Батист | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | льноволокно[d][1] һәм Мамыҡ[1] |
---|---|
Етештереү ысулы | полотно[d][1] |
Батист Викимилектә |
Батист (из франц. batiste) — сиратылған иң нескә ептән эшләнгән; йоҡа, ярым үтәҙек үрелешле[2] етен йәки кизе-мамыҡ туҡыма.
Батист ағартып, шыма буяп һәм биҙәкләп сығарыла. Ул ҡатын-ҡыҙҙың эске кейеме, йәйге күлдәктәр, блузкалар етештереүҙә, шулай уҡ калька ҡағыҙы әҙерләү өсөн ярым фабрикат булараҡ ҡулланыла.
Башлыса Төньяҡ Францияла һәм Бельгияла, иң нескә етен ептән етештерелә. Етен культураһы үҙе айырым хәстәрҙәр менән солғаныла, атап әйткәндә: сәселгән бөтә баҫыуға үҫемлекте көслө ел һәм ямғыр тәьҫиренән һаҡлай торған селтәр рәүешле кәртәләр ҡуйып сығыла, һөҙөмтәлә айырыуса нәҙек сүс lin ram ó барлыҡҡа килә.
Иң яҡшы батист Валансьена һәм Камбре тирәһендәге ҡулдан иләнгән ептәрҙән эшләнә, сөнки фабрикала батистың төп сифаттары күпкә ҡалыша.
Батист етештереү XIII быуатта Фландрияла Камбре тигән төбәктәге ниндәйҙер Батист әфәнде тарафынан башланған тип һанала, уның исеме буйынса туҡыма француз, рус һәм башҡа телдәрҙә (ҡайһы бер телдәрҙә, шул иҫәптән инглиз телендә, туҡыма атамаһы Камбре топонимына барып тоташа — cambric) нығынған.
Батист түбәндәге үҙенсәлектәре өсөн баһалана: ул беше, еңел, ныҡ, һауа үткәреүсән, гигроскопик, гипоаллерген.