Бензол | ||
---|---|---|
Дөйөм | ||
Башҡа исемдәре | фен (Лоран, 1837), фенил водороды, бензен | |
Молекуляр формулаһы | C6H6 | |
SMILES | c1ccccc1 C1=CC=CC=C1 | |
Моляр массаһы | 78,11 г/моль | |
Төр | Төҫһөҙ шыйыҡса | |
Регистрация номеры CAS |
71-43-2 | |
ГОСТ | 8448-78 | |
Үҙенсәлеге | ||
Тығыҙлығы һәм фазалағы хәле |
0,8786 г/см³=878,6 кг/м³, шыйыҡса | |
һыуҙа эреүсәнлеге | 1,79 г/л при 25 °C | |
Эреү температураһы | 5,5 °C | |
Ҡайнау температураһы | 80,1 °C | |
Йәбешкәклеге | 0,652 П при 20 °C | |
Хәүефлелеге | ||
Яҙма | Ағыулы, тирә-яҡ мөхит өсөн ҡурҡыныс, ут ҡабыусан | |
Гөлтләп тоҡаныу температураһы | −11 °C | |
үҙаллы тоҡаныу температураһы |
562 °C | |
Яҡын матдәләр | ||
Оҡшаш углеводородтар | нафталин циклогексан | |
Ҡайһы бер сығарылмалары | толуол фенол анилин | |
Башҡа шарттар күрһәтелмәһә, параметрҙаря 25 °C, 100 кПа өсөн |
Бензол — (C6H6, PhH) ароматик углеводород.
Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м³. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары темпеатуралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары сыҙамлылыҡ хас; электрофилгә алмаштырыу (хлорлау, нитратлаштырыу, сульфирлау һ.б.) реакциялары еңел, ҡушыу (гидрирлау) реакциялары ауыр үтә. Тирене ҡуҙғыта; юғары концентрацияла парҙары үҙәк нервы системаһына тәьҫир итә, түбән концентрацияларының күп тапҡырлы тәьҫиренән ҡан составы үҙгәреүе күҙәтелә (ПДК 5 мг/ м³).
Башҡортостанда 20 быуаттың 50‑се йылдарынан алып бензол тура ҡыуылған бензиндарҙың тар фракцияһына (tҡайнау 62—85°С) водород баҫымы аҫтында каталитик риформинг үткәреп етештереү үҙләштерелә . Бензол хлор‑ һәм дихлорбензолдар, этилбензол, кумол, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, анилин, малеин ангидриды һ.б. ҡиммәтле ярым продукттар, фармацевтик препараттар, лак‑буяу материалдары етештереүҙә, мотор яғыулығына өҫтәмә сифатында ҡулланыла. 60‑сы йылдарҙа башында Өфө нефть эшкәртеү заводында бензол нигеҙендә айырыуса таҙа циклогексан етештерелә.
Был мәҡәлә өсөн {{Матдә}} ҡалып-карточкаһы тултырылмаған. |