Бареләүиҙәр | |
Кем хөрмәтенә аталған | Барели |
---|---|
Нигеҙләүсе | Ахмед Раза Хан Барелви[d], Шах Абдул-Азиз[d], Fazl-e-Haq Khairabadi[d] һәм Хасан Раза Хан[d] |
Бареләүиҙәр (урду بَریلوِی) — мосолман-сөнниҙәрҙә яңырыу[1] хәрәкәте, Көньяҡ Азия илдәрендә таралған хәнәфи мәҙһәб тарафдарҙары.
Бареләүи хәрәкәте үҙенең нигеҙләүсеһе Барели ҡалаһынан Әхмәт Рүҙә Хан Бареләүи хөрмәтенә аталған — (1856—1921)[2] (хәҙерге заманда Һиндостандың төньяҡ-көнбайышы).
Бареләүиҙәр халыҡ культтарын һәм суфый йолаларын тота[3], был хәрәкәт диүбәндилек тарафдарҙарының ризаһыҙлығын тыуҙыра. Диүбәндиҙәр бареләүиҙәрҙең әүлиә-изгеләрҙең аралашсылығына ышаныуын һәм изге урындарға фатиха — бәрәкәт эҙләп хаж ҡылыуын өнәмәй. Британия социологы Джон Рекс (1925—2011) фекеренсә, Бареләүиҙәр фундаменталист түгел һәм һәр ваҡыт сағыштырмаса сәйәси булмаған, үҙ ҡараштарын асыҡтан-асыҡ белдерергә ынтылмаған[2].
Мөхәммәт Зыя-үл-Хаҡ идара итеү осоронда 1977—1988) һәм Пакистанда "юғарынан исламлаштырыу барғанда бареләүиҙәр диүбәнди ғөләмәләре тарафынан ҡыҫырыҡлана[4]. Пакистан бареләүиҙәре, диүбәндиҙәре һәм шиғыйҙар араһында ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә 1980—1990 йылдарҙа илдә был ағымдарҙың хәрби төркөмдәре араһында һуғыш башлана[5][6].
Пакистанда бареләүиҙәрҙең төп сәйәси ойошмаһы булып «Жәмғиәт-е ғөләмә-и Пакистан» партияһы тора[5] (Пакистан ғөләмәләре йәмғиәте).
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.