Байчэн | |
Рәсми атамаһы | 白城市 |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Гирин[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] |
Халыҡ һаны |
2 032 356 кеше (2010)[1], 1 551 378 кеше (2020)[2] |
Административ рәүештә бүленә | Таобэй[d], Чжэньлай[d], Тунъюй[d], Таонань[d] һәм Даань[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 154 метр |
Майҙан | 25 758,73 км² |
Почта индексы | 137000 |
Рәсми сайт | bc.jl.gov.cn |
Урындағы телефон коды | 0436 |
Номер тамғаһы коды | 吉G |
Байчэн Викимилектә |
Байчэн (ҡыт. упр. 白城, пиньинь: Báichéng, буквально: «Белый город») — Гиирин провинцияһындағы ҡала округы, ҠХР.
1904 йылда Мукден цзянцзюньға бойһонған Таонань идаралығы (洮南府), барлыҡҡа килә; шул уҡ йылда управаға буйһонған Кайтун (开通县) һәм Цинъань (靖安县) уезддары оәошторола, ә йыл аҙағында Хэйлунцзян цзянцзюньға туранан тура бойһонған Далай комиссариаты (大赉厅) барлыҡҡа килә. 1905 йылда шулай уҡ Таонань управаһына бойроҡҡан Аньгуан (安广县) уезды барлыҡҡа килә. 1907 йылда цзянцзюнь институтты бөтөрөлә, һәм башҡа илдә кеүек провинциялар барлыҡҡа килә; Таонань управаһы һәм Кайтун, Аньгуан, Цзинъань өйәҙҙәре Фэнтянь провинцияһы составына инә, ә Далай комиссариаты — Хэйлунцзян провинцияһы составына инә. 1910 йылда Фэнтянь провинцияһында Чжэньдун (镇东县) өйәҙе барлыҡҡа килә.
1911 йылда Синьхай революцияһынан һуң, Ҡытайҙа административ-территориаль системаһы үҙгәртелә: управалар (府) төбәктәргә (道) әйләнәләр, ә комиссариаттар ябай өйәҙәргә үҙгәрәләр; хәҙерге ҡала территорияһы Таочан төбәгендә (洮昌道) Фэнтянь провинцияһында һәм Лунцзян регионы (龙道江) территорияһы составына инә. 1914 йылда Цзинъань Таоань өйәҙе итеп үҙгәртелгән (洮安县). 1915 йылда Фэнтянь провинцияһының Таочан регионына бойһонған Чжаньюй өйәҙе (瞻榆县) ойошторолған. Һуңынан региондар аралыҡ звеноһы булараҡ бөтөрөлә, һәм өйәҙҙәр туранан-тура провинцияның хөкүмәтенә буйһона башлайҙар. 1929 йылда Фэнтянь провинцияһың исеме Ляонин тип үҙгәртелә.
1932 йылда һуң марионеткалы Маньчжоу-го дәүләте ойоштторолғандан һуң, Ляонин провинцияһына кире Фэнтянь исеме ҡайтарыла. 1934 йылда Маньчжоу-гоҙа административ-территориаль үҙгәрештәр үтә, һәм бөтә ҡала округы территорияһында урынлашҡан өйәҙҙәр, яңы Лунцзян провинцияһы составына инә. 1938 йылда Таоань өйәҙе Байчэн итеп үҙгәртелгән (白城县).
Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, һәм Ҡытай республикаһы Маньчжоу-гоны бөтөргәндән һуң, Төньяҡ - Көнсығыш административ-территориаль үҙгәртеүҙәр ҡабул ителә, һәм был ерҙәр Нэньцзян һәм Ляобэй тигән яңы провинциялары составына инә. 1949 йылда, ҠХР барлыҡҡа килегәндән һуң, улар Хэйлунцзян провинцияһының составына инәләр.
1954 йылда был ерҙәр Хэйлунцзян провинцияыһынан Гиринда провинцияһына биреләләр, унда Байчэн махсус районы (白城专区) барлыҡҡа килә. 1958 йылда Таоань һәм Байчэн өйәҙере Тоань өйәҙәһенә берләшкәс, (шунда уҡ Байчандың үҙәге итеп айырым Байчан тигән ҡала бүленә), Далай һәм Аньгуан — Даань өйәҙе, Кайтун һәм Чжаньюй — Тунъюй өйәҙе. 1968 йылда Байчэн махсус районы Быйчан округына (白城地区) әйләнә. 1987 йылда Таонань ҡала өйәҙе булып ҡитә, ә 1988 йылда ҡала өйәҙе Даань була.
1993 йылда Байчан округы ҡала Байчэн округы тип үҙгәртелә, ә элекке Байчан өйәҙ ҡалаһы уның составында Таобэй районы булып китә.
Ҡала округының иҡтисад нигеҙен туҡыу сәнәғәте тәшкил итә .
Байчэн ҡала округы 1 районға, 2 ҡала өйәҙенә, 2 өйәҙгә бүленә:
Байчэн түбәндәгеләргә туғандаш ҡала булып тора:
Илдә | Туғанлашҡан ҡалалар | Йыл элемтә урынлаштырыу |
---|---|---|
Рәсәй Федерацияһы | Барнаул [3] | 1992 йылдың 30 апрелендә |