Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәлиғ, Балиғ (ғәр. بالغ, әйтелеше — бәлиғ; рус. Ба́лиг) — ислам фиҡһында (хоҡуҡ) йәше етеү, өлгөрөп етеү.
Ислам дине белгестәре — фаҡиһтар — фекеренсә, ҡыҙҙарҙың (бәлиғә) бәлиғ булыу йәшенең түбәнге сиге 10 йәш булып, малайҙарҙыҡы (бәлиғ) — 13 йәш.
Хәнәфи мәҙһәб буйынса, быға тиклем башҡа бәлиғ булыу билдәләре булмаһа, ҡыҙҙар өсөн иң юғары сик 17 йәш, ә егеттәр өсөн — 18 йәш [1]. Башҡа мәҙһәб ғалимдары фекеренсә, малайҙарҙың да, ҡыҙҙарҙың да бәлиғ булыу йәше — 16 йәш.
Бәлиғ булыуҙың тышҡы билдәләренә малайҙың спермаһы бүленә һәм ҡыҙҙың күрем күрә башлауы (хәйеҙ) ҡарай[1].
Хәнбәли мәҙһәбе ғалимдары, шулай уҡ шәфиғи һәм мәлики мәҙһәбтәрҙең ҡайһы бер ғалимдары, түмһәкәйҙә ҡырыуға мохтаж төктәр барлыҡҡа килеүе бәлиғ булыу билдәһе тип иҫәпләй. Мәлики ғалимдары быға ҡултыҡ аҫтындағы төктәрҙе лә өҫтәгән
Бәлиғ булыу йәше етеү менән һәр мосолманға дин ғилеме һәм хоҡуҡи нигеҙҙәрен үтәү бурысы йөкмәтелә, шулай уҡ уларҙың никахҡа инеү мөмкинле тыуа[2]. Үҫмер үҙ ғәмәлдәре өсөн тулыһынса яуаплы була.
Бәлиғ Ән-Нур сүрәһенең 58-се аятында осрай.
Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡулығыҙ биләгән һәм балиғ булмаған кешеләр һеҙҙең янға керер өсөн һеҙҙән өс тапҡыр рөхсәт һораһын: иртәнге намаҙ алдынан, төшлөктә намаҙға , аҡшам намаҙынан һуң кейемегеҙҙе алмаштырғанда, ошо өс ваҡытта — һеҙҙең харам ерҙәрегеҙ асыҡ булыуы ихтимал. Шул ваҡыттарҙан һуң бер-берегеҙгә кереп йөрөү һеҙгә лә, уларға ла гөнаһ булмаҫ. Үҙенең аяттарын Алла һеҙгә шулай тип аңлата. Аллаһ белә, Ул хикмәтле! |
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |