тоҡомдарын яҡларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, болан йәки һарыҡ.

Башҡорт телендә енси билдә буйынса хайуан атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә хайуандарҙың төрөнә һәм енесенә хас атамалар ҡулланыла. Мәҫәлән:

  • һарыҡ-кәзә: орғасы (инә зат) һәм тәкә (ата зат).
  • Һыйыр малында — орғасы (инә зат) һәм үгеҙ (ата зат).

Термин малдың йәшенә ҡарап та енес буйынса айырып бирелә, мәҫәлән:

  • йылҡы малында: айғыр (ата зат) — бейә (инә зат), дүнән (ата зат)- дүнәжен (инә зат), ҡонан (ата зат)-ҡонажын (инә зат).
  • Ҡош-ҡортта тауыҡтар ғына енес буйынса айырым атамалы: тауыҡ — әтәс.
  • Ҡаҙ, өйрәк, күркә «ата» һәм «инә» тип айырыла.
  • Эттең ата заты — арлан, инә заты — кәнтәй[1]


  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993.