Белов Сергей Александрович (23 ғинуар 1944 йыл — 3 октябрь 2013 йыл) — СССР баскетболсыһы, тренер, 1972 йылғы олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя чемпионы (1967 һәм 1974), XX быуатта совет һәм Европа баскетболының иң данлыҡлы уйынсыларының береһе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Баскетбол Дан залы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Сергей Александрович Белов 1944 йылдың 23 ғинуарында Томск өлкәһе Шегар районының Нащёково ауылында Петербург сығышлы Александр Александрович менән Валерия Ипполитовна ғаиләһендә тыуа. Атаһы — 1906, әсәһе — 1909 йылғы, икеһе лә ата-әсәһен бик иртә юғалтҡан була. Атаһы Ленинград урман-техник академияһын тамамлай һәм урман хужалығы инженеры специальносын ала. Әсәһе Ленинград дәүләт университетының педагогия факультетын биолог һөнәре буйынса тамамлай.
Һуғыш ваҡытында Беловтар ғаиләһе Томскиға эвакуациялана. Ленинградтан күсеп килгәс тә, ғаилә башлығын Мельниково район үҙәгенә эшкә күсерәләр һәм Нащёково ауылында ҡәҙимге биш мөйөшлө ауыл өйөн торлаҡ итеп бирәләр. 1943 йылды уны фронтҡа ебәрәләр[2], ҡатыны ауырлы булып ҡала. Александр Александрович Нащёковоға 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Һуғышҡа тиклем ул саңғыла йүгереү буйынса Ленинград чемпионы булған була. 1950 йылда Александр Александрович Томск өлкә башҡарма комитетына эшкә алына, һәм Беловтар Томскиға күсә.
Сергей кескәйҙән спорт менән шөғөлләнеп үҫә, ихата уйындарында әүҙем була, өсөнсө кластан — акробатика, дүртенсенән еңел атлетика менән шөғөлләнә. Шулай уҡ футбол уйнай, ҡапҡа һаҡлай, һуңыраҡ баскетболға килә. Спорттың бөтә популяр төрҙәре буйынса төрлө ярыштарҙа мәктәп өсөн сығыш яһай (1-2-се кластарҙа хатта шахмат ярыштарына ла йөрөй). 1956 йылда мәктәп ярыштарында Беловты тренер Георгий Иосифович Реш күреп ҡала һәм баскетболға саҡыра. Футбол менән еңел атлетика нығыраҡ оҡшаһа ла, Сергей үҙен яңы төрҙә лә һынап ҡарарға була.
5-се кластан ул баскетбол секцияһында даими шөғөлләнә башлай. Баскетболға торған һайын нығыраҡ ылыға барған Белов 14 йәшендә Реш әҙерләгән студенттар командаларында күнегә. Ул бер ваҡытта ла Реш артынан ҡалмай, ул ҡайҙа эшләһә, шунда йөрөп шөғөлләнә. 1960 йылға тиклем Реш Томск инженер-төҙөлөш институты командаһын күнектерә, Белов та был күнекмәләрҙе ҡалдырмай. Һуңынан Сергей Реш артынан Томск "Политех"ы командаһына күсә, 10-сы һәм 11-се кластарҙа уҡығанда ошо команда составында ярыштарҙа ҡатнаша[3].
1962 йылда Томск ҡалаһының 8-се урта мәктәбен тамамлай.
Карьераһын «Уралмаш» командаһында (тренер Юрий Густылёв) башлай, унда 1964—1967 йылдарҙа уйнай. Ошонан уны СССР йыйылма командаһына саҡыралар. 1967 йылда Сергей Белов бер юлы ике титуллы — донъя һәм Европа чемпионы була. 1968 йылда Белов Мәскәүгә күсә һәм киләһе 12 йыл буйына (1980 йылға тиклем) ЦСКА өсөн уйнай. ЦСКА өсөн сығыш яһап, Сергей Белов 11 тапҡыр СССР чемпионы (1969—1974 һәм 1976—1980), ил беренселегенең көмөш (1975) һәм бронза (1968) призёры була, 1973 йылда СССР Кубогын ала. 1971 йылда ЦСКА Европа чемпиондары кубогын яулай, Сергей Белов уйнаусы тренер була. 1969 йылда ЦСКА уйынсыһы сағында ла ошо турнирҙа еңә.
СССР йыйылма командаһы өсөн уйнағанда ла (1967—1980) Белов бик күп титулдар яулай: 1972 йылғы олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя чемпионы (1967, 1974), дүрт тапҡыр Европа чемпионы (1967, 1969, 1971, 1979), Универсиада чемпионы (1970). Йәнә өс тапҡыр Олимпия уйындарының бронза (1968, 1976, 1980), донъя чемпионаттарының көмөш (1978) һәм бронза (1970) призёры була, Европа беренселектәрендә ике тапҡыр көмөш (1975, 1977) һәм бер тапҡыр бронза (1973) награда яулай.
Сергей Белов 1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпия уйындарының утын тоҡандыра.
1981—1982 һәм 1988—1989 йылдарҙа ЦСКА тренеры булып эшләй. Уның менән бергә ЦСКА 1989/1990 миҙгелендә СССР чемпионы була.
1990 йыл башында 1-се лигалағы «Кассино» (Италия) командаһы менән 2 йылға контракт төҙөй, 1993 йылдың уртаһына тиклем уның менән уйнай.
1993 йылда Сергей Белов Рәсәй баскетбол федерацияһы президенты ителә һәм 1998 йылға тиклем ошо вазифала эшләй, бер үк ваҡытта баскетбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры була. Канадала 1994 йылғы донъя чемпионатында илдең йыйылма командаһы Белов етәкселеге аҫтында, финалда АҠШ командаһынан еңелеп, көмөш миҙал яулай. 1997 йылда Испаниялағы Европа чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы — 3-сө, 1998 йылда Грецияла донъя чемпионатында икенсе урынды яулай.
1999 йылда Сергей Белов «Урал-Грейт» (Пермь) командаһына баш тренер булып эшкә күсә, уның менән ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2001, 2002) була, ике тапҡыр көмөш призды яулай (2000, 2003), NEBL-да (2001) еңә. Һуңынан ул Пермь клубының президенты була.
Белградта Универсиада-2009-ҙа Рәсәй студенттар ирҙәр йыйылма командаһының баш тренеры була һәм уның менән көмөш миҙалдар яулай[4].
Сергей Белов 2013 йылдың 3 октябрендә Пермь ҡалаһында 70-се йәшендә вафат була[5][6][7]. Хушлашыу матәме ЦСКА-ның Универсаль спорт комплексында үтә. Ваганьково зыяратында баскетбол тренеры Александр Гомельский ҡәбере йәнәшәһендә ерләнә.
Өйләнгән була, балалары була[8].
1991 йылда Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы Беловты үҙ милли йыйылма командалары өсөн сығыш яһаған уйынсылар араһында иң яҡшы баскетболсы тип таба (НБА уйынсыларын индермәйенсә). Икенсе урынды — Дражен Петрович, өсөнсөнө Арвидас Сабонис ала.
1992 йылдың 11 майында Сергей Белов америкалы булмағандарҙан Баскетбол Дан залына индерелгән тәүге спортсы була.
Томскиҙа йыл һайын Сергей Белов турниры үткәрелә. Был ярыштар бөтә Рәсәй статусына эйә. 2016 йылда турнир ҡырҡ алтынсы тапҡыр уйнала.
СССР командаһының 1972 йылда Мюнхенда яулаған еңеүенә бағышланған «Движение вверх» фильмында (2017, реж. А. Мегердичев) Сергей Белов ролен Кирилл Зайцев башҡара.
Белов, Сергей Александрович // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 31-32. — 440 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.