Балсыҡлы тупраҡ

Балсыҡлы тупраҡ (ингл. Loam, рус. Суглинок) — тупраҡтың төрө. 21.302-96 һанлы дәүләт стандарты буйынса инженер-геологик һыҙмаларҙа һүрәтләнә.

Балсыҡлы тупраҡ

Балсыҡлы тупраҡ төҙөлөштә ҡулланыла:

  1. Балсыҡлы тупраҡтан төҙөлөш материалдары эшләйҙәр (кирбес, черепица, иҙән өсөн керамик таҡталар, канализация һәм дренаж торбалары), кирбес-һалыу (рус. кирпично-кладочный) растворҙар, балсыҡ-эзбиз цементы (рус. глинно-известковый цемент), портландцемент; стеналарҙы һөртөү(рус. мазать), майлау растворҙары.
  2. Балсыҡ ҡатыш йорттар(рус. глинобитные постройки) төҙөү
  3. Төҙөлөш эшендә һыуҙы бүлеп тороу өсөн махсус кәртәләр (рус. перемычки)
  4. Һыуға ҡаршы прокладкалар (рус. водонепроницаемые прокладки)
  5. Ҡойоу эштәре (рус. в литейном деле): металлдан ҡойолмалар эшләү өсөн формалар
  6. Геология тикшереү (рус. геологоразведочный) эштәре, быраулау
  7. Йорттар нигеҙе өсөн

ДСТ буйынса төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

25100-95ДСТ буйынса балсыҡлы тупраҡ — балсыҡ, ҡом, саң бөртөктәрҙән торған ултырма дисперс тоҡом (рус. осадочная дисперсная порода), һәм уның һалмаҡ һаны (рус. число пластичности) IP = 7-17 сиктәрендә ята. Ағыусанлыҡ күрһәткесе (рус. показатель текучести) буйынса балсыҡлы тупраҡ була:

  1. ҡаты, IL < 0
  2. ярты ҡаты, 0 ≤ IL ≤0.25
  3. ҡаты һалмаҡлы (рус. тугопластичный) 0.25 < IL ≤ 0.5
  4. йомшаҡ һалмаҡлы (рус. мягкопластичный) 0,5 < IL ≤ 0.75
  5. ағыусанлы һалмаҡ (рус. текучепластичный) 0,75 < IL ≤ 1
  6. ағыусанлы (рус. текучий) 1 < IL

Бөртөктәре буйынса:

  1. Еңел ҡомлы (рус.  лёгкие песчанистые )
  2. еңел саңлы (рус.  лёгкие пылеватые )
  3. ауыр ҡомлы (рус.  тяжёлые песчанистые )
  4. ауыр саңлы (рус.  тяжёлые пылеватые )