Баҫым

Баҫым — ижектәрҙең береһе көслөрәк тауыш менән әйтелеүе. Бер нисә ижекле һүҙҙәрҙә бер ижек әйтелеше менән айырылып тора.


Башҡорт телендә баҫым һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшә; һүҙгә ялғау ҡушылған һайын, баҫым аҙаҡҡы ижеккә (ялғауға) күсә бара. Шуға күрә һүҙ яһаусы ялғауҙар баҫымлы булыусан. Мәҫәлән: һайлаусы, атлы, эшлекле, эшлекһеҙ.

Хәбәрлек ялғауҙары, ҡылымдың зат ялғауҙары баҫымһыҙ була: ризамын, һөйләйәсәкмен, ҡайтманыҡ һ. б. Һорау алмаштарында һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙә баҫым беренсе ижеккә төшә: нисәнсе, нисә, ҡасан; бәлки, әммә, ләкин һ. б.

Көслө хис-тойғоло телмәрҙә логик (грекса logikos — мәғәнәле, фекерле) һәм эмфатик (грексa emphasis -тәьҫир итеү) баҫымдарын айырып йөрөтәләр.

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
  • В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек.Өфө-2009 й ISBN 5-295-02834 -8