Атласов Владимир Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Урыҫ дәүләте |
Тыуған көнө | 1661, 1660[1] или 1663[1] |
Тыуған урыны | Бөйөк Устюг, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 1 февраль 1711[2][1] |
Вафат булған урыны | Түбәнге Камчатка[d], Камчатка крайы, Рәсәй |
Үлем төрө | һомицид[d] |
Һөнәр төрө | сәйәхәтсе-тикшеренеүсе |
Атласов Владимир Васильевич (яҡынса 1661/1664 йыл — 1 февраль 1711 йыл) — урыҫ ергиҙәре, яҡут казагы, 1697—1698 йылдарҙа Камчатка буйлап поход ойоштора.
А. С. Пушкин Атласовты — «Камчатка Ермагы», ә академик С. П. Крашенинников «Камчатканы табыусы» тип атаған[3].
Атласовҡа тиклем Камчаткала тәүге урыҫтарҙан Яҡут бастругы казак десятнигы Иван Рубец (1662 йылда)[4], Анадырь бастругына яһаҡ йыйыу өсөн 1695—1696 йылдарҙа ебәрелгән Лука Семенов Морозко һәм Иван Осипов Голыгин булалар[5].
Атласовтың атаһы — Устюг крәҫтиәне, үҙ ваҡытында Яйыҡ аръяғына ҡасҡан һәм яҡут казактары араһына ингән кеше булған.
Яһаҡ йыйыу буйынса хеҙмәтен Владимир Атласов 1682 йылда Алдан һәм Уда йылғаларында башлай[6]. 1695 йылда уға пятидесятник чины бирелә һәм ул Анадырь бастругы приказчигы булып тәғәйенләнә. Үҙе ебәргән Лука Морозко аша Камчатка тураһында мәғлүмәттәр ала һәм экспедицияға әҙерләнә башлай.
1697 йылда Атласов 120 кешенән торған отряд менән (60 казак һәм 60 юкагир) Коряк һырты аша көньяҡҡа табан поход ойоштора. Камчаткаға барып еткәс, отрядикегә бүленә. Лука Морозко Камчатканың көнсығыш ярына китә, ә Атласов — ярымутрауҙың көнбайыш ярына. Һуңынан отряд берләшә һәм уларҙың артабанғы юлы Камчатканың үҙәк өлөшөнән үтә.
Поход барышында дүрт коряк бастругы баҫып алына, Кануч йылғаһында иҫтәлекле тәре ҡуйыла һәм Камчатка йылғаһында Үрге Камчатка бастругы төҙөлә[7]. Экспедиция маршруты ярымутрауҙың көньяҡ осонда тамамлана, бында Атласов Нынгичу йылғаһы тамағынан элек билдәле булмаған Курил утрауҙарын күҙәтеү мөмкинлеген ала. Һуңынан ул Үрге Камчаткаға әйләнеп ҡайта һәм, унда үҙенең кешеләрен ҡалдырып, Анадырь бастругына юллана, баструкка 15 урыҫ хеҙмәткешеләре һәм 4 юкагир менән 1688 йылдың 2 июлендә килеп етә.
1700 йылда Атласов Якутск ҡалаһына килә, унда поход барышында тупланған материалдарҙы яйға һала һәм ентекле «сказкалар» яҙа. Яҙмаларында ярымутрауҙың һәм яҡын тирәлә ятҡан утрауҙарҙың рельефы, климаты, флора һәм фаунаһы, халҡы һәм ошонан Нифон батшалығына юл асылыуы тураһында бәйән итә[8].
1701 йылда ительмәндәрҙә Атласов япон Денбейҙы осрата һәм Якутскиға алып килә. Әлеге япон тураһында Мәскәүҙә белеп ҡалғас, уны баш ҡалаға алып килергә ҡушалар һәм 1702 йылдың 2 ғинуарында Денбейҙы батша Петр Алексеевичкә күрһәтәләр. Шулай итеп, Мәскәүҙә тәүге тапҡыр японды күрәләр[9].
1701 йылда яҡут воеводаһы Атласовты мәскәүгә отчет менән ебәрә. Нәҡ шул сәйәхәтендә Атласов үҙе менән Денбей исемле «әсир һиндты» алып китә, һуңынан был кеше Камчаткала карабы батып, зыян күргән япон булып сыға. Осака ҡалаһы японы Артиллерия приказы ҡағыҙҙарында «Денбей исеме Апон дәүләте татары» тип исемләнә. Артабан Денбей тәржемәсе булып хеҙмәт итә башлай[10].
Камчатканы Рәсәйгә ҡушып алған өсөн Атласов казак башлығы чинына лайыҡ була һәм уға 100 һум күләмендә бүләк бирелә.
1701 йылдың 29 авгусында Атласов «ҡунаҡ» Добрынинға һөжүм итеп, унан 16 622 һумлыҡ ебәк ҡытай туҡымаһын тартып ала, уларҙы үҙенең әшнәләре менән үҙ-ара бүлешеп, каруанды оҙатып барған «прикащикты» батыра яҙа. Атласовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла, ул ҡулға алына, унан көсләү алымдары менән һорау алына һәм Якутскиҙа төрмәгә ултыртыла. Төрмәлә 1706 йылға тиклем ултыра һәм һуңынан Камчаткаға ебәрелә[11].
Шул арала Камчаткала урыҫ властырының хәле ҡатмарлаша: коряктар бола ҡуптаралар һәм «прикащик» Протопопов һәм Шелковникоты үлтерәләр. Шул уҡ ваҡытта ителмәндәр гарнизоны менән бергә Үрге Камчатка бастругын ҡыйраталар һәм 15 казакты үлтерәләр. 1706 йылда Атласов ҡабаттан приказчик булараҡ Камчаткаға ебәрелә, уға ярҙамға хәҙмәт кешеләре һәм ике пушка бирелә. Өҫтәүенә, уға урыҫ булмаған кешеләрҙе үлтерергә, ә үҙенең ҡул аҫтында хеҙмәт иткәндәрҙе сыбыртҡыларға рөхсәт ителә. Атласов ошо вәкәләттәр менән кәрәгенән артыҡ файҙаланып, урындағы халыҡты ла, үҙенең ҡул аҫтындағыларҙы ла үҙенә ҡаршы ҡуя. 1707 йылдың декабрь айында ирекле йәшәргә күнеккән казактар (Данила Анцифоров , Харитон Березин, Степан Болшаков, Алексей Посников, Григорий Шибанов, Андрей Петров[12]) бола ҡуптаралар һәм Атласовты башлыҡтан алып ташлап, яңы башлыҡ һайлайҙар. Үҙҙәрен аҡлау маҡсатында Якутскиға Атласов өҫтөнән ялыуҙар ебәрәләр.
Боласылар, Атласовтың мөлкәтен ҡаҙна иҫәбенә тартып алып, үҙен төрмәгә ултырталар. Атласов төрмәнән ҡаса һәм Түбәнге Камчаткаға килеп, ундағы приказчиктан баструҡ башлығы уға вазифаһын тапшырыуҙы талап итә, әммә тегеһе риза булмай, әммә Атласовты иректә ҡалдыра. 1709 йылда Атласовҡа алмашҡа яңы приказчик ебәрелә (Петр Чириков), ә 1710 йылда Чириков урынына Осип Липин тәғәйенләнергә тейеш була. 1711 йылдың ғинуарында Липин менән Чириков Үрге Камчаткаға ҡайтыу юлында булған саҡта, уларға боласы казактар һөжүм итә һәм Липинды үлтерәләр. Чириковҡа улар үҙ ғәйебен таныу өсөн ваҡыт бирәләр (артабан ул да үлтерелә), ә үҙҙәре Түбәнге Камчаткаға юлланалар, уларҙың маҡсаты — Атласовты үлтерергә, 1711 йылдың 1 февралендә казактар үҙ маҡсатына ирешәләр[13]. Атласов урынына болала һәм дәүләт приказчиктарын үлтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан Данило Анцыферов һайлана[14].