Белем, ғилем — ниндәйҙер өлкәләге мәғлүмәттәр йыйылмаһы, ысынбарлыҡты өйрәнеү процесының ижтимағи-тарихи практикала тикшерелгән, логика тарафынан раҫланған һөҙөмтә.
Белем кешелергә эшмәкәрлеген дөрөҫ ойошторорға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә.
Белем киң мәғәнәлә — күҙаллауҙарҙың, төшөнсәләрҙең, теорияларҙың, фекерҙәрҙең кеше аңында сағылышы.
Белем тар мәғәнәлә — килеп тыуған мәсьәләне сисеү өсөн тикшерелгән мәғлүмәткә эйә булыу.
Белем телдәрҙә тәбиғи һәм яһалма тамғалар формаһында теркәлә.
Танып белеү фән менән генә сикләнмәй, белемдең фәндән тыш формалары ла бар.Ижтимағи аң формаларының барыһына ла : фән, философия, мифология, сәйәсәт, дин һәм башҡаларға— айырым белем формалары хас. Шулай уҡ нигеҙендә төшөнсә, символ һәм сәнғәт өлгөһө ятҡан белем төрҙәрен айырып ҡарайҙар[1].
Тарихта иң беренсе белем төрө тип уйын аша танып белеүҙе атайҙар (ул шартлы ҡағиҙә һәм маҡсаттарға нигеҙләнә, көндәлек торомош мәшәҡәттәренән айырылып, үҙ файҙаңды ҡайғыртмаҫҡа, ирекле рәүештә ҡабул ителгән уйын ҡағиҙәләренә буйһонорға мөмкинлек бирә). Партнёрҙы алдарға һәм хәҡиҡәтте йәшерергә лә ярай.Уның маҡсаты- өйрәтеү, үҫтереү, кешенең сифаттарын һәм мөмкинлектәрен асырға, аралашыуҙың психологик сиктәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә[1].
Түбәндәге белем төрҙәрен айырып йөрөтәләр: фәнни, фәнни булмаған,ғәмәли- көнкүреш (көнкүреш, айыҡ аҡыл), интуицияға нигеҙләнгән, дини һәм башҡа төрҙәр.
Ғәмәли-көнкүрештәге белем — кеше тарихының иң тәүге осорҙарында уҡ барлыҡҡа килгән һәм тәбиғәт һәм тирә-йүн тураһында иң ябай мәғлүмәттәр биреүсе( айыҡ аҡыл, билдәләр,нәсихәт, рецептар, шәхси тәжрибә, традициялар һ.б.) белем, был- системаһыҙ, иҫбатлауһыҙ, яҙма рәүештә теркәлмәгән белем[1]. Көнкүреш белеме кешегә тирә-йүндә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә, уның көндәлек тәртибе һәм күҙаллауының нигеҙе булып тора,тик ул хаталар һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан азат түгел.
Фәнни белем — аҡылға таяна, уға объективлыҡ һәм универсаллек (күп яҡлылыҡ) хас, ул бөтә йәмғиәт өсөн мөһим булыуға ынтыла. Фәнни танып белеү — объектив, ысын белемде туплау процессы. Уның маҡсаты —ысынбарлыҡтағы күренеште һүрәтләү, аңлатыу һәм алдан күреү. Фәнни танып белеү дауамында була торған һәм теориялар һәм ҡағиҙәләрҙе алмаштырыуға китергән фәнни революциялар фәндең тыныс үҫеше осорҙары менән алмашына (белемде тәрәнәйтеү һәм ентекләп өйрәнеү)[1].
Фәнни белемгә логик яҡтан нығытылыу, иҫбатланыу, һөҙөмтәләрен яңынан ҡабатлау мөмкинлеге, тикшереп булыу, хаталарҙы төҙәтергә тырышыу һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү кеүек сифаттар хас.
Фәнни белем башҡа фәнни булмаған күп кенә белем формаларынан йәшерәк[1].
Фәнни булмаған белемде кемдер уйлап сығармаған, ул аҡылға ғына нигеҙләнмәгән, уның үҙ тынып белеү сығанаҡтары һәм саралары бар. Мәҙәниәт тарихында фәнни булмаған белем формаларын эзотеризм тигән төшөнсә менән атайҙар [1].
Декларатив белем — төрлө структура (төҙөлөш) тураһындағы белем һәм төрлө төшөнсәләрҙе күҙ алдына килтереү . Был белем мәғлүмәт һәм факттарға яҡын тора.Мәҫәлән: юғары уҡыу йорто бер нисә факультеттан тора, һәр бер факультет бер нисә кафедраны берләштерә.
Процедура белеме — трансформация һәм идара итеүгә бәйле белем. Улар— үҙгәртеү саралары һәм юлдары, тикшереү, мәғлүмәт һәм белем менән идара итеү, яңы белемде туплау (генерация) һәм табыу ысулдары . улар иҫәбенә төрлө алгоритмдар инә. Мәҫәлән,яңы идеялар табыу өсөн мейе штурмы методы (метод мозгового штурма).
Фәнни белем
Фәнни белем эмпирик йәки теоретик юл менән иҫбатланыуға ҡоролорға тейеш.
Теоретик белем — предметлы өлкәлә барған объекттар үҙгәреше процессының структураһын һәм тәбиғәтен күрһәтеүсе, асып һалыусы абстракция, аналогия, схемалар. Был белемдәр күренештәрҙе аңлата һәм объекттарҙың үҙ-үҙен тотошон күҙаллау өсөн (прогноз) ҡулланыла.
Фәнни булмаған белем [1]:
Халыҡ фәне — был фәндән ситтә йәшәгән һәм аҡыл менән аңлатып булмаған белем (внерациональное). Элекке заманда бының менән шамандар, жрецтар, ырыу аҡһаҡалдары ғына шөғөлләнгән, хәҙер айырым төркөмдәр йәки субъекттар (кешеләр) (имселәр, халыҡ дауалаусылары, экстрасенстар) шөғөлләнә[1].
Белемдең үҙенсәлектәре философияла әле һаман бик теүәл итеп билдәләнмәгән. Аҡыл эйәләренең күбеһе берәй нимә белем тип иҫәпләнһен өсөн ул өс критерийға ярашлы булырға тейеш тип иҫәпләй:
Ләкин Гетье мәсьәләләре (проблемалары) миҫалында күренеүенсә, был ғына етмәй. Бер нисә альтернатива тәҡдим ителә, бында Роберт Нозиктың «хәҡиҡәтте эҙмә-эҙлекле тикшереү» талабы файҙаһына әйтелгән фекере һәм Саймон Блэкберндың өҫтәлмә талабы инә. Уныңса нимәлер «төҙөк булмау, етешһеҙлек, хата аша» был өс критерийға тап килһә лә, был белем тип әйтергә тейеш түгелбеҙ. Ричард Киркхэм фекеренсә, беҙҙең белем билдәләү өсөн ышанған кешенең дәлилдәре шундай булырға тейеш ки, улар хәҡиҡәтте логикаға яраҡлы килтереп сығарырға тейеш.
Знание Викиһүҙлектә | |
Знание Викиөҙөмтәлә | |
Знание Викимилектә | |
Знание Викияңылыҡтарҙа |