Беркли (ингл. Berkeley) — ҡала Сан-Франциско ҡултығының көнсығыш ярында, Аламида округында, Калифорнияла урынлаша; Сан - Франциско ҡултығы өлкәһенә инә. Епископ һәм философ Джордж Беркли (1685-1753) исеме ҡарап ҡушыла. Ҡаланы көньяҡтан Окленд һәм Эмеривилл, ә төньяҡтан территорияға инмәгән Кенсингтон сиктәшә. Көнсығышта Контра - Коста округы менән, тауҙар теҙмәүе буйлап Брекли Хилс менән сикләй. 2010 йылдың иҫәбе буйынса, ҡаланың халыҡ һаны - 112 580 человек.
Беркли ғилми үҙәк булараҡ билдәле. Ҡалала Калифорния университеты иң иҫке - Берклилағы Калифорния университеты кампусы, Лоуренс исемендәге милли лаборатория, һәм башҡа лабораториялар һәм институттар урынлашҡан. Бреклила шулай уҡ Аспирант динле союзы урынлашҡан.
Илдең иң либерал ҡалаларының береһе тип һанала[10].
1984 йылда был ҡалала яңы тарихта беренсе итеп бер затлы ғаиләләрҙе закон буйынса ,«өй партнерлығы» терминын ҡулланып рөхсәт итә[11].
Европалылар килгәгән тиклем, ҡала торған ерҙә чоченьо / хучиун (huchiun) телендә һөйләшкән,олони халҡының бер төркөмө йәшәгән[12].
1776 йылда де Анса экспедицияһы менән Европа кешеләре беренсе тапҡыр киләләр. Сан - Франциско ҡултығы инешендә Алтын Ҡапҡа боғаҙы эргәһендә, Бреклинан көнбайышҡа Пресидо тигән испан ауылына нигеҙ һалынған. Сан- Франциско ҡултығының көнсығыш ярындағы ерҙәр, һуңынан унда Беркли барлыҡҡа килгән, испан короле Луис Перальте исемле һалдатҡа бүләк итә (1759-1851)
Перальта «Сан - Антонио» ранчоһында мал үҫтереү менән булыша,аҙаҡ дүрт улы араһында бүлә. Висентҡа һәм Домингага хәҙер Беркли урынлашҡан ерҙәр бирелгән. Ҡалала уларҙың исемдәренә арналған урамдар бар — Висент - роуд, Доминго - авеню, Перальт - авеню.
«Сан - Антонио» ранчоһы Мексикалағы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышынан һуң да, Өҫкө Калифорния Мексиканың өлөшө булып киткәндән һуң, Перальтоларға ҡарай, . Америка - мексика һуғышынан һуң, Өҫкө Калифорния АҠш - ға китә һәм Калифорнияның алтын лихорадкаһы башлана һәм Перальта туғандарының ерҙәренә күсеп килгән кешеләр талаша башлағайҙар һәм шуның арҡаһында ерҙәр бүленәләр.
Алдан Беркли территорияһы Контра - Коста округына ҡарай. 1853 йылдың 25 мартында Контент-Коста округының бүленеше һәм Санта-Клара округын күшыу юлы менән Аламид округы барлыҡҡа килә.
1866 йылда Беркли территорияһында шәхси Калифорния колледжына нигеҙ һалынған. 1868 йылда асыҡ Калифорния университеты нигеҙләнә. Конка Оклендты киләсәк Телеграф - авеню буйлап университеттың кампусы менән күша.
1870 - се йылдарҙа беренсе трансконтиненталь АҠШ тимер юлы Оклендҡа барып етә. 1876 йылда тимер юлы Беркли һәм Эмеривиллды куша. Шул уҡ йылда трансконтиненталь тимер юлының өлөшө Оклендҡа йүнәлтелгән һәм ҡултыҡ яры буйлап Берклиға һалына.
1878 йылда Беркли ҡалаһына нигеҙ һалына. Ҡаланың беренсе һайланған бағымсыһы булып, Калифорния эшселәренең башлығы, Денис Кирни (1847-1907)була.
Университеттар йоғотоһо арҡаһында ҡалала хәҙерге замандың технологиялары тиҙ барлыҡҡа киләләр. 1888 йылда ҡалала электр яҡтыртыу барлыҡҡа килә. Һуңынан телефон. Электр трамвай конканы алмаштыра. Уларҙы Китапхана Конгресс — Trip To A Berkeley, California (1906) һаҡланып ятҡан Билли Битцер (1872-1944). операторы менән төшөрөлгән фильмда күрергә мөмкин.
Беркли 1906 йылда Сан - Францискола булған ер һелкенеүндә етди емерелеүҙәрҙән ҡотолола ала һәм ҡалаға меңләгән беженецтар киләләр.
1908 йылда штаттың баш ҡалаһың Беркли ҡалаһына күсереү тураһында референдум үткәрелә. Ул 33 000 тауыш өҫтөнлөгө менән еңелә.
Ҡала үҫешенә 1929 йылдағы биржалар бөлөүе һуға. Бөйөк депрессиянан башҡа ҡалаларға ҡарағанда, университтарға рәхмәтле,зыяны әҙерәк була.
Беркли хөрмәтенә 1911 йылда Австрия астрономы Иоган Пализа менән асылған Беркли астероиды (716) ҡла исеме бирелә .
1949 йылда Лоуренс исемендәге милли лабораторияһында Беркли ғалимдәре яңы 97 -се һанлы химик элемент асалар һәм берклий тип исем бирәләр.