Берләшмә | |
Берләшмә Викимилектә |
Берләшмә (йәмғиәт һүҙенән) — уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булған кешеләр төркөмө.
Атап әйткәндә, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө интернет-берләшмәләр: тематик веб-форумдар, блогтар, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәр. Быларға шулай уҡ дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙар, хобби, маҡсаттар, дини йәки сәйәси ҡараштар, географик урын, этник сифат[1] һәм башҡа төрлө факторҙар менән бәйле кешеләр берләшмәләре лә ҡарай.
Ҡатнашыусы (участник) һәм кем менәндер бергә ҡатнашыусы (соучастник) тигән төшөнсәләренең мәғәнәләрендәге айырма бик бәләкәй, әммә ул бар. Йәмғиәт һәм берләшмә төшөнсәләренең дә мәғәнә айырмалығы бар. Берләшмә теге йәки был йәмғиәттә йәшәгән һәм уның эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡһыныуҙары тап килгән физик йәки юридик шәхестәрҙе берләштерә.