Аҡаев Асҡар Аҡаевич (10 ноябрь 1944 йыл) — Советтар Союзы һәм Ҡырғыҙстандың дәүләт, сәйәси һәм фәнни эшмәкәре.
1990 йылдың 27 октябренән алып 1991 йылдың 31 авгусына тиклем — Ҡырғыҙ ССР-ыпрезиденты. 1991 йылдың 31 авгусынан 2005 йылдың 11 апреленә тиклем — Ҡырғыҙ Республикаһы президенты. Дүрт тапҡыр (1990, 1991, 1995 һәм 2000) президент һайлауҙарында еңә. Бынан тыш, 1995 һәм 2003 йылдарҙағы бөтә халыҡ референдумдары барышында үҙ вәкәләттәрен оҙайта алды. Уның президентлыҡ осоро, бер яҡтан, сағыштырмаса сәйәси тотороҡлолоҡ дәүере тип баһаланһа, икенсе яҡтан — киң йәйелгән ришүәтселек һәм эшһеҙлек менән билдәләнә һәм илдә Ләлә революцияһы (унан һуң Рәсәйгә ҡасып килә) башланыуға алып килә. Ул ҡасып китеү менән, Республика Генпрокуратураһы Аҡаевҡа һәм уның ғаилә ағзаларына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата, Рәсәй Федерацияһына уны биреү тураһында тейешле запрос ебәрелә, әммә Рәсәй уны биреүҙән баш тарта. Ҡолатылғанынан бирле Мәскәүҙа мәжбүри эмиграцияла, һөнәри нигеҙҙә фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 2021 йылдың 2 авгусында, 16 йыл эсендә тәүге тапҡыр, Ҡырғыҙстанға ҡайта. Илгә килеп етеү менән ГКНБ-ға алып китәләр.
Профессор, физика-математика фәндәре докторы. 1989—1990 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ы фәндәр академияһы президенты. 2006 йылдың майынан Рәсәй фәндәр академияһының сит ил ағзаһы. Халыҡ-ара инженер академияһының почётлы ағзаһы.
Асҡар Аҡаевич Аҡаев 1944 йылдың 10 ноябрендә Ҡырғыҙ ССР-ы Фрунзе (Чүй) өлкәһе Кемин районы Воронцовка ауылында колхозсы Аҡай Тоҡоев ғаиләһендә тыуа. Сығышы менән — Сарыбағыш[4]ҡәбиләһенән. 1961 йылда урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай.
1968 йылда отличие менән тамамлай Ленинград теүәл механика һәм оптика институтын тамамлай һәм аспирантураға уҡырға инә. 1980 йылда Мәскәү инженер-физик институтында[5] докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1984 йылда Ҡырғыҙ СССР-ы фәндәр академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана, шул уҡ йылда Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. Аскар Акаев — Рәсәй фәндәр академияһы профессоры, почётлы докторы һәм сит ил ағзаһы, 150-гә яҡын фәнни эше, 43 мәҡәләһе, 7 уйлап табыуы бар. Ул 20 кандидат һәм 3 фән докторы әҙерләне. Уның ете уҡыусыһы төрлө премиялап лауреаты булды. Голография өлкәһе белгесе академик Юрий Денисюкфекеренсә, Асҡар Аҡаев «ике ғилми өлкә — оптика һәм компьютер технологияларын сигендә шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтәләргә ирешә алды»[6][7][8][9]. 1989—1990 йылдарҙа — Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр академияһы президенты.
1990 йылдың июлендә КПСС-тың XXVIII съезында КПСС Үҙәк Комитеты.ағзаһы итеп һайлана. 1990 йылдың 27 октябрендә республиканың Юғары Советы тарафынан ойошторолған Ҡырғыҙ ССР-ы президенты вазифаһына һайлана[10].
1991 йылдың авгусында ГКЧП барлыҡҡа килеүен һәм уның ҡан ҡойошҡа килтергән ғәмәлдәрен тәнҡитләй (Ҡырғыҙ Республикаһы территорияһында ГКЧП ғәмәлдәрен тыйыу буйынса бер нисә указ сығара). Ҡырғыҙ Республикаһы Юғары Советы менән бергә ҠР бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. 1991 йылдың 21 декабрендә Алма-Атала башҡа элекке союздаш республикаларҙың башҡа президенттары менән бергә БДБ булдырыуҙа ҡатнаша; бер нисә халыҡ-ара килешеүгә һәм көрсөктән сығыу клешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы. 1992 йылдың 2 мартында БМО штаб-фатирында Ҡырғыҙстанды БМО берләшмәһе ағзаһы итеп ҡабул итеү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша. БМО штаб-фатиры янында Ҡырғыҙстан флагы күтәрелеүен күҙәтте.
]</ref>.
В июле 2021 года Акаева объявили в Киргизии в международный розыск по обвинению в причастности к коррупции на золоторудном месторождении Кумтор[11].
2 августа 2021 года Государственный комитет национальной безопасности Киргизии объявил, что Акаев доставлен в Бишкек[12]. Было заявлено, что Акаев сам вызвался приехать в Бишкек и согласился сотрудничать со следствием[13]. -->
Рәсәй фәндәр академияһы сит ил ағзаһы, «МИР: Модернизация. Инновация. Развитие» журналының фәнни-редакция советы ағзаһы. Фәнни иҫәпләүҙәр теорияһы өлкәһендә, макроиҡтисад, клиодинамика һ. б. өлкәһендә ғилми хеҙмәттәре бар.