Айыу баланы | |||||||||||||||
Айыу баланы каприфоль. Ырыуҙың тип төрө | |||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Lonicera L. | |||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||
Төр өлгөһө | |||||||||||||||
Төрҙәре | |||||||||||||||
|
Айыу баланы (рус. жимолость, лат. Lonícera) — тура баҫып, үрмәләп йә ергә йәйелеп үҫә торған ҡыуаҡтарҙан; айыу баланы ғаиләһенең типлы ырыуынан. Латинса атамаһы немец математигы, физигы һәм ботанигы Адам Лоницер (1528—1586) исеменән алынған, ә башта уны Карл Линней каприфоль тип атарға йыйынған булған (Caprifolium, сөнки Европала тап бына ошо төр -айыу баланы каприфоль үҫтерелә торған булған[3].
Төньяҡ ярымшарҙа һәр ерҙә тиерлек осрай. 190 төрө билдәле, күберәк Гималайҙа һәм Шәрҡи Азияла үҫә. Рәсәйҙә ҡырағай 14 төрө бар.
Сәскәләре эре генә, аҡ, алһыу, һарғылт йә зәңгәрһыу. Япраҡ төптәрендә йә суҡтарҙың осонда икешәр булып урынлаша.
Емештәре лә парлы, ҡайһы саҡ ҡушар булып үҫә.
Ҡырағай төрө республикабыҙҙа ла үҫә, ул ҡыҙыл еләкле һәм ағыулы. Айыу баланының ашарға яраҡлы төрҙәре лә күп, хәҙер уны беҙҙә баҡсаларҙа үҫтерә башланылар. Оҙонса еләктәренә, әйтерһең, көртмәле менән мышар тәме ҡушылған, тиресәһе лә көртмәле төҫөндә. Ҡыуаҡтан ғына алып ҡапҡанда әллә ни тәмле лә түгел кеүек, әсерәк. Әммә шәкәр йәки бал менән – хәтәр шәп! Етмәһә, ул июнь башында уҡ, башҡа еләктәрҙән алда, бешеп тә етә. Ҡайнатма ла, компот та әҙерләргә була унан, ә ойотҡан-ҡатыҡ, кефир менән шунда уҡ ҡына бына тигән файҙалы, тәмле ризыҡты табынға ҡуйып була.
Ырыуҙа 200 төр бар[4] Ҡайһы бер төрҙәре:
Ойотҡан-ҡатыҡ менән баллы эсемлек
2 кешелек: 2 балғалаҡ бал йәки 4 балғалаҡ шәкәр 100 г айыу баланы 2 стакан ҡатыҡ ( ойотҡан) йә кефир
Еләктәрҙе иҙеп ҡатыҡҡа ҡушабыҙ, бал йә шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә ныҡ итеп болғатабыҙ.