Баҙыҡай

Баҙыҡай
Ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай. Ырыуҙың типик төрө. Үҫемлектең дөйөм төрө.
Ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай.
Ырыуҙың типик төрө.
Үҫемлектең дөйөм төрө.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Epipactis Zinn

Синонимдар
  • Amesia A. Nelson & J. F. Macbr.
  • Arthrochilium Beck
  • Calliphyllon Bubani
  • Parapactis W.Zimm.
Төр өлгөһө
Төрҙәре

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  43480
NCBI  14457
EOL  17835
GRIN  g:4314
IPNI  29422

Баҙыҡай —— (Epipactis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Биологик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙон, йәйелеүсән йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары оҙонса йәки ҡыяҡ формаһында, осло, төкһөҙ. Сәскәләре йәшкелт ҡуйы ҡыҙыл, һалынҡы, оҙон бер яҡлы тәлгәшкә йыйылған. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, июль—сентябрҙә өлгөрә.

Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Һаҙлы болондарҙа, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Һаҙ баҙыҡайы һәм ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Башҡортостандың Урал алдында, аҡһырғаҡ баҙыҡай республиканың бөтә территорияһында осрай. Декоратив үҫемлек. Һаҙ баҙыҡайы һәм ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  • Род 322. Дремлик — Epipactis Adans. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 620—629. — 760 + XXX с. — 5175 экз.
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Epipactis