Аҡһыу | |
әзерб. Ağsu | |
Нигеҙләү датаһы | 1735 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ağsu |
Рәсми тел | Әзербайжан теле |
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ үҙәге | Ахсуйский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ахсуйский район[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Халыҡ һаны | 20 200 кеше (2012) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 680 ± 1 метр һәм 179 метр |
Рәсми сайт | agsu-ih.gov.az |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q104411954? |
Аҡһыу Викимилектә |
Аҡһыу (әзерб. Ağsu; рус. Ахсу) — Әзербайжан ҡалаһы һәм административ үҙәге, Күрдамир тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта, Аҡһыу йылғаһы буйында урынлашҡан[1].
Әзербайжан телендә исеме һүҙмә-һүҙ «аҡ һыу» тигәнде аңлата[2].
Әзербайжан ғалим-мәғрифәтсеһе Ғаббас-Ҡолой-аға Баҡыханов үҙенең «Гөлистан-и Ирам» тигән китабында 1735 йылда Иран шаһы Надир-шаһ Шәмәхәнән Аҡһыу йылғаһы буйына халыҡты күсереп, яңы ҡалаға нигеҙ һалған тип яҙа.
Рус финансисы һәм иҡтисадсыһы Ю. А. Гагемейстер үҙенең тикшеренеүендә Аҡһыу халҡы тураһында: Аҡһыу ауылында, киреһенсә, башлыса Шәмәхә ҡалаһы өсөн емеш-еләк һәм йәшелсә үҫтерәләр, — тип хәбәр итә[3].
Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә (1890) түбәндәге мәғлүмәт килтерелгән: «Ах-су — дер. Бакинской г., шемах. у., двор. 73, жителей 285. Мечеть, почт. станц., значительный базар. Развалины Новой Шемахи, построенной Надир-шахом в 1730 г. вместо разрушенной им Старой Шемахи.»[4].
Хәҙерге ваҡытта ҡаланың исеме ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Яңы Шәмәхә тип күрһәтелә.
2019 йылдың октябрендә Әзербайжан президенты бойороғо буйынса Аҡһыу районытарихи территорияһы «Аҡһыу урта быуат ҡалаһы» Дәүләт тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы тип иғлан ителгән[5].
1886 йылғы ғаилә исемлеге материалдары буйынса, Аҡһыу Баҡы губернаһы Шәмәхә өйәҙе составына инә, бында 70 төтөн (һалым торба һанынан түләнгән)[6] һәм 320 кеше иҫәпләнә һәм бөтәһе лә әзербайжандар (ул саҡтағы терминология буйынса « татарҙар»), шуларҙың 196 кешеһе — сөнни мосолмандар, ә 24-е шиғый[7].
1921 йылғы Әзербайжан ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халҡы 425 кеше (120 хужалыҡ). Әзербайжан төркиҙәре (әзербайжандар) өҫтөнлөклө милләт тип күрһәтелгән[8].
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.