Бал ҡорто бете

Бал ҡорто бете
Бал ҡорто бете
Пчелиная вошь
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Ике ҡанатлылар
Подотряд: Короткоусые
Инфраотряд: Muscomorpha
Супер- ғаилә: Carnoidea
Ғаилә: Бал ҡорто бете
Ырыу: Braula
Төр: ' Бал ҡорто бете
Латинса исеме
Braula coeca Nitzsch, 1818
ITIS 144609
NCBI 305562

Бал ҡорто бете [1], йәки браула (лат. Braula coeca, рус. Вошь пчелиная) — (Braulidae) бөжәк. Кәүҙәһе ялтырауыҡлы, ҡыҙғылт-көрән төҫтә, оҙонлоғо 1,4—1,5 мм, мыйыҡсалары һарғылт төҫтә, ҡара төктәр менән ҡапланған, ҡырыйҙа күҙҙәре һәм ҡанаттары юҡ. Киң таралған. Бал ҡортонда (йыш ҡына инә корт һәм эшсе ҡорттарҙа) паразитлык итә, эшсе ҡорттарҙың инә ҡортто һәм нәҫелде туйындырыр өсөн йыйған аҙыҡтары менән туҡлана. Бер умартала 75 ләп себен булырға мөмкин. Йомортҡаһын кәрәҙ ҡапҡастарына һала; личинкаһы балауыҙ һәм ундағы һеркә менән туйына.

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
  • Фриш К. Из жизни пчёл / Халифман И. А. (отв.ред.). — Москва: Мир, 1980. — 216 с. — 50 000 экз.