Бейсик | |
Нигеҙләү датаһы | 1964 |
---|---|
Йоғонто яһаусы | Фортран, FORTRAN II[d], JOSS[d] һәм Алгол[d] |
Парадигма программирования | неструктурированное программирование[d], императивное программирование[d], процедурное программирование[d] һәм объектно-ориентированное программирование[d] |
Эшләүсе | Томас Курц[d], Джон Джордж Кемени[d] һәм Мэри Кеннет Келлер[d][1][2] |
Проектлаусы | Джон Джордж Кемени[d] |
Расширение файла |
.bas |
Бейсик Викимилектә |
Бе́йсик (BASIC, ингл. Beginner’s All-purpose Symbolic Instruction Code — тәжрибәһеҙ өйрәнә башлаусылар өсөн символдар инструкцияһының универсаль коды[3]) юғары кимәлдәге программалар төркөмө. 1964 йылда уны Дартмут колледжы профессорҙары Томас Курц менән Джон Кемени яҙған [4].
Был тел программист булмаған студенттар үҙаллы кәрәкле мәсьәләләрҙе сисеү өсөн компьютер программалары эшләү инструменты итеп яҙылған. Өй компьютерҙары өсөн тел булараҡ төрлө диалекттары бар. Хәҙерге ваҡытта бик ныҡ үҙгәргән, был тәүге версияларҙағы ябай тел түгел, ә юғары кимәлдәге ғәҙәти мөмкинлектәр биргән тел. ОС Windows -тың төрлө версиялары тарафынан идара ителгән ғәмәли программалар эшләү өсөн үҙаллы тел булараҡ ҡулланыла. Программаланыусы калькуляторҙар өсөн тел булараҡ һәм төрлө тәғәйенләнештәге эсенә индереп эшләнгән ғәмәли программалар системалары сифатында киң таралған.
Бейсиктың килеп сығыуы 1960 йылдарҙа компьютерҙарҙың күбәйеүе һәм бүлгеләнгән ваҡыт режимында эшләү (time-sharing) булдырылыуға бәйле. Алдарында торған мәсьәләләрҙе компьютерҙа сисергә теләгән уҡыусылар һәм программист әҙерлеге үтмәгән белгестәр компьютерҙа эшләй башлай .
Бейсик 1964 йылда Дартмут Колледжы профессорҙары Джон Кемени менән Томас Курц тарафынан эшләнгән, улар етәкселегендә колледж студенттары командаһы уны тормошҡа ашыра . Бер аҙҙан башҡа диалекттар ҙа эшләнә башлағас, тәүге версияны Dartmouth BASIC тип йөрөтә башлайҙар.
Бейсик һис бер ауырлыҡһыҙ ваҡыт бүленешле терминал ҡулланып, программалар яҙырлыҡ итеп проектланған була. Ул тиҙ эшләй торған программа кәрәк булған түгел, ә үҙ алдында торған мәсьәләләрҙе сисергә теләгән ябай ҡулланыусыларға тәғәйенләнә .
Бейсик программалау телен уйлап сығарғанда һигеҙ принцип күҙ уңында тотола:
Был тел өлөшлөтә Фортран II-лә һәм өлөшлөтә Алгол 60- та , ваҡытты бүлгеләп эшләү режимында уңайлы булһын , һуңыраҡ тексты эшкәртеү өсөн һәм матрицалы арифметика өсөн өҫтәлмәләр эшләнгән. Башта Бейсик GE-265 мейнфреймында күп терминалдар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Барлыҡҡа килгән ваҡытта ул комплимирланыусы тел (машина коды ҡулланып үҙгәртелә торған) була .
BASIC интерпретаторҙары төрлө ваҡытта төрлө ойошма, компания, фирмалар тарафынан сығарыла:
Советтар Союзында:
Apple:
|
|
|
Башҡалар:
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Ҡалып:Диалекты языка программирования Basic Ҡалып:Языки программирования