АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ обсерваторияһы (ингл. United States Naval Observatory, USNO) — астрономик обсерватория, 1893 йылда Вашингтонда (Колумбия округы), АҠШ-та нигеҙләнгән. 1974 йылдан алып обсерватория вице-президенттың рәсми резиденцияһы булып тора.
Обсерватория навигация приборҙарын ремонтлау урыны булараҡ 1830 йылдың 6 декабрендә булдырыла. 1842 йылда конгресс Милли обсерватория төҙөү өсөн 25 000 аҡш долларын бүлә. 1843 йылда АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһының иҫке бинаһы төҙөлә, Был урында күҙәтеүҙәр 1893 йылда обсерватория өсөн заманса бина төҙөлөп бөткәнсе алып барыла. 1955 йылда Вашингтонда АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһының Флагстафф станцияһы төҙөлә. Был обсерваторияның төп маҡсаты булып диңгеҙ караптарына һәм ил халҡы өсөн теүәл ваҡыт сигналдарын тапшырыу бурысы тора. Шулай уҡ АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһы Андерсон-Меса күҙәтеү станцияһын төҙөү эштәрендә лә ҡатнаша. Күк йөҙөнөң көньяҡ өлөшө каталогы өсөн Аргентиналағы Феликс Агилар исемендәге АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһының меридианаль түңәрәгенән күҙәтәләр.