Береговой Георгий Тимофеевич

Ҡалып:ФИО

Георгий Тимофеевич Береговой
270
Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғәскәр төрө

Авиация

Хеҙмәт итеү йылдары

19381987

Хәрби звание
генерал-лейтенант
Часть

90-сы гвардия штурм авиация полкы

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы — 1944 Советтар Союзы Геройы — 1968
Ленин ордены — 1944 Ленин ордены — 1968 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1942 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1943
Орден Богдана Хмельницкого III степени  — 1944 Александр Невский ордены (СССР) — 1943 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
Жуков миҙалы
Жуков миҙалы
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» Ҡалып:Медаль «Двадцать лет победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«Будапештты алған өсөн» миҙалы
«Будапештты алған өсөн» миҙалы
«Венаны алған өсөн» миҙалы
«Венаны алған өсөн» миҙалы
«Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙал
«Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙал
«За укрепление боевого содружества» миҙалы
«За укрепление боевого содружества» миҙалы
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
За безупречную службу 1 степени
За безупречную службу 1 степени
Ҡалып:Гвардейский знак Ҡалып:Заслуженный лётчик-испытатель СССР

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

СССР Дәүләт премияһы ВДНХ алтын миҙалы — 1969

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Ҡалып:Знак «25 лет победы в Великой Отечественной войне»

Иностранных государств:

Социалистик Хеҙмәт Геройы (Болгария Халыҡ Республикаһы)
Социалистик Хеҙмәт Геройы (Болгария Халыҡ Республикаһы)
Орден Крест Грюнвальда III степени Алмазлы Байраҡ ордены (ВХР)
Ҡалып:Орден Тудора Владимиреску 3 степени
Георгий Димитров ордены
Георгий Димитров ордены
Ҡалып:Медаль «100 лет Освобождения Болгарии от османского рабства» Ҡалып:Медаль «100 лет со дня рождения Георгия Димитрова»

Гео́ргий Тимофе́евич Берегово́й (15 апрель 1921, Украин ССР-ы Полтава губернаһы, Карлов районы Фёдоровка ауылы — 30 июнь 1995, Мәскәү, Рәсәй) — СССР-ҙың 12-се лётчик-космонавты, СССР-ҙың атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы, авиация генерал-лейтенанты, психология фәндәре кандидаты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (беренсе Герой йондоҙона Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ә икенсе Герой йондоҙона йыһанға осҡаны өсөн лайыҡ булған берҙән-бер кеше). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).

Береговой йыһан орбитаһында булған кешеләрҙең барыһынан да алдараҡ тыуған (Ул Джон Гленндан 3 айға алдараҡ, әммә 1963 йылда North American X-15 карабында суборбиталь йыһан осоштары яһаған һәм 1966 йылда, Береговой осҡанға тиклем, һәләк булған Джо Уокерҙан һуңыраҡ тыуған). 47 йәшендә йыһанға осоп, Береговой бер нисә йыл дауамында (1974 йылда уны Лев Дёмин уҙып китә) орбитала булған иң өлкән кеше, тип иҫәпләнгән.

1968 йылдың 26-29 октябрендә, В.М. Комаровтың (1967 йылдың 24 апрелендә «Союз» карабында) фажиғәле һәләк булыуынан йыл ярым үткәндән һуң, «Союз-3» карабында йыһанға осош яһай.
1969 йылдың 22 ғинуарында Кремлдә Боровицкий ҡапҡаһы янында теракт ҡорбаны [1] була яҙа.

Георгий Тимофеевич Береговой 1921 йылдың 15 апрелендә Украина ССР-ы Фдёоровка ауылында (хәҙер Украинаның Полтава өлкәһе Карлов районы) тыуған. Ул тыуғандан һуң күп тә тормай ғаиләһе Донбасстағы Енакиев ҡалаһына күсенә.

Енакиево урта мәктәбендә уҡыған ваҡытта (1928-1936) ҡала Балалар техник станцияһында инструктор, һуңынан Балалар техник станцияһында авиамоделләү секцияһы етәксеһе була[2]. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Енакиев металлургия заводында электрослесарь өйрәнсеге булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Енакиев аэроклубында шөғөлләнә. 1938 йылда Енакиев аэроклубын тамамлай һәм Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына. 1941 йылда Донбасс Пролетариаты исемендәге Ворошиловград хәрби осоусылар мәктәбен тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1942 йылдың авгусынан Калинин фронты составындағы 3-сө һауа армияһының авиазвеноһы командиры сифатында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

«Осташков районындағы фронт аэродромдарының бернеһенең тәғәйен билдәләнгән пунктына килеп еткәс, мин шунда уҡ малайҙарса хыялдарымда берләшкән исемдәрҙе ишеттем <…>. 3-сө һауа армияһы командующийы Михаил Михайлович Громов, армия корпустарының береһенә Николай Петрович Каманин, ә минең полкым ингән дивизия менән Георгий Филиппович Байдуков етәкселек итә. Илебеҙҙең өс данлыҡлы осоусыһы, тыныс йылдарҙа уҡ ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, уларҙың тормошон үҙемә өлгө тип һанаған өс Советтар Союзы Геройы».

Береговой Г. Т. Три высоты[3]

Башта авиаразведка подразделениеһында хеҙмәт итә, һуңынан Ил-2 штурмовигына күсә. Ҡораллы Көстәрҙең Калинин фронтының 1942 йылдың 26 авгусындағы 300-сө бойороғо менән 264-се штурм авиация дивизияһына ҡараған 451-се шап звеноһы командиры өлкән сержант Береговой, 15 хәрби осош яһағаны һәм, дошмандың күп һанлы ғәскәрҙәрен һәм танктарына һөжүм итеп, юҡ иткәне өсөн, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[4].

1943 йылдың мартынан башта Воронеж, һуңынан 1-се Украина, ә һуңыраҡ 2-се Украина фронттары составындағы 4-се гвардия штурмлау авиация дивизияһына (5-се штурмлау авиация корпусы, 5-се һауа армияһы) ҡараған 671-се штурмлау авиация (1943 йылдың майынан — 90-сы гвардия) полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, ә сентябрҙән — эскадрилья командиры (комэск).

Ҡораллы Көстәрҙең 2-се һауа армияһы 1943 йылдың 28 сентябрендәге 104/н бойороғо менән 90-сы гвардия штурмлаусы авиация полкының комэск урынбаҫары гвардия лейтенанты Береговой дошман ғәскәрҙәренә 18 уңышлы хәрби һөжүм осошо яһағаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[5].
Ҡораллы Көстәрҙең 2-се һауа армияһының 1943 йылдың 20 октябрендәге 124/н һанлы бойороғо менән 90-сы гвардия штурмлау авиация полкы эскадрилья командиры гвардия лейтенанты Береговой дошманға хәрби юғалтыуҙар килтереп, 21 хәрби осош яһағаны һәм һуңыраҡ 130 хәрби осош яһаған осоусылар әҙерләгәне өсөн Александр Невский ордены менән бүләкләнә[6].
Ҡораллы Көстәрҙең 1-се Украин фронтының 1944 йылдың 11 апрелендәге 60/н һанлы бойороғо менән 90-сы гвардия штурм авиация полкы эскадрилья командиры гвардия өлкән лейтенанты Береговой 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән бүләкләнә (алдан уйлап эшләгән инициативаһы, ҡыйыулығы, эскадрилья менән командалыҡ итеүе һәм 28 уңышлы хәрби осош яһағаны өсөн 3-сө дәрәжә Кутузов орденына тәҡдим ителә).[7]

Генерал Каманин Н. П.:

« Львов операцияһын үткәреү осоронда һәм Сандомир плацдармы өсөн алыштар барышында корпустың күп кенә лётчик-штурмовиктары батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте һәм юғары хөкүмәт наградаларына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында гвардия капитаны Георгий Тимофеевич Береговой ҙа бар ине. Капитан Береговой үҙенең ИЛ-2 самолётында 100-ҙән ашыу хәрби осош яһаны. Ул дошман танкыларын, автомашиналарын, артиллерия батареяларын, йылға аша кисеүҙәрҙе, тимер юл эшелондарын бомбаға тотто һәм һөжүм итте, Львов аэродромына яһаған «йондоҙло» һөжүмдә ҡатнашты. Капитан Береговой үҙенең төркөмдәрен алдан күҙаллаған сәпкә алып бара, ҡағиҙә булараҡ, дошман зениткалары иң аҙ урынлашҡан йүнәлеште һайлай. Уның төркөмө сәп өҫтөнән аҫтан ҡыйып осоп барған килеш күренә лә, һуңынан ҙур булмаған һырғалаҡ яһай һәм һөҙәк пикировканан һөжүм яһай. Тағы шундай мәл дә булды. 1943 йылдың 28 июлендә Курск дуғаһындағы алыштар ваҡытында капитан Береговой етәкселегендәге «ильюшиндар» төркөмө дошмандың алғы һыҙығын штурмлай. Көтмәгәндә дошман истребителдәренең ике төркөмө килеп сыға.

Береһе беҙҙең япма истребителдәр менән алыша, икенсеһе ИЛ-дарға һөжүм итә. Фашистар штурмовиктарға артҡы ярымшарҙан, аҫтан һөжүм итә. Береговой тиҙ арала үҙенең төркөмөн пеленгтан оборона түңәрәгенә үҙгәртеп ҡора, һәм һауа уҡсылары гитлерсыларҙы пулемёт уты менән ҡаршы ала. Береговой үҙенең төркөмөн беҙҙең ғәскәрҙәрҙең алғы сигенә алып китә. Ике «мессер» уның машинаһына ташлана. Пулемтёт сираты яҫылыҡты тишеп үтә, самолёт төтәй башлай. Был мәлдә «мессерҙарҙың» береһе Береговой самолётының алғы яғынан оса һәм бер мәлгә үҙен һөжүмгә дусар итә. Беҙҙең лётчик быны ҡулдан ысҡындырмай, тиҙ генә самолётын ҡырынайта, һырғалаҡ яһай һәм пушканан ата башлай. Дошман истребителе төтәй һәм алыштан сыға. Бынан һуң ике пар «мессершмиттар» әйҙәүсе штурмовиктарға һөжүм итә. Моторға ут тоҡана. Береговой үҙенең урынбаҫарына төркөмдө аэродромға алып барырға бойора, ә үҙе ут ҡамаған кабинанан 300 метр бейеклектән парашют менән һикерә. Был Георгий Береговой кисергән күп һанлы хәрби эпизодтарҙың береһе генә. 1942 йылдың майынан һуғыштың һуңғы көнөнә тиклем ул хәрби заданиеларға осто. Өс тапҡыр янды, өс тапҡыр бәреп төшөрөлдө, әммә һәр ваҡыт полкына ҡайтты. Береговой 186 хәрби осош яһаны. 1944 йылдың декабрендә беҙ уны Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем менән ҡотланыҡ.

»

Һуғыш йылдарында Ил-2 штурмовигында 186 хәрби осош яһаған. Өс тапҡыр бәреп төшөрөлгән. Бөйөк Ватан һуғышында һауа һуғыштарында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, 106 хәрби осошо өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 26 октябрендәге указы менән Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[8].

СССР Ҡораллы Көстәренең 2-се Украина фронты составындағы 5-се һауа армияһы 1945 йылдың 14 ғинуарындағы бойороғо менән 90-сы гвардия штурм авиацияһы полкы эскадрилья командиры гвардия капитаны Береговой 30 хәрби осош яһағаны һәм радио аша осоусылар составына оҫта етәкселек иткәне өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.[9]

Самолёттар һынаусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң Георгий Береговой РККА-ның Липецк юғары офицерҙар осоу-тактик мәктәбен тамамлай, шунан Һуң Одесса хәрби округында штурман, штурмлау авиаполкының һауа-уҡсылар хеҙмәте начальнигы, истребитель авиаполкы штурманы вазифаларында хеҙмәтен дауам итә[10].

1948 йылда юғары офицерҙар курсын һәм лётчик-һынаусылар курсын тамамлай. 1948-1964 йылдарҙа Хәрби-һауа Көстәре Оборона министрлығының В. П. Чкалов исемендәге Дәүләт осоу-һынау үҙәгендә (ГНИКИ) һынаусы-осоусы булып хеҙмәт итә[11].

Ул 60-тан ашыу самолет тибын һынап ҡарай, шул иҫәптән: МиГ-15 (1949), МиГ-19П (1955), СМ-12[12] (1957), СМ-30 (МиГ-19) (1956), Як-25 (1949), Як-27К (1956), Су-9 (1958), Ту-128 (1962). ГШ-4 гермошлемды тәүгеләрҙән булып практикала үҙләштерә[13]. 1949 йылда, уҡ һымаҡ ҡанатлы МиГ-15 истребителен һынап ҡараған саҡта, беренсе тапҡыр штопор шарттарында реактив самолётҡа идара итеүҙе үҙләштерә һәм һуңынан осоусыларҙы штопорға инергә һәм КБ Сухой самолёттарында штопорҙан сығарырға өйрәтә[14].

1956 йылда Хәрби-һауа академияһын (1968 йылдан алып — Ю.А. Гагарин исемендәге) тамамлай. 1961 йылда «Заслуженный лётчик-испытатель СССР» исеменә лайыҡ була.

1963 йылда СССР космонавтар отрядына (Хәрби-һауа көстәренең өҫтәп йыйылған 2-се төркөмө) индерелә.

Генерал Каманин Н. П.:

« ... Һуғыштан һуң 20 йыл үткәс, мин атҡаҙанған лётчик-һынаусы полковник Береговой менән осраштым. Асыҡтан-асыҡ Әйткәндә, Георгий Тимофеевич менән осрашыр алдынан мин һуғыштан һуң тауыштан юғары самолёттарҙы һынаусы-осоусы һөнәрен үҙләштергән хәрби полкташтың, йёше ҡырҡтан арт3ан кешенең, үҙ тормошо һәм унда үҙ урыны менән ҡәнәғәт булырға тейешлеген күҙалланым. Ул фронтта булған хәлдәрҙе, дуҫтарҙы иҫкә төшөрөргә теләй, тип уйланым, ә ул шунда уҡ мине үҙен космонавт-осоусылар төркөмөнә алыуҙы үтенеүе менән ғәжәпләндерҙе.

Уның күҙҙәре фронттағы кеүек элеккесә осҡонло дәрт менән балҡый. Ул ныҡышмалы һәм ышаныслы итеп һынаусы-осоусының йыһанға осоуға иң яҡын тороуын һәм йыһанға осоу буйынса заданиелар ҡатмарлашҡан һайын, осоусы-космонавтарҙың махсус әҙерлек кимәле артырға тейешлеген иҫбатлай. Береговойға уның кандидатураһы космонавтар төркөмөнә кандидаттарҙы һайлап алыу буйынса комиссия ултырышында ҡараласаҡ, тип вәғәҙә итергә тура килә.

Шулай итеп, осоусыларҙың аныҡ һүҙҙәре буйынса, Г.Т. Береговой тормошонда яңы «вираж» башлана. Ә 1968 йылдың 26 октябрендә «Союз-3» йыһан карабы кабинаһында ул йыһанға осошҡа старт ала, ҡул менән идара итеү системаһын ҡулланып, «Союз-2» пилотһыҙ карабы менән яҡынайыу буйынса ҡатмарлы заданиеларҙы уңышлы үтәй, йыһанда маневр яһай һәм башҡа эксперименттар үткәрә һәм 30 октябрҙә бирелгән районда ергә имен төшә. Бөтә совет халҡы, ер планетаһының бөтә прогрессив кешеләре йыһандағы был еңеүҙе ихлас тәбрикләне, 47 йәшлек СССР лётчик-космонавтының, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы генерал Г.Т. Береговойҙың батырлығына һәм тәжрибәһенә хөрмәт күрһәтте. Хәҙер ул үҙенең тәжрибәһе һәм белеме менән йәш космонавтар менән йомарт бүлешә, уларҙы йыһанға буласаҡ рейстарға әҙерләй һәм үҙе лә яңы осоу тураһында ниәт итә.

»

Союз тибындағы караптарҙа осоштарға тулы әҙерлек курсын үтә. 1968 йылдың 26-30 октябрендә Союз-3 йыһан карабында йыһанға осош яһай. Осошта Ер күләгәһендә Союз-2 пилотһыҙ карабы менән (уңышһыҙ) тоташырға маташалар[15]. Осош 3 тәүлек 22 сәғәт 50 минут 45 секунд дауам итә. Шул осош өсөн 1968 йылдың 1 ноябрендә Советтар Союзы Геройының икенсе «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.[16]

Статистика[17]
# Старт карабы Старт, Бөтә донъя координацияланған ваҡыты (UTC) Экспедиция Төшөү карабы Ултырыу, UTC Налёт Асыҡ космосҡа сығыу Асыҡ космоста үткән ваҡыт
1 Союз-3 26.10.1968, 08:34 Союз-3 Союз-3 30.10.1968, 07:25 03 тәүлек 22 сәғәт 50 минут 0 0
03 тәүлек 22 сәғәт 50 минут 0 0

1969 йылдың 22 ғинуарында Кремлдә космонавтарҙың тантаналы осрашыуы ваҡытында офицер Виктор Ильин, Брежневтың автомобиле тип ҡабул итеп (Береговойҙың Брежневҡа тышҡы оҡшашлығы ла хатаға булышлыҡ итә), Береговой ултырған автомашинаға ут аса. Береговой янында ултырған шофер үлемесле яралана. Береговой алғы быяла ярсыҡтарынан еңел яралана.

1972-1987 йылдарҙа — Ю. А. Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү үҙәге начальнигы. Космонавтика һәм инженер психологияһы өлкәһендә ғилми хеҙмәттәр яҙа. П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм психология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә була. 1987 йылда авиация генерал-лейтенанты хәрби званиеһында отставкаға китә.

СССР Юғары Советының 8-10-сы саҡырылыш депутаты (1974-1989). Ҙур йәмәғәт эше алып бара.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында Георгий Береговой ҡәбере (11-се участка)

СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).

1995 йылдың 30 июнендә йөрәгенә операция яһағанда вафат була. Мәскәүҙә, Новодевичье зыяратында ерләнгән

Бүтән эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Мәскәү — Кассиопея» (1973) һәм «Отроки во Вселенной» нәфис фильмдарының баш консультанты була (1974).
  • Атаһы Тимофей Николаевич Береговой (1888—1950) Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлында телеграфист булып эшләгән.
  • Әсәһе Мария Семёновна Ситникова (Береговая) (1896—1974) мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытҡан.
  • Ағаһы Береговой Михаил Тимофеевич (1918—2021), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, СССР-ҙың Һауа Оборонаһы Радиотехник ғәскәрҙәре начальнигы (1968-1983), генерал-лейтенант (1968).
  • Ағаһы Виктор Тимофеевич Береговой (1913—1938), преподаватель Силәбе аэроклубы уҡытыусыһы, репрессияға дусар ителә һәм атыла, үлгәндән һуң 1957 йылда аҡлана.
  • Ҡатыны Лидия Матвеевна Беседовская (Береговая) (1929—2006), урта мәктәп уҡытыусыһы һәм Щёлков ҡалаһы мәғариф бүлеге хеҙмәткәре.
  • Улы Виктор Георгиевич Береговой (1951 йылғы), Мәскәү авиация институты (МАИ) профессоры.
  • Ҡыҙы Людмила Георгиевна Береговая (Елисеева) (1956 йылғы), рәссам-модельер[18].
  • Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 2271 (26 октябрь 1944)
  • Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 48 (1 ноябрь 1968)
  • 2 Ленин ордены (26.10.1944, 1.11.1968)
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.08.1942, 28.09.1943)
  • III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (16.04.1944)
  • Александр Невский ордены (20.10.1943)
  • Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (14.01.1945, 11.03.1985)
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.04.1954, 22.02.1955)
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены (30.04.1975)
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (20.06.1949)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Будапешты алған өсөн» миҙалы (1945)
  • «Венаны алған өсөн» миҙалы (1945)
  • 11 юбилей миҙалы
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (НРБ) (1970)
  • «Георгий Димитров» ордены (Болгария, 1970)
  • «Халыҡ власына 25 йыл» миҙалы (Болгария)
  • «Ғосман иҙеүе ҡолатылыуҙың 100 йыллығы» миҙалы (Болгария, 1979)
  • «Георгий Димитровтың тыуыуына 100 йыл» миҙалы (Болгария, 1983)
  • Дәүләт Байрағы ордены (Венгрия, 1985)
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (бриллианттар менән) (Венгрия, 1970)
  • «Хәрби берләшмә өсөн» алтын миҙалы (Венгрия, 1980)
  • III дәрәжә «Грюнвальд Тәреһе» ордены (Польша)
  • V дәрәжә Тудор Владимиреску ордены (Румыния)
  • Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) Алтын миҙалы (1969)
  • СССР Фәндәр Академияһының К. Э. Циолковский исемендәге Алтын миҙалы
  • Ю. А. Гагарин исемендәге Алтын миҙалы (FAI)
  • Халыҡ-ара авиация федерацияһының (ФАИ) Алтын йыһан миҙалы (1977) (ФАИ, Fédération Aéronautique Internationale, FAI)
  • СССР Дәүләт премияһы (1981)
  • СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1968)
  • Калуга, Щёлково (Россия), Луганск, Енакиево, Винница, Конотоп (Украина), Телави (Грузия), Плевен, Сливен (Болгария) ҡалаларының Почётлы гражданы.
  • Бронза бюсы Г. Т. Берегового на Аллее Воинской Славы в Парке Вечной славы города Киева торжественно открыл Премьер-министр Украины Н. Азаров 1 мая 2013 года (автор идеи создания Аллеи Воинской Славы — гвардии полковник Олег Гук)[20][21].
  • В Енакиево установлен бронзовый бюст[22].
  • Енакиев ҡалаһы почётлы гражданына ҡуйылған иҫтәлекле стела.
  • Енакиевта проспект, парк һәм сквер Г. Береговой исемен йөрөтә.
  • Енакиевта космонавт Георгий Береговой музейы (элекке крайҙы өйрәнеү музейы).
  • Енакиевта Г. Береговой 1928-1936 йй. куҡыған мәктәптә мемориаль таҡта.
  • Герой йәшәгән Чкаловский (Щёлково) ҡасабаһында урынлаштырылған мемориаль таҡта[23].
  • 2015 йылдың 9 майында Звёздный городоктағы 2-се йортҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс лётчик — Г. Т. Береговой, Кузнецов Николай Фёдорович һәм Беляев Павел Ивановичтарҙың скульптура портреттары менән мемориаль таҡта (скульптор Андрей Следков)[24].
  • Алматы (Ҡаҙағстан) ҡалаһында урамға Береговой исеме бирелгән.
  • Шахтёрск (Донецк өлкәһе) ҡалаһында Береговой урамы бар.
  • 2011 йылда Донецк планетарийына Георгий Береговой исеме бирелә.
  • 2011 йылдың 8 апрелендә Украина милли банкы Георгий Береговойға арналған 5 гривна көмөш тәңкә сығара[25].
  • 2011 йылдың 15 апрелендә Көньяҡ тимер юлы Карлов тимер юл вокзалынан тантаналы рәүештә «Георгий Береговой» тип аталған «Полтава — Мәскәү» 92/91-се һанлы поезын юлға оҙата[26].
  • 2012 йылда Донецк көсәйтелгән хәрби-физик әҙерлек лицейына[27] һәм Ҡырым Республикаһы Симферополь ҡала советы ҡарамағындағы «Асыҡ космос лицейы» мәктәп-лицей уҡытыу-тәрбиә комплексына Г. Т. Береговой исеме бирелә[28].
  • Донецк хәрби лицей-интернатына Г. Т. Береговой исеме бирелгән.
  • Луганск ҡалаһындағы 29-сы урта мәктәп Г. Т. Береговой исемен йөрөтә.
  • Казанцев Александр Петровичтың «Фаэты» романындағы (1974) генерал Крутогоров космонавтың прототибы булып тора[29]}}
  • Высоцкий Владимир Семёнович ижад иткән «Песни лётчика-испытателя» йырындағы төп геройҙың прототибы тип фаразларға мөмкин[30].
  1. Ильин, Виктор Иванович
  2. Енакиево как на ладони. Дата обращения: 30 июнь 2012. Архивировано 13 октябрь 2012 года.
  3. Береговой Г. Т. [militera.lib.ru/memo/russian/beregovoy/01.html Три высоты]. — М.: Воениздат, 1986. — С. 14. Архивировано 12 ноябрь 2013 года.
  4. Память народа :: Документ о награде :: Береговой Георгий Тимофеевич, Орден Красного Знамени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2017. Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
  5. Память народа :: Документ о награде :: Береговой Георгий Тимофеевич, Орден Красного Знамени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2017. Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
  6. Память народа :: Документ о награде :: Береговой Георгий Тимофеевич, Орден Александра Невского. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2017. Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
  7. Память народа :: Документ о награде :: Береговой Георгий Тимофеевич, Орден Богдана Хмельницкого III степени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2017. Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
  8. Память народа :: Документ о награде :: Береговой Георгий Тимофеевич, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда»). pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2017. Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
  9. Память народа :: Документ о награде :: Береговой Георгий Тимофеевич, Орден Отечественной войны I степени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2017. Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
  10. Мемория. Георгий Береговой. Полит.ру, 15.04.2016. Дата обращения: 12 апрель 2018. Архивировано 17 август 2017 года.
  11. Георгий Тимофеевич Береговой. Дата обращения: 10 ноябрь 2013. Архивировано 10 ноябрь 2013 года.
  12. СМ-12 2023 йыл 6 ғинуар архивланған. на "Уголок неба"
  13. Энциклопедия испытателей. Дата обращения: 8 сентябрь 2018. Архивировано из оригинала 24 апрель 2017 года.
  14. Братья Береговые. Дата обращения: 10 ноябрь 2013. Архивировано 18 октябрь 2011 года.
  15. Космический камикадзе Береговой. Дата обращения: 10 ноябрь 2013. Архивировано 10 март 2017 года.
  16. Космический мемориал. Дата обращения: 27 ноябрь 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
  17. Statistics - Beregovoy Georgi Timofeyevich (ингл.). spacefacts.de. Дата обращения: 27 ғинуар 2018. Архивировано 1 ғинуар 2018 года.
  18. Советские и российские космонавты. 1960—2000 / Сост.: И. А. Маринин, С. Х. Шамсутдинов, А. В. Глушко. Под редакцией Ю. М. Батурина. — М.: ООО Информационно-издательский дом «Новости космонавтики», 2001. — ISBN 5-93345-003-0.
  19. Алёна Волгина. В честь юбилея ГЛИЦ им. В. П. Чкалова в Ахтубинске открыли новые памятники и храм. РИА ВОЛГА (4 октябрь 2020). Дата обращения: 25 сентябрь 2022. Архивировано 25 сентябрь 2022 года.
  20. Фото: Бюст в Киеве. Дата обращения: 8 ноябрь 2013. Архивировано 10 ноябрь 2013 года.
  21. Родственники «политического родителя» президента посетили его памятник в Киеве. Дата обращения: 13 ноябрь 2013. Архивировано 13 ноябрь 2013 года.
  22. Бюст в Енакиево. Дата обращения: 10 ноябрь 2013. Архивировано 10 ноябрь 2013 года.
  23. Мемориальная доска в посёлке Чкаловский (Щёлково). Дата обращения: 10 ноябрь 2013. Архивировано 10 ноябрь 2013 года.
  24. Мемориал лётчикам-космонавтам и участникам Великой Отечественной войны открыли в Звёздном городке 2016 йыл 4 март архивланған.
  25. Пам’ятна монета «Георгій Береговий» // Сайт НБУ 2011 йыл 7 май архивланған. (укр.)
  26. ЮЖД запустила именной поезд «Георгий Береговой» по маршруту «Полтава — Москва» // Сайт BIN.UA 2013 йыл 10 ноябрь архивланған. (укр.)
  27. Розпорядження Кабінету Міністрів України від 1 лютого 2012 р. № 55-р «Про присвоєння імені Г. Т. Берегового Донецькому ліцею з посиленою військово-фізичною підготовкою» 2022 йыл 4 март архивланған. (укр.)
  28. Розпорядження Кабінету Міністрів України від 1 лютого 2012 р. № 54-р «Про присвоєння імені Г. Т. Берегового навчально-виховному комплексу школі-ліцею „Відкритий космічний ліцей“ Сімферопольської міської ради Автономної Республіки Крим» 2022 йыл 4 март архивланған. (укр.)
  29. [www.lib.ru/RUFANT/KAZANCEW/faety.txtКазанцев А. П. «Фаэты»](недоступная ссылка) // Собрание сочинений в 3-х томах. — М.: Детская литература, 1989. — Т. 1. — 496 с. — ISBN 5-08-001356-7.
  30. Высоцкий В. Песня лётчика-испытателя, ч.1 и 2(недоступная ссылка)
  • Симонов А. А. Заслуженные испытатели СССР. — Москва: Авиамир, 2009. — С. 32—33. — 384 с. — ISBN 978-5-904399-05-4.
  • Сомов Г. А. Четверо суток и вся жизнь. — М.: Политиздат, 1972. — 142 с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз.
  • Сомов Г. А. Третья высота. — М.: ДОСААФ, 1975.
  • И. А. Маринин, С. Х. Шамсутдинов, А. В. Глушко (составители). Советские и российские космонавты. 1960—2000 / Под редакцией Ю. М. Батурина. — М.: ООО Информационно-издательский дом «Новости космонавтики», 2001. — ISBN 5-93345-003-0.
  • Берег Вселенной / Под ред. Болтенко А. С. — Киев: Феникс, 2014. — ISBN 978-966-13-6169-9
  • «Десятый старт» (выпуск серии приложений к журналу «Огонёк»).
  • Каманин Н. П. Летчики и космонавты. — М.: Политиздат, 1971.
  • Союз-3 (Йыһан карабының тоташыуы)

Ҡалып:Лётчики-космонавты СССР