Бекташиҙар

Бекташиҙар
ғәр. الطَّرِيقَةُ الْبَكْتَاشِيَّةُ
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Логотип
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Всемирная штаб-квартира Бекташи[d]
Рәсми сайт bektashiorder.com
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d]
 Бекташиҙар Викимилектә

Бекташиҙар (рус. Бекташи) — Хажи Бекташ XIII быуатта ойошторған суфый тәриҡәте. Шиғыйлыҡҡа яҡын, айырыуса Али ибн Әбү Талипты хөрмәт итәләр. Унда шулай уҡ христианлыҡ элементтары бар (суҡыныу). Төркиәлә, Албанияла һәм Боснияла — башлыса ислам диненә күскән элекке православныйҙар һәм униаттар араһында таралған була. Донъяны триада: Аллаһ, Мөхәммәт һәм Али ибн Әбү Талип аша ҡабул итәләр. Уларҙың йола аш-һыуы: шарап, икмәк һәм сыр. Анатолия һәм балҡан фольклорында бекташиҙар һәр ваҡыт традицион ислам хоҡуғы нормаларынан ситтә йәшәгән ирекле дин әһелдәре булараҡ сығыш яһай.

Бикташиҙар — Хөрәсәндә тыуып үҫкән, легендаға ярашлы, етенсе шиғый имамы Муса Әл-Ҡазимдың нәҫеленән булған Хажи Бекташтың эшен дауам итеүселәр. Ғәҙәттә, ул 1248 һәм 1337 йылдар араһында йәшәгән һәм 1281 йылда Кесе Азияға, Рум солтанлығы (Конья солтанлығы) биләмәһенә, күсенгән тип иҫәпләнә. Шунда ул үҙенең исеме менән аталған тәриҡәткә нигеҙ һалған. Һуңғараҡҡы легенда буйынса, Хажи Бекташ Ғосман дәүләтенә нигеҙ һалыусы, йәш әмир Ғосман Ғазиға батшалыҡҡа фатиха акты яҙған[1].

XV быуат бекташиҙар яңысар корпусы менән яҡынлаша[2]. Һәммә яңысарҙар тәриҡәткә беркетелә, дәрүиштәр шәйехе яңысар корпусының 99-сы ротаһының почетлы командиры була[3].

Тәриҡәткә нигеҙ һалыусы, Эфлаҡи һүҙҙренә ҡарағанда, шәриғәт ҡағиҙәләрен үтәмәгән һәм бер ҡасан да намаҙ ҡылмаған. Тәриҡәттең төп идеялары — башҡаларҙы ихтирам итеү һәм татыулыҡ булған. Бекташиҙар Ҡөрьән һәм шәриғәтте аллегорик рәүештә аңлау яҡлы. Улар Наурузды Али ибн Әбү Талиптың тыуған көнө кеүек байрам итәләр.

  • Дедебаба — иерархияла иң юғары ранг.
  • Хәлифә-баба
  • Баба- йәмәғәт башлығы.
  • Дәрүиш — үҙ аллы яңғыҙ бекташи.
  • Мүхип (мүхип) — бағышланыуҙың икенсе баҫҡысы
  • Ғашиҡ (ашиҡ) — бағышланыуҙың беренсе баҫҡысы
  • Исламдың башҡа йүнәлештәренән айырмалы рәүештә, бекташиҙар алкоголь ҡуллана ала[4]
  • Алавиттар
  • Арабати Баба-теке
  • Әхмәт Мифтар Олатаһы
  1. Надёжных свидетельств в пользу этого факта нет.
  2. В научном сообществе нет единого мнения в вопросе, какая из сторон выступила инициатором сближения.
  3. ИСТОРИЯ XIX ВЕКА - Эрнест Лависс, Альфред Рамбо. Дата обращения: 28 июнь 2006. Архивировано 6 июль 2007 года.
  4. «Baba mondi», The Economist, Sep 23rd 2013. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 25 сентябрь 2013 года.
  • Muhammed Seyfeddin Ibn Zulfikari Derviş Ali; Bektaşi İkrar Ayini, Kalan Publ. перев.: Mahir Πnsal Eriş, Анкара, 2007 (төрөк телендә)
  • Irène Mélikoff, Sur les traces du soufisme turc, recherches sur l’Islam populaire en Anatolie, éd. Isis, Istanbul, 1992.