Ҡала | |||||
Тана, Аҙаҡ | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Ҡала округы | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
Тана (урта быуаттар ҡалаһы) | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
1212,77 кеше/км² | ||||
Этнохороним |
аҙаулы, | ||||
Телефон коды |
+7 86342 | ||||
Почта индексы |
346780—346783, 346787, 346789, 346799 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
- | ||||
Код ОКАТО | |||||
Код ОКТМО | |||||
Номер в ГКГН | |||||
Аҙау (элекке атамаһы Аҙаҡ (XIII—XIV б.), Тана (XV—XVI б.; рус. Азов) — Ростов өлкәһендәге Аҙау районының административ үҙәге. Халҡы — 81 862[2] кеше (2016).
Бөгөнгө Аҙау — ул ыҡсым (компакт), йыйнаҡ, сәнәғәт зонаһы кеше йәшәгән кварталдарҙан ситкә сығарылған бик йәшел ҡала. Иҫке ҡалала Аҙау ҡәлғәһенең фортификацион ҡоролмалары — ҡәлғә валдары, ур, Алексей ҡапҡалары һаҡланған. Аҙау — мәҙәни ҡатламдары һаҡланған тарихи ҡалаларҙың береһе.
Этимологияһы:
Аҙау : — боронғо Танаис ҡалаһы урынында, Дон йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала (XVII б. «Азовск. Вз.» тип раҫланған). Ҡырым-татар теленән Azaw «Азов», төрөксә Azak, шунан сығып рум. Azác, серб-хорватса А̀зак көнсығыш төрөк — azak «түбән, түбән урын»; см. Радлов 1, 559, 563; Тиктин 1, 486. Шунан сығып: Аҙау диңгеҙе; сағыштырығыҙ: ҡырым-татар телендә Azaw däŋizi — шулай уҡ. XV—XVII бб. Итальян карталарында ул Маге delle Zabacheтип аталған; сағыштырығыҙ: тат., алт. čabak «чебак, Cyprinus lacustris»; см. Фасмер, ZfslPh 7, 152. Сағыштырығыҙ: грек атамаһы Καρμπαλούκ (Цецес), Банг фекренсә (KSz 11, 1 и сл.), төрөк телендәге Kärbalyq täŋiz һүҙенән — «бикре йәки ҡырпа диңгеҙе». Грек атамаһы Μαιῶτις. ион. Μαιῆτις ирланд телендәге māyavant- (ж. -vaitī) «ҡасырыу, аталандырыу урыны» (см. Бартоломэ 1168). сығанаҡ: Фасмер һүҙлеге. В7Е5В8НЕА
аҙаҡ «тамам, һуңғы, ахыр, бөтөү, финал… аҙайыу», аз «аҙ, ҙур булмаған»
тат. азак «һуңғы» боронғо ҡыпсаҡса … (кумано-половецк.) азак, азаF > азау «йылға тамағы» > Аҙау (Р. Әхмәтйәновтың ҡыҫҡаса этимологик һүҙлеге, Ҡаҙан ТКН-2001, 11-се бит)
Тур Хейердал атаманы хәҙерге Аҙау ҡалаһы урынында элек урынлашҡан Асгардтан килеп сыҡҡан тип фаразлағайны. Был фаразды тарихсылар һәм филологтар кире ҡаға.
Аҙау ҡалаһы Дон йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Аҙау йылғаһы ярында, уның Аҙау диңгеҙенә ҡойған еренән 15 километрҙа ятҡан Таганрог ҡултығының һыу юлында урынлашҡан. Ҡала быуаттар дауамында үҙенең тарихына оло тәьҫир яһаған мөһим стратегик урынды биләгән. Ҡала Ростов өлкәһенең иң боронғо ҡалаларының береһе, уның тарихы ике мең йылдан артыҡ элек, беренсе скиф ултыраҡтары барлыҡҡа килгәндән бирле, башланған. Тарихтан билдәле булғанса, ҡала территорияһында киммерийҙар, скифтар, савроматтар һәм меоттар йәшәгән. Скифтар эпохаһында Төньяҡ Аҙау диңгеҙе буйында региондың үҫешендә артабан мөһим роль уйнаған бик күп тораҡ пункттар барлыҡҡа килгән: был Таганрог ултырағы ла, Елизаветовский ҡаласығы ла, Ҙур грек колонияһы ла, боспор колонияһы Танаис та һ.б.
1559 йылда Аҙауҙы Дмитрий Вишневецкий ҡамауға алған. 1637 йылда дон һәм запорожье казактары Аҙауҙы баҫып алғандар һәм 1642 йылға саҡлы үҙ ҡулдарында тотҡандар (Аҙауҙы ҡамап ултырыу, тип аталған ваҡиға). Казактар Пётр I батша етәкселегендә 1695—1696 йылдарҙағы Аҙау походтарында ҡатнашҡан. Икенсе походта рус ғәскәрендә 65 мең һуғышсы, шулар араһында башҡорт яугирҙары 3 меңгә яҡын булған. Туранана-тура бәрелештәр башланыр алдынан, ҡапма-ҡаршы торған ғәскәрҙең иң таҫыл яугирҙары һайланып алынып, көс һынашырға сыҡҡандар. Һуңғы көрәштә бөрйән ырыуы башҡорто Алдар Иҫәкәев ҡаршы яҡтан сыҡҡан черкесты еңгән. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 62 башҡорт яугиры тархан титулына лайыҡ булған[3]. Ошо походтар һөҙөмтәһендә Аҙау Рәсәйгә күскән. 1709 йылдан Аҙау губернаһы барлыҡҡа килгән һәм уның үҙәк ҡалаһы — Аҙау булған. 1711 йылдағы Прут походында рус армияһы ҡамауға эләккән һәм бирелергә мәжбүр ителгән. Прут килешеүе буйынса Аҙау ҡалаһы Рәсәйҙән Ғосман империяһы идаралығына күскән.
1735—1739 йылдарҙа, Рус-төрөк һуғышы дәүерендә, 1736 йылда Аҙау ҡәлғәһе генерал Ласси ғәскәре тарафынан баҫып алынған. Белград тыныслыҡ килешеүе нигеҙендә (1739)| Аҙау ҡәлғәһе Ғосман империяһына кире ҡайтарылған, әммә Рәсәй менән килешеу шарттары буйынса бөтөн ҡәлғә нығытмалары ла ҡаҙып алып ташланған. 1769 йылдың мартында, яңынан Рус-төрөк һуғышы (1768—1774) тоҡанғас, ҡала тағы ла вологда полкы һалдаттары һәм дон казактары тарафынан яулап алынған; шунан бирле ҡала мәңгелеккә Рәсәй ҡалаһы булып ҡалған.
1775 йылда Аҙау ҡалаһы яңы барлыҡҡа килгән Аҙау губернаһының административ үҙәгенә әйләнгән. 1782 йылда губерна идаралығы Екатеринославҡа күсеү сәбәпле, 1810 йылдың 31 мартынан Аҙау яңынан ҡәлғә тип — Екатеринослав губернаһы Ростов өйәҙе посады тип атала башлаған, ә 1888 йылда Дон Ғәскәре өлкәһенә ҡушылған һәм казак идаралығына тапшырылған.
XIX быуат аҙағында посадта 4-класлы ирҙәр гимназияһы (прогимназия), шулай уҡ ҡыҙҙар һәм ирҙәр училищелары эшләгән. Сауҙа кимәле һиҙелерлек кәмегән.
1926 йылда Аҙау тағы ла ҡала статусын алған.
1941−1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдың 27 июлендә, Аҙау ҡалаһын немец-фашист ғәскәрҙәре оккупацияланған; 1943 йылдың 7 февралендә Ростов операцияһы барышында Көньяҡ фронты ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгән.
Хәҙерге Аҙау — Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Дон йылғаһының һул ярында, йылға Таганрог ҡултығына ҡойған урындан тура сыҡҡанда 12, 5 километрҙа урынлашҡан өлкә буйһоноуындағы ҡала. Өлкә үҙәге — Дондағы Ростов ҡалаһынан — 35 километрҙа. Ҡала территорияһы майҙаны 66,2 км² тәшкил итә.
Ҡаланың климаты. Климаты – уртаса континенталь. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4°С, июлдеке +22°С +24°С. Яуым-төшөм йылына 400—650 мм. Йылылыҡтың артыҡ булыуы менән дымһыҙлыҡ йәнәш тороуы хас. Ҡыш көнө ҡарлы бурандар була.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −0,9 | 0,3 | 6,2 | 16,3 | 22,8 | 26,5 | 28,7 | 27,9 | 22,5 | 14,6 | 7,5 | 2,5 | 14,6 |
Уртаса минимум, °C | −7,2 | −6,4 | −1,3 | 6,4 | 12,3 | 16,3 | 18,1 | 16,8 | 11,9 | 5,8 | 1,4 | −2,9 | 5,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 47 | 37 | 31 | 43 | 53 | 67 | 51 | 37 | 36 | 30 | 46 | 61 | 539 |
Һыу температураһы, °C | 1 | 0 | 3 | 9 | 19 | 23 | 25 | 24 | 18 | 12 | 5 | 2 | 12 |
Сығанаҡ: Гидрометцентр, Туристический портал |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[4] ҡалаһы араһында [5] 375-се урында була.
Ҡалала 20-нән артыҡ милләт йәшәй. Күпселекте тәшкил итеүсе милләттәр: рустар — 94 %, украиндар — 3,1 %, белорустар — 0,5 %. Халыҡтың 55 % хеҙмәт итергә һәләтле йәштә. Иҡтисад өлкәһендә эшләүселәр — барлығы: 34,0 мең кеше. Шуларҙан матди производствола хеҙмәт итеүселәр — 23,8 мең кеше, етештереү өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр — 10,2.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата торошо буйынса[6][7] | 2012 йылдың 1 ғинуарына торош буйынса | ||||
---|---|---|---|---|---|
Бөтәһе | Ирҙәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Бөтәһе | Ирҙәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
82 937 | 37 023 | 45 914 | 82 901 | 37 134 | 45 767 |
Аҙауҙа Интернетҡа инеү мөмкинлеге биреү сфераһында түбәндәге интернет-провайдерҙар айырылып тора:
Дондағы Ростовтың дәүләт санитар-эпидемиология күҙәтеүе һәм Рәсәй гидро-метерология үҙәктәре мәғлүмәте буйынса, тораҡ пункттарҙың Дон йылғаһынан һыу алыу һәм рекреация зоналарында БПК5 буйынса гигиена нормативтарын арттырыу билдәләнә (1,5-2 ПДК), ХПК (1,5-3,5 ПДК), дөйөм ҡатылыҡ буйынса (1,2-1,5 129 ПДК), дөйөм тимер буйынса (1,3-5,1 ПДК), нефть продукттары буйынса (1,2-32ПДК), ауыр металдар буйынса (1,5-2 ПДК).
Бактериаль бысраныу күрһәткестәре буйынса Дон йылғаһы юғары эпидемиология ҡурҡынысы сығанағы булып тора. Йылға һыуында колифагтар, сульфитредуцирлаусы клостридий саң-һеркәләре, холераға оҡшаш микрофлора күрһәтелә.
Йылға һыуының бактериаль бысраныуының юғары кимәле Дондың тамағы өлөшөндә, бигерәк тә ҡала канализацияһынан түбәнгәрәк һәм Темерник йылғаһының ҡойған урынынды күҙәтелә. Аҙау ҡалаһы өсөн һыу алыу урынында Дон йылғаһына, һыу сифатының микробиологик күрһәткестәре буйынса, Дондағы Ростов ҡалаһының етерлек кимәлдә таҙартылмаған һәм таҙартылмаған һыуҙары ағып төшөүе сәбәпле, бигерәк тә көсөргәнешле ситуация барлыҡҡа килгән. Халыҡтың бактериаль һәм вирус менән бысранған эсәр һыуҙы ҡулланыуы эсәк инфекцияларына һәм «А» тибындағы вируслы гепатит сирҙәренә килтерә[8].
Аҙау ҡалаһы Ростов агломерацияһы состаына инә һәм үҫешкән инфраструктуралы, сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү өсөн перспективалы территориялары булған күп функционалле динамик рәүештә үҫә барған ҡала. Ростов агломерацияһы планында Дон йылғаһы төп үҙәк булып тора, һәм бында Аҙау ҡалаһы, йөктәрҙе һыу буйлап хәрәкәт иттереүсе транспорт артерияһында ятҡанлыҡтан, айырым әһәмиәткә эйә. Был Аҙауҙы, Рәсәйҙең Көньяғын глобаль халыҡ-ара һәм рәсәй рыноктары менән бәйләүсе транспорт-логистик үҙәге итеп таныта (позиционирует).
Ҡала иҡтисадының нигеҙен машиналар төҙөү (7 предприятие) һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте (6 предприятие) тәшкил итә. Ҡалала тегеү фабрика һәм еңел сәнәғәттең башҡа предприятиелары, аҙыҡ-түлек (шуның эсендә консерва), йыһаз (мебель) сәнәғәте эшләй. Завод по производству Аҡһым-витамин өҫтәлмәләре етештереү заводы. Төҙөлөш материалдары етештереү (шуның эсендә тимер-бетон конструкциялары). Аҙау районында бойҙай, кукуруз, көнбағыш үҫтерәләр. Баҡсасылыҡ (йәшелсә, емеш-еләк) үҫешкән. Эре мөгөҙлө мал, сусҡа, ҡош-ҡорт үрсетелә.
Үҙенең уңайлы географик урынлашыуы буйынса, бөгөнгө Аҙау — бар кәрәкле инфраструктураһы булған, йылына диңгеҙ һәм эске һыу юлдары аша 1 миллион тоннаға яҡын төрлө йөктәр ташыған, 3000 — 5000 тонна йөк йөрөткән, һыуға батыу кимәле 4 метрға саҡлы булған, «йылға-диңгеҙ» тибындағы судноларҙы хеҙмәтләндереүсе үҫә барған халыҡ-ара диңгеҙ порты. Быға саҡлы сафта булған 7 причалдан башҡа, 2002 йылда бер нисә иген терминалы, порт элеваторы, ағас һәм техник спирт бушатыу-тейәү терминалдары, судноларҙы бункерлау терминалдары төҙөлә башланған.
Аҙау станцияһы — Батайскиҙан килгән бер юллы электрифицирланған тимер юл тармағының иң һуңғы станцияһы. Ростов менән ҡала яны бәйләнеше булдырылған. Ҡалала шулай уҡ автовокзал, Аҙау диңгеҙ һәм йылға порты (шул иҫәптән, суднолар менән пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү) бар. Аҙауҙың баш автовокзалынан Ростов сәғәт заводына саҡлы юл хаҡы 60 һум, Ростовтың Баш Автовокзалына − 64 һум, ростов аэропортына — 85 һум (был маршрут буйынса баш автовокзалдан таксиҙар сәғәт 07.00-нән 22:00-гә саҡлы йөрөйҙәр). Электропоезд йәки автобус менән өлкә үҙәгенән Аҙауға 1 сәғәттә, маршрут таксиһында — 40 минутта, теплоходта — 30 минутта барып етергә мөмкин. Яңы трасса буйлап үҙеңдең шәхси транспортыңда Аҙауҙан Ростовҡа 25 минутта барып етеп була. Нумерация Маршрут автобустары һәм маршрут таксиҙарының нумерацияһы тап килә.
Боронғо ҡәлғә валдары фонында, Аҙау ултырышы осоронда һәләк булған 1637−1642 гг. казактарға һәйкәл |
«Тыуған ил өсөн һәләк булғандарға» мемориалы | «Афған һуғышында һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрендә баштарын һалған йәш яҡташтарға» һәйкәле | Ленин һәйкәле |
Ил | Туғандаш ҡалалар | Бәйләнеш булдырыу йылы |
---|---|---|
Кипр Республикаһы | Агланджа[17] | 1990 |
АҠШ | Чилликоти[17] | 1993 |
Төркиә | Анталия | 1995 |
Рәсәй Федерацияһы | Кизляр[17] | 1997 |
/ Рәсәй/Украина | Феодосия | 2007 |
Рәсәй Федерацияһы | Салехард[17] | 2007 |
Рәсәй Федерацияһы | Сочи ҡалаһының Лазаревский районы | 2008 |
Азов Викимилектә | |
Азов Викияңылыҡтарҙа | |
Азов Викигид |