![]() | ||
Информация | ||
Тыуа | 7 сентябрь 1980[1][2][3][…] (44 йәш) Ыҫтамбул, Төркиә | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 170 см | |
Ауырлығы | 68 кг | |
Позиция | ярымһаҡсы | |
Клубы | ||
Клубы | ![]() | |
Номер | 5 | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
![]() | ||
1992—1994 | ![]() | |
1994—1996 | ![]() | |
Клуб карьераһы* | ||
1996—2001 | ![]() |
102 (14) |
2001—2005 | ![]() |
79 (3) |
2005—2008 | ![]() |
58 (5) |
2008—2012 | ![]() |
103 (12) |
2012—2013 | ![]() |
7 (0) |
2013—2015 | ![]() |
56 (14) |
2015—2019 | ![]() |
128 (15) |
2019—х. в. | ![]() |
19 (1) |
Йыйылма командаһы** | ||
1994—1995 | ![]() |
11 (7) |
1995—1997 | ![]() |
35 (20) |
1996—1997 | ![]() |
7 (2) |
1997 | ![]() |
6 (0) |
1998—1999 | ![]() |
12 (4) |
2000—х. в. | ![]() |
101 (9) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаты | ||
Бронза | Корея/Япония 2002 | |
Европа чемпионаттары | ||
Бронза | Австрия/Швейцария 2008 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Эмре Белёзоглу (тур. Emre Belözoğlu, лезг. Эмре Белезогълу[4]; 7 сентябрь 1980 йыл, Истанбул) — төрөк футболсыһы, «Фенербахче» клубының һәм Төркиә йыйылма командаһының ярымһаҡсыһы. ФИФА 100 исемлегенә индерелгән.
Белёзоглу 1980 йылдың 7 сентябрендә Истанбулда тыуа. Эмреның олатаһы — Белез Дағстандың Мискиндж ауылынан сыҡҡан, милләте буйынса лезгин. 18 йәшендә Белез имам Шамил әсирлегенән һуң Истанбулға күсеп килә һәм ғосман подданныйлығын ҡабул итә, хәрби хеҙмәттә була һәм тиҙҙән өйләнә[5].
Эмре 12 йәшенән «Зейтинбурнуспор» клубында шөғөлләнә, 14 йәшенән — «Галатһарай» үҫмерҙәр командаһында. Эмреның карьераһы өсөн шул саҡтағы төп тренер Фәтих Темри күп эшләй. 1996/97 миҙгел аҙағында «Бешикташ» менән уйындың 2:2 иҫәбендә ул алмашҡа Эмрены сығара һәм тегенеһе еңеү тубын индерә, был «Галатһарайға» еңеү һәм чемпионлыҡ килтерә. Биш йыл эсендә «Галатһарай» составында Эмре илдең дүрт чемпионатында еңеү, илдең өс кубогын УЕФА Кубогын һәс УЕФА Суперкубогын яулай.
Уйынсы менән Милан «Интеры» һәм башҡа бер нисә клуб ҡыҙыҡһына. 2001/02 миҙгелен Белезоглу Италияла башлай. Ул унда «Босфор Марадонаһы» тигән ҡушамат ала. Эмре Милан клубы өсөн күп матчтар яулай, уның менән Италия Кубогын ала, 2002/03 миҙгелендә «Интерҙың» иң яҡшы футболсыһы тип таныла. 2004/05 миҙгелендә күп һанлы йәрәхәттәре арҡаһында яланға һирәк сыға.
2004 йылда ФИФА 100 исемлегенә индерелә.
2005 йылда төрөк 3,8 миллион фунтҡа «Ньюкасл Юнайтедҡа» күсә. Инглиз командаһында тулыһынса мөмкинлектәрен файҙаланыуға йәрәхәттәре ҡамасаулай.
Эмре — 2000 йылдан Төркиә йыйылма командаһының уйынсыһы . Уның менән ул 2002 йылда Японияла һәм Кореяла донъя чемпионатында 3-сө урын яулай. Милли команда өсөн барлығы 70-тән артыҡ уйын үткәрә. 2008 йылда Бельгия йыйылма командаһы менән матч алдынан Истанбулда Ҡазан «Рубины» уйынсыһы Гекдениз Карадениз менән һуғыша[6].
Англияла Эмре 3 тапҡыр расист әйтемдәрҙә ғәйепләнә. Швейцария менән уйындарҙан һуң донъя чемпионатына -2006 йылда сығыу хоҡуғы өсөн талашы арҡаһында 6 матчҡа дисквалификациялана. Һуңыраҡ ФИФА ваҡытты 4 матчҡа тиклем ҡыҫҡарта. Эмре үҙен артыҡ хәрәкәтсән уйынсы итеп күрһәтә.
2008 йылдың июлендә Эмре Төркиәнең «Фенербахче» клубы менән дүрт йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя[7][8].
2012 йылдың 29 майында Эмре Мадридтың «Атлетико» клубы менән ике йыллыҡ контракт төҙөй[9][10]. 2012 йылдың 25 октябрендә Мадридтың «Атлетикоһы» составында тәүге гол индерә[11].
2013 йылдың 31 ғинуарында уйынсы «Фенербахче» командаһына әйләнеп ҡайта. 2015 йылдың 30 июненә тиклем контрактҡа ҡул ҡуя[12][13]. 2013 йылдың 24 ғинуарында пенальти менән гол индереп, тәүге тапҡыр сығыш яһай.