Ахыры заман | |
Ҡайҙа өйрәнелә | эсхатология[d] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | апокалипсис[d] |
Ахыры заман Викимилектә |
Заман ахыры, Донъя бөтөүе (рус. Конец света) — бөтә кешеләрҙең, цивилизацияларҙың, бөтә кешелектең, Ерҙең йәки хатта Ғаләмдең йәшәйеше туҡталыу ҡурҡынысын аңлатҡан киң таралған фразеологизм. Тарыраҡ мәғәнәлә — бөтә тереклектең юҡ ителеүе.
Буддизмда донъя циклы Оло Кальпа (маха-кальпа) төшөнсәһендә һүрәтләнә. Цикл тамамланғас, бөтә донъя, шул иҫәптән кешеләр донъяһы тарҡала башлай. Һуңынан, ғәйәт ҙур ваҡыт арауығында, йыһан яңынан асыла башлай. Буддизмда маха-кальпалар теҙмәһе бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм башы ла, аҙағы ла юҡ тип иҫәпләнә.
Христиан динендә Библияның ҡайһы бер комментаторҙары[1] ахыры заман билдәһе итеп аңлатҡан ваҡиғалар, риүәйәткә ярашлы, Ғайса Мәсихтең шәкерте Яхъя Богослов (Иоанн Богослов) яҙған китапта тасуирлана.
Ислам эсхатологияһында теге донъя (ахирәт) кеше өсөн берҙән-бер мәңгелек һәм мөһим тормош булып тора. Ахирәт Кесе (үлем) йәки Оло Заман ахырынан башлана, үҙ эсенә Ҡиәмәт көнөн, ожмахты (йәннәт) һәм тамуҡты (йәһәннәм) ала. Оло Заман Ахыры тип Исрафил фәрештәнең борғоһо (суры) беренсе тауыш биргәндән алып икенсе яңғырашына тиклем дауам иткән осор атала[2].
Ахирәт ерҙәге донъя тормошона ҡаршы ҡуйыла. Ахирәткә ер тормошон ҡапма-ҡаршы ҡуйыу концепцияһы Мөхәммәт Пәйғәмбәр вәғәзендә төп идеяларҙың береһе була, ул ватандаштарын бөтә ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк баҡый донъя барлығына инандырырға тырыша. Мосолман дини тәғлимәтендә ахирәт концепцияһын әҙерләү мәңгелек донъяға (дар әл-баҡый) һәм ер тормошон (дар әл-фаный) ҡапма-ҡаршы ҡуйыу, шулай уҡ ахирәт тураһындағы төшөнсәләрҙе ентекле анализлау йүнәлешендә алып барыла (ожмах, тамуҡ, терелеү, Ҡиәмәт көнө һ. б.)[3].